

#нацпроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
“Саңғалыҡ диорит карьеры” компанияһы хеҙмәткәрҙәре Бөрө ҡалаһы янындағы Ағиҙел йылғаһы акваторияһына 2 мең самаһы уҡбалыҡ селбәрәһен сығарған. Сара һыу биологик ресурстары балансын һаҡлауға йүнәлтелгән һәм республикала “Экология” милли проектының “Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Белгестәр билдәләүенсә, ҡағиҙә булараҡ, улар ҡыҙыл китапҡа ингән балыҡ тоҡомдарын, махсус бүленгән йәшәү урындарында ебәрәләр.
Ағиҙел йылғаһына селбәрәне сығарыу өсөн уҡбалыҡ Силәбе өлкәһенең махсус питомнигында һатып алынған. Бер селбәрәнең ауырлығы 13 грамға тиң. Балыҡты махсус йыһазландырылған контейнерҙарҙа алып килделәр, унда тейешле температура кимәле һаҡлана, һыу айырым фильтрҙар аша үтә һәм өҫтәмә кислород менән байытыла.
– Йылдан-йыл компаниялар төбәктең төрлө һыу ятҡылыҡтарында балыҡтар популяцияһын тергеҙеүгә үҙ өлөшөн индерә. Һыу биологик ресурстарын яһалма тергеҙеү сараларын үткәреү матур йолаға әүерелә, – тине Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Камил Биргулиев.
Билдәле булыуынса, "Экология" (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.