+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Октябрь 2023, 15:20

Илде һаҡлау тигән бурыс бар

Һәр милләткә һуғыш түгел, тыныслыҡ кәрәк! Мәҡәләмдең геройы — ошо кѳндәрҙә бер нисә генә кѳнгә ялға ҡайтҡан, әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡта һалдат булараҡ үҙенең ил алдындағы бурысын үтәгән батыр яугир.

Илде һаҡлау элек-электән егет кеше өсөн тыуған төйәге, халҡы алдында изге бурыс һаналған. Быуаттар дауамында үҙенең көслө армияһы, күренекле полководецтары, генералдары менән дан тотҡан Рәсәй армияһы әле лә шанлы үткәндәр юлынан тайпылмай. Ата-бабаларҙан ҡалған данлы традицияларға, халҡыбыҙға хас булған тыуған илде һөйөү хисенә тоғро ҡалып, әле лә беҙҙең егеттәр фашизм күкрәп сәскә атҡан Украинала батырҙарса дошман менән алыша.

"Башкир" позывнойы аҫтында йөрөгән егет бәләкәстән тиктормаҫ, шаян, йор һүҙле ул. Урындағы белем усағы 9 йыллыҡ булыу сәбәпле, 10-11 кластарҙы күрше ауылында тамамлай. Теүәл фәндәрҙе үҙ итә, бигерәк тә техника менән ҡыҙыҡһына. Тиҙерәк ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтыу теләге менән 11 кластан һуң тура ДОСААФ-ҡа водителгә уҡырға инә. «В», «С» категорияларына эйә булып, Магнитогорск политех колледжында крансы һөнәрен үҙләштереп йөрөгәндә, Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафына алына. Пенза ҡалаһының радиация, химик һәм биологик һаҡлау ғәскәрҙәрендә бер йыл хеҙмәт итә.

— Беҙҙең төп бурыс булып тыныс ваҡытта ла, һуғыш ваҡытында ла халыҡты һәм тыл объекттарын радиация, химик һәм биологик хәүефтән һаҡлау ине. Урындағы ерҙәрҙе радиация һәм биологик махсус машиналар ярҙамында разведкалай инек, асыҡлаған осраҡта зарарланыу усағының сиктәрен билдәләй торғайныҡ, — ти үҙе.

Хеҙмәттән ҡайтҡас, Магнитогорск металлургия комбинатына йөк тейәүсе водитель булып эшкә урынлаша. Киләсәктә фатир алырға йә өй һалырға тип дәртләнеп йәшәгән уй-хыялдар былтыр көҙгөһөн селпәрәмә килә. Ауыл хакимиәтенән махсус хәрби операцияға саҡырыу бар тигән шылтыратыу була. Оҙаҡ уйлап тормайынса, саҡырыу ҡағыҙын алып, бер төркөм Әбйәлил егеттәре менән Саратов ҡалаһына учебкаға юллана. «Өлөшләтә мобилизация тураһындағы хәбәрҙе тыныс ҡабул иттем, ауыл хакимиәтенә шылтыратып, саҡырыу ҡағыҙы бармы, юҡмы икәнен белештем һәм кискеһен барып алдым. Тегендә егеттәр менән бер ғаилә кеүек йәшәйбеҙ, бер-беребеҙгә терәк булырға тырышабыҙ»,- ти ул.

Взводта стрелок булып хеҙмәт итә башлай. Унан һуң пулеметсы итеп тәғәйенләйҙәр, бөгөнгө көндә ул бүлек командиры. Ошо кѳндәрҙә батыр йѳрәкле һалдатҡа 28 йәш тулды. Әлеге ваҡытта башҡа хәрбиҙәр менән бергә ул да Украинала төпләнгән нацистарға, дошмандарға, уларҙың баштан аяҡ ҡоралланған хәрби кѳстәренә ҡаршы көрәштә ғүмерен аямай алыша һәм тѳрлѳ милләттән булған яугирҙәр менән иңдәренә тѳшкән бурысты намыҫлы үтәй, һалдат антына тоғро ҡала. Күптән түгел хәрби бурысын лайыҡлы үтәгәне өсөн взвод командирынан һәм РФ Оборона министрлығынан ата-әсәһенә Рәхмәт хаты килгән.

— Мобилизацияланған егеттәр менән тиҙ генә уртаҡ тел табып, бер-беребеҙгә ярҙамлашып, ошо килеп тыуған хәлдә йәшәргә тырышабыҙ. Буш ваҡыттар килеп сыҡһа, сәй ҡайнатып эсеп алабыҙ, күңелле мәлдәрҙе иҫкә алабыҙ, бергәләп эш эшләйбеҙ. Мин бүлек командиры булғас, үҙемдең хәрби тѳркѳмгә ҡараған 7 кеше өсөн яуаплы, улар минең ҡарамаҡта. Уларҙың ғүмерҙәре һәм һаулыҡтары ѳсѳн дә мин яуап бирәм. Фронт һыҙығы бик оҙон. Окоптар ҡаҙып, йәшәү һәм йәшенер ѳсѳн урындар әҙерләйбеҙ. Яланда ла булдыҡ, күбеһенсә беҙ урман яғындараҡ кире яҡтың баҫымына ҡаршы торабыҙ. Палаткалар ҡормайбыҙ, сѳнки уларҙы дошмандың квадрокоптерҙары тиҙ генә күреп ҡала һәм артиллерия утын йүнәлтә. Тѳрлѳ ерҙән һѳжүм алып барғас, беҙҙе бик үк күреп бармайҙар һәм артиллерия беҙгә тейҙерә алмай. Йылғырлыҡҡа һәм башты эшләтергә һуғыш ѳйрәтә. Дошман күрмәһен ѳсѳн урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡтар араһына йәшеренергә тырышабыҙ, — ти яугир.

