Төрлөһөнән
4 Август 2023, 06:00

Эҫе ял көндәре көтә

Республикала алдағы ял көндәре эҫе була, тип хәбәр итте синоптиктар.

Эҫе ял көндәре көтәЭҫе ял көндәре көтә
Эҫе ял көндәре көтә

Республикала алдағы ял көндәре эҫе була, тип хәбәр итте синоптиктар.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе ихтимал. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы +25, +30 градус.

Шәмбе, 5 августа, яуым-төшөмһөҙ. Республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +12, +17, көндөҙ +25, +30 градус.

Йәкшәмбе, 6 августа, йәнә яуым-төшөмһөҙ. Республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +12, +17, көндөҙ +25, +30 градус.

«Башинформ» хәбәр итеүенсә, Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда августың йылы булыуы көтөлә. Уртаса айлыҡ температураның норманан 1 градусҡа юғары булыуы фаразлана (норма +17,2 градус).

Айлыҡ яуым-төшөм иһә норманан түбәнерәк булыр тип күҙаллана (норма 45-65 миллиметр).

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-08-04/respublikala-y-sh-sel-r-e-e-e-yal-k-nd-re-k-t-3372290 

Автор:
Читайте нас