

8 йәшлек Ибраһим Ғәлин Икенсе «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестиваленә барырға йыйына. Башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев булараҡ ул өс йәшендә үк атына ултыра! Ибраһим көнө буйы аттар янында булырға әҙер: ул уларға һыу эсерә, бесән һала һәм улар менән һөйләшә. Ә атҡа атланып ултырғанда, үҙен башҡорт әкиәттәрендәге батыр итеп тоя. Ул атына атланғанда ни тиклем ғорурлыҡ кисерә! Быйыл Ибраһим II класҡа бара, Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылының 1-се мәктәбендә уҡый. Ул күп балалы ғаиләлә үҫә. Ғаилә башлығы Наил Азамат улы туризм өлкәһендә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге алып бара һәм башҡорт тоҡомло аттар был эштә уның төп ярҙамсылары булып тора. Әлегә ғаиләлә биш баш ат бар. Ибраһимдың атаһы улының ҡыҙыҡһыныуын хуплай. Уға Аят исемле ат бүләк итә, буш ваҡытта икеһе лә ат менән йөрөй, ә ҡыш көнө ат сабыштары ойоштора. Наил Азамат улы ла Ибраһимдың был фотоһын Бөрйән районының «Башҡорт аты» фестивале хөрмәтенә ойошторолған конкурсҡа ебәрҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡорт аты» фестивале 11-12 августа Баймаҡ районы биләмәһендә үтәсәк. Йәш йылҡысы Ибраһимға күңелһеҙләнергә тура килмәйсәк, сөнки унда иртәнге сәғәт 10-дан 16-ға тиклем балалар өсөн майҙансыҡ эшләйәсәк. Унда башҡорт милли уйындары, спорт ярыштары һәм «Ҡара юрға» бейеү флешмобы үтәсәк. Әүҙем малайҙарҙы һәм ҡыҙҙарҙы иҫтәлекле бүләктәр көтә.