Төрлөһөнән
3 Июль 2023, 08:17

Төркиәгә экспортҡа арналған семинар уҙасаҡ

 Ағымдағы йылдың I кварталында  Төркиәгә товар оҙатыуҙың яҡынса өстән бер өлөшөн химия сәнәғәте продукцияһы тәшкил итә.

Төркиәгә экспортҡа арналған семинар уҙасаҡТөркиәгә экспортҡа арналған семинар уҙасаҡ
Төркиәгә экспортҡа арналған семинар уҙасаҡ

#нацпроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Төркиәлә «Рәсәй экспорт үҙәге» компанияһы вәкиле Истанбулда һәм агросәнәғәт комплексы продукцияһының демонстрация-дегустация павильоны операторы Төркиә партнерҙары менән эш итеү үҙенсәлектәре тураһында һөйләйәсәк, шулай уҡ сертификатлаштырыу, кәртәләр, сикләүҙәр һәм мөмкинлектәр темаһына ҡағыласаҡ.

- Ағымдағы йылдың I кварталында  Төркиәгә товар оҙатыуҙың яҡынса өстән бер өлөшөн химия сәнәғәте продукцияһы тәшкил итә. Шулай уҡ беҙ Төркиә Республикаһына ағас һәм аҙыҡ-түлек товарҙары экспортлайбыҙ. Семинар ярҙамында "Рәсәй экспорт үҙәге" хеҙмәткәрҙәре экспортерҙарға ниндәй рөхсәт документтары кәрәклеген һәм ниндәй ҡыйын хәлдәр килеп сығарға мөмкин булыуы хаҡында һөйләйәсәк. Былар барыһы ла Төркиәлә Башҡортостан экспорты күләмен арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Ул беренсе дүрт айҙа, үткән йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда, 1,74 тапҡыр үҫеш күрһәтте, - тип уртаҡлашты Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади һәм элемтәләр конгресс хеҙмәте министры Маргарита Булычева.

Автор:
Читайте нас