Төрлөһөнән
8 Август 2023, 15:45

Шифалы эсемлектең төрлөһө була

"Башҡорт аты" фестивалендә ҡымыҙ фестивале үтәсәк. Унда республиканың шифалы эсемлек етештереүселәре иң яҡшыһы исеменә ярышасаҡ, ә сараға килгән ҡунаҡтар араһынан теләгән һәр кем билдәле башҡорт ҡымыҙы менән һыйлана аласаҡ.

Шифалы эсемлектең төрлөһө булаШифалы эсемлектең төрлөһө була
Шифалы эсемлектең төрлөһө була

"Башҡорт аты" фестивалендә ҡымыҙ фестивале үтәсәк. Унда республиканың шифалы эсемлек етештереүселәре иң яҡшыһы исеменә ярышасаҡ, ә сараға килгән ҡунаҡтар араһынан теләгән һәр кем билдәле башҡорт ҡымыҙы менән һыйлана аласаҡ. Баймаҡ районынан Минзәлә Иҫәндәүләтова ла фестиваль ҡунаҡтары өсөн ҡымыҙ әҙерләй. Ул улы Илназ һәм ҡустыһы Әғзәм менән ғаилә хужалығын ойоштора. Яңы эште Турысай ҡушаматлы бер ат менән башлайҙар. Ағаһы уны бала сағында уҡ үгеҙгә алмаштыра. Ваҡыт үтеү менән аттар һаны арта бара. Минзәлә Әҙеһәм ҡыҙы бала саҡтан үҙенең көтөүен булдырырға теләй, күрәһең, күсмә халыҡтың ҡаны йоғонто яһай. Бөгөн уларҙың 20-нән ашыу һауын йылҡыһы бар, шифалы һөттән хужабикә бөтә округта иң тәмле ҡымыҙ яһай. Башта йылҡыны ҡул менән һауып алалар, хәҙер быны һауыу аппараты эшләй. Шифалы эсемлекте яратыусылар бигерәк тә ҡурылған ҡымыҙҙы ярата. Бының өсөн Миңзәлә Әҙеһәм ҡыҙы үҙенең йәйге аш-һыу бүлмәһен яраҡлаштыра. Быуаттар буйына быуындан-быуынға тапшырылған рецептты ул бөтәһенә лә асып бирмәй, әммә беҙҙең хәбәрсебеҙгә хужабикә һөйләүенсә, йылҡы һөтөн йүкә кадкаһында һуғырға кәрәк. Хужалыҡта йылҡы өс тапҡыр һауыла. Көнөнә 100 литр һөт һауып алалар. Фестивалдә Иҫәндәүләтовтар "Аҡтау ҡымы"бренды аҫтында үҙҙәренең фирма ҡымыҙын тәҡдим итәсәк.

 

Автор:
Читайте нас