

Ауырғазы районының Торомбәт ауылынан Вилнур Ғәлимов үҙенең Русе менән «Башҡорт аты» II халыҡ-ара фестивалендә «Ылаҡ» милли уйынында ҡатнашасаҡ.
— Руся Рәсәй көнөндә тыуған. Шуға күрә был исемде йөрөтә. Ул ала сыбар. Бала саҡтан ошондай ат тураһында хыялланып йәшәнем. Уны күргәс, шунда уҡ хужаларға килеп, һатыуҙарын һораным. Тик һорауым кире ҡағылды. Әммә күңелемдән генә мөғжизәгә өмөтләндем. Һәм ул ысынбарлыҡҡа ашты: бер аҙҙан миңә уны һаттылар. Хәҙер Рускә 8 йәш. Ул көслө, сабыр, аҡыллы һәм бик тоғро. Беҙ «Ылаҡ» уйынында бер-беребеҙҙе һүҙһеҙ аңлап эшләйбеҙ, - ти Вилнур.
Әйткәндәй, былтыр делегацияларҙың береһе вәкилдәре Вилнурҙы Русте 500 мең һумға һатырға тәҡдим итте. Әммә хужа был тәҡдимде ҡәтғи кире ҡаға. "Дуҫтар һатылмай", - ти Вилнур.
Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районында "Граф" күле буйында башҡорт тоҡомло Аттарҙың «Башҡорт аты»халыҡ-ара фестивале старт аласаҡ.
https://resbash.ru/news/obshchestvo/2023-08-11/vilnur-i-rusya-priehali-na-bash-ort-aty-3382156