Күҙҙәрендә нурлы осҡондар уйнаған, әле үҫмерлеге лә сығып бѳтмәгән, бик тә мѳләйем, аҡыллы фекер йѳрѳткән, йәшлек дәрте менән янып торған яугиргә үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған күп һорауҙар бирҙек. «Алла бирһә, еңеү менән ҡайтырға насип булһа, бер нимә лә йәшермәйенсә һөйләрмен, әлегә ярамай», — тип аҡыллы ғына яуап бирҙе ул ҡайһы бер һорауҙарға.

Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса өлөшләтә мобилизацияға эләккән яугирҙәр ярты йыл хеҙмәт иткәндән һуң ике аҙналыҡ отпускыға ҡайта. Июнь айында тәүге ялға ҡайта һәм машинаһын да алып китә.

— Һалдаттарҙы ялға берәй аҙна-ун кѳнгә ҡайтарып тороу мѳмкинлеге әлегә бар. Ѳсәрләп-дүртәрләп егеттәр ялға ҡайтып киләләр. Яугирҙәр фронттың тәүге оборона һыҙығында торалар. Ялға ҡайтҡан ваҡыттарында ла телефондан ѳҙлѳкһѳҙ шылтыратыуҙарға яуап бирәләр. Сѳнки һалдатҡа уның менән бергә яуҙа булғандарҙың ата-әсәһе, туғандары шылтыратып, яҡындарының хәлен һораша, борсола, — ти яугир. — Йәйгеһен ҡайтҡанда өйҙәренән ата-әсәләр, яҡындары әҙерләп ебәргән посылкалар байтаҡ йыйылды. Һәр кемгә үҙ ире, балаһы, туғаны яҡын, кәрәкле әйберҙәр тупланған көс еткеһеҙ посылкаларҙы беҙҙең райондан ғына түгел, сит райондарҙан да алып килгәйнеләр. Машинама бик күп кәрәкле әйбер тейәп, урын еренә алып барып еткерҙем.

Һалдаттарға гуманитар ярҙамдың барып етеү-етмәүе тураһында һорайбыҙ.

— Гуманитар ярҙам тәүҙәрәк килеп етмәһә лә, йәйге айҙа бер тапҡыр һәм яңыраҡ бер тапҡыр алып ҡыуандыҡ. Үҙебеҙҙең район, Башҡортостан һәм башҡа ѳлкәләр, республикалар халҡына беҙҙе онотмағандары ѳсѳн бик рәхмәтлебеҙ. Аяҡ кейемдәре тиҙ һыуланғанда, алмаш нәскиҙәр, ойоҡбаштар булыу бик шәп инде ул. Тағы ла уҡыусыларҙың яҙған хаттары күңелде йылыта. 6-сы класс уҡыусыһы яҙған башҡортса хатты әле лә түш кеҫәмдә һаҡлайым, — ти ул.

Күптән түгел тыуған яғына икенсе тапҡырға ялға ҡайтҡан. Ул мәктәбендә уҡыусылар менән осрашҡан, фәһемле кәңәштәре менән уртаҡлашҡан. Яҡташыбыҙ менән әңгәмәләшкәндә үҙен ысын ир-егеттәрсә тотоуына һоҡланмау мөмкин түгел ине. Ул бөгөнгө ваҡиғаларҙың ыңғай яҡҡа үҙгәреүенә һәм киләсәктә барыһы ла яҡшы буласағына ышана. «Яу яланындағы егеттәрҙең рухтары күтәренке. Украиналағы хәрби операцияның мәжбүри сара булыуын беҙ яҡшы аңлайбыҙ. Дошмандарҙы ѳңѳндә юҡҡа сығарырға, беҙҙең илгә яҡын ебәрмәҫкә кәрәк икәнен һәр Рәсәй һалдаты аңлай. Иң мѳһиме Украина еренә лә, Рәсәйгә лә тиҙерәк тыныслыҡ килһен. Беҙ шуның ѳсѳн кѳрәшәбеҙ», — ти ул.

Беҙҙең һѳйләшеүҙән һуң ике кѳн үткәс, яугиребеҙ тағы Украинала, хеҙмәттәштәре янында ине инде. Бер нисә кѳн эсендә хәрбиҙәргә гуманитар ярҙам йыйылған. Кемдер ярҙамды аҡсалата тапшырған, ағинәйҙәр йѳн иләп ойоҡбаштар, бирсәткәләр бәйләп һалған. Йылы термо кейемдәр, балаклавалар, йылы шапкалар, гигиена саралары, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек һәм башҡа яу яланында кәрәк булырҙай әйберҙәр тупланған. Быны Рауил ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары ойошторған. Барыһының да бер теләк: ир-егеттәребеҙ ғаиләләренә, ҡатындарына, балаларына иҫән ҡайтһын.

Автор: Гөлфиә ХӘСӘНОВА.

Читайте нас: