+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Ноябрь 2023, 17:35

Ирем янына барып ҡайттым...

21 октябрь таныш булмаған номерҙан шылтыраттылар. Көнө-төнө мутлашыусыларҙан һаҡ булығыҙ тигәстәр алманым. Ул арала Гөлнара апайым: “Кейәү икенсе номерҙан шылтырата, трубкаңды ал”, – тип яҙа. Тормош иптәшемдең алғы һыҙыҡта, 19 октябрь штурмға бара икәнен белә инем, ҡойолоп төштөм...

Ирем янына барып ҡайттым...
Ирем янына барып ҡайттым...

20 октябрь яраланған хәрбиҙәрҙе фронттан дауаханаға алып сыҡҡан. Документһыҙ, аҡсаһыҙ, телефонһыҙ булғас, “Бәйләнештә” сайты аша бер туған Гөлнара апайымды табып, минең номерҙы алып, шылтыраталар икән. Иптәшем 26 октябргә тиклем махсус хәрби операция биләмәһенән ситтә, ҡалғанын аныҡ ҡына әйтә алмайым тине. Туғандарыма хәбәр иткәс, улар барып киләйек, йылы кейемдәр алып барайыҡ тип тәҡдим итте. Мин “Сорғот-Мәскәү-Һарытау” маршруты буйынса самолетта, Ринат ҡустым менән Гөлназ апайым Әбйәлил районынан машина менән юлға сыҡтыҡ. (Әлиә һеңлемә рәхмәт, самолетҡа билет алып, алдан теркәү үтте).

Һарытауға барып төшкәндә туғандарым көтөп тора ине. Машинаға ултырам тиһәм хайран ҡалдым, салон һәм багаж әйберҙәр менән тулған. Хәлил ауылы билмәһе халҡы, хакимиәт башлығы Айбулат Баҡый