

Форумдың үткән дүрт көнөндә беҙҙең делегация яҡшыһөҙөмтәләр күрһәткән.
22 июлдә форум сиктәрендә Башланғыс хәрби әҙерлек фестивале үткән. Унда Башҡортостан вәкиле Азамат Төхвәтуллин «Электрон ҡоралдан атыу» номинацияһында өсөнсө урын яулаған.
23 июлдә «iВолга Поколений» фестивале үткән. Республика вәкиле, уҙған йылдағы форумда ҡатнашыусы Алексей Севастьянов фестиваль йомғаҡтары буйынса лидерҙар иҫәбенә ингән.
24 июлдә форум аҡланында Халыҡ байрамдары фестивале уҙған, унда Башҡортостан Республикаһы көнө үткәрелгән. Унда, ғәҙәттә Волга буйы федераль округында йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәте һәм йолалары төрлөлөгө күрһәтелә. Башҡортостандан йәш модельер Ҡояш Хисаметдинова «Этник» стилләштерелгән милли костюмдар коллекцияһы конкурсында беренсе урын алған («Этник костюм» номинацияһы), ә Луиза Думайская «Урал Батыр» эпосын һөйләп, «Геройлыҡ эпосы» халыҡ сәсәндәре конкурсында өсөнсө урын алған.
«Йәштәребеҙ «iВолга» форумы программаһына әүҙем ҡушылды, үҙ проекттарын ныҡлы әҙерләп яҡлайҙар. Алда форумдың тағы дүрт көнө тора, беҙ уларҙан яңы еңеүҙәр көтәбеҙ», - тип билдәләй Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук.