Төрлөһөнән
26 Июль 2023, 12:20

“Аманат”ҡа яҙылып велосипедлы булған

Ҡаҙмаш ауылынан Сынбулат Тахаув республика балалар-үҫмерҙәр журналының төп бүләген отҡан.

“Аманат”ҡа яҙылып велосипедлы булған“Аманат”ҡа яҙылып велосипедлы булған
“Аманат”ҡа яҙылып велосипедлы булған

 Ҡаҙмаш ауылында йәшәүсе өс балалы йәш ғаилә Сулпан һәм Әхмәт Тахаувтар йылдың-йылы ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылмай ҡалмай. Үҙҙәре генә түгел, балалары ла “Аҡбуҙат”, “Аманат”, “Йәншишмә”не уҡып рухлы булып үҫә, редакциялар уҙғарған төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаша.

Тахаувтар матбуғатҡа яҙылыу кампаниялары осоронда уҙғарылған төрлө отош уйындарында бәхеттәрен дә һынай. 2016 йылда “Йәшлек” – фараз” конкурсында еңеп сығып мультиваркалы булғандар. Район баҫмаһы “Осҡон”доң да бүләген алғандар. Яңыраҡ иһә  улдары Сынбулат “Аманат” республика балалар-үҫмерҙәр журналының “Яҙыл да бүләк от!” уйынының төп призын – велосипед отҡан.

Каникул мәлендә бүләк һылтауы менән Тахаувтар ғаиләһе бишәүләп баш ҡалаға барып ҡайтҡандар. Өфөнөң иҫтәлекле урындарына сәйәхәт тә ҡылып өлгөргәндәр. Матбуғат йортонда булып, велосипедты алғандар. Был көн Сынбулаттың тыуған көнөнә тура килеүе менән үтә ҡыуаныслы булған.

Тахаувтар артабан “Йәншишмә” гәзите редакцияһында ла булып, баш мөхәррир Мирсәйет Юнысов ҡулынан ”Беҙҙең баласаҡ”  фотоконкурсында 1-се урын яулаған бәләкәстәре Миңлегөлдөң маҡтау грамотаһы һәм бүләген дә алып сыҡҡан.

Матбуғат дуҫтары булған йәш ғаиләнең ҡыуаныстары менән беҙ ҙә уртаҡлашабыҙ һәм киләсәктә лә милли баҫмаларҙан, “районка”нан айырылмауҙарын теләйбеҙ.

“Аманат”ҡа яҙылып велосипедлы булған
“Аманат”ҡа яҙылып велосипедлы булған
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас