Төрлөһөнән
4 Август 2023, 12:35

Йәштәр өсөн «Йәштәргә - эш!» республика вакансиялар йәрминкәһе уҙғарыла

29 августа Өфөлә «Торатау» конгресс-холы»нда йәштәр өсөн «Йәштәргә - эш!» республика вакансиялар йәрминкәһен уҙғарыу күҙаллана.

Йәштәр өсөн «Йәштәргә - эш!» республика вакансиялар йәрминкәһе уҙғарылаЙәштәр өсөн «Йәштәргә - эш!» республика вакансиялар йәрминкәһе уҙғарыла
Йәштәр өсөн «Йәштәргә - эш!» республика вакансиялар йәрминкәһе уҙғарыла

Ул йәш граждандарҙың хеҙмәт башланғысын дәртләндереү, йәштәрҙең даими һәм ваҡытлыса мәшғүллеген тәьмин итеү, республикала эшһеҙлек кимәлен кәметеүгә йүнәлтелгән. Республика мәшғүллеге үҙәге, «Башҡортостандың Халыҡты эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү үҙәге» дәүләт бюджет учреждениеһы, «Башҡортостандың Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте үҙәге» дәүләт бюджет учреждениеһы, «Йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге», «Өфө ирекмәндәре ассоциацияһы» муниципаль бюджет учреждениеһы, «Рәсәй Студенттар отряды» йәштәр йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм ҡаланың ҙур предприятиелары йәштәр менән эш йүнәлештәре тураһында мәғлүмәт менән таныштырасаҡ.

     «Рәсәй Студенттар Отрядтары» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм ҡаланың ҙур предприятиелары ҡатнашасаҡ.

       Йәрминкә барышында ҡатнашыусыларға төрлө һөнәри йүнәлеш биреү саралары тәҡдим ителәсәк: һөнәри йүнәлеш буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәреү; - эш биреүселәр менән әңгәмәләшеү,

-  һөнәри тестар,

 - консультациялар.

        Шулай уҡ йәрминкә сиктәрендә йәштәрҙең шәхси һәм профессиональ потенциалын үҫтереү маҡсатында уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙың һәм йәш граждандарҙың көнүҙәк проблемалары буйынса «түңәрәк өҫтәлдәр» планлаштырылған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас