Төрлөһөнән
17 Июня 2023, 04:35

Проект тормошҡа ашырыласаҡ

Эшҡыуар фекере буйынса, ял итеүселәр был идеяға ҡыуанасаҡ.  #нацпроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Проект тормошҡа ашырыласаҡПроект тормошҡа ашырыласаҡ
Проект тормошҡа ашырыласаҡ

#нацпроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Район хакимиәтендә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проекты сиктәрендә эшҡыуарлыҡ сәғәте үткәрелде.

“Беҙҙең округта машиналар ағымы бик ҙур, улар – районыбыҙҙа йәшәүселәр һәм шифаханаларға һәм тау саңғыһы үҙәгенә ял итергә килгән туристар. Күптәре башҡа төбәктәрҙән килә, автомобилдәр төрлө һауа шарттарында ҙур аралар үтә. Ял урынына килгәс тә автомобиль хужалары “тимер дуҫын” йыуыу өсөн автойыуыу сараларын эҙләй. Яҡындағы ауылдарҙа автойыуыу юҡ, шуға күрә үҙебеҙҙең ауылда үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереү өсөн автомобиль йыуыу үҙәге төҙөргә ниәтләнем, курорт зонаһына илткән автомобиль юлы ауылыбыҙ янында үтә”, – тип һөйләне үҙенең проекты тураһында Айбулат Гәрәев.

“Курорт зонаһына бик күп ял итеүселәр килә, шифаханаларыбыҙҙа, тау саңғыһы үҙәгендә, ял йорттарында дауаланып, матур “Яҡтыкүл” күлендә ял итергә яраталар. Был ерҙә автойыуыу эшенең идеяһы яҡшы, клиенттар ҙа етерлек булыр тип уйлайым”,- тине Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов.

Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса яуаплы белгестәргә был проектты тормошҡа ашырыу өсөн әҙерләргә һәм был мәсьәлә буйынса кәрәкле мәғлүмәт бирергә ҡушылды. "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам" милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Әбйәлил районы хакимиәте.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.

Автор:
Читайте нас