Төрлөһөнән
12 Август 2023, 10:30

Олег Литяйкин: "Башҡорт аты башҡорт балы менән брендҡа әйләнде"

«Башҡорт аты» фестивалендә «Аттарҙы тоҡомло үрсетеү һәм йылҡысылыҡ продукцияһын эшкәртеү проблемалары» Бөтә Рәсәй ғилми конференцияһы үтте.

Олег Литяйкин: "Башҡорт аты башҡорт балы менән брендҡа әйләнде"Олег Литяйкин: "Башҡорт аты башҡорт балы менән брендҡа әйләнде"
Олег Литяйкин: "Башҡорт аты башҡорт балы менән брендҡа әйләнде"

«Башҡорт аты» фестивалендә «Аттарҙы тоҡомло үрсетеү һәм йылҡысылыҡ продукцияһын эшкәртеү проблемалары» Бөтә Рәсәй ғилми конференцияһы үтте.

Майҙансыҡтағы спикерҙарҙың береһе - Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының малсылыҡ һәм тоҡомсолоҡ эше департаменты директоры урынбаҫары Олег Литяйкин. "Башҡорт халҡы өсөн ат һәр ваҡыт ярҙамсы булды, – тине Олег Михайлович. - Аттар һуғышта ярҙам итте, ауыл хужалығы эштәрендә лә ярҙам итә. Республика был йүнәлеште хуплай, ул, һис шикһеҙ, тағы ла бер йәлеп итеү үҙәгенә әүереләсәк. Бөтә Рәсәйҙә дан яулаған башҡорт балы менән бер рәттән, башҡорт аты ла шундай уҡ брендҡа әүереләсәк. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың барыһына ла конструктив аралашыу, яҡшы кәйеф теләйем". Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале Бөгөн Баймаҡ районының Граф күлендә үтә.

Автор:
Читайте нас