

Сарала Башҡортостанда тыуып үҫкән, әлеге ваҡытта Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында белем алған йәштәр, шулай уҡ Волга буйы федераль округы төбәктәре вәкилдәре ҡатнаша.
- Бер нисә йыл элек Башҡортостанда ҙур йәштәр форумы майҙансығын ойоштороу өҫтөндә эшләй башланыҡ, - тип һөйләй республиканың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук.
- Республика йәштәрен, Рәсәй башҡа төбәктәрендә йәшәгән яҡташ йәштәрҙе йәлеп итергә булдыҡ. Шулай итеп «Йәштәр йыйыны» барлыҡҡа килде. Форум эше бер нисә йүнәлештә алып барыла, улар иҫәбендә - медиа өлкәһе, студент һәм йәштәр ойошмалары вәкилдәре өсөн ойошторолған «Медиатренды» платформаһы.
Унда Башҡортостандың билдәле журналисы Елена Арямнова ҡатнаша. Был майҙансыҡта журналистика, йәмәғәтселек менән бәйләнеш, социаль селтәрҙәр менән ҡыҙыҡһынған 50-нән ашыу йәштәр ҡатнашҡан.
Беҙҙең төп бурыс - республикала йәштәр продукттарын, медиаөлкәләге проекттарҙы әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу, тип белдерһе ул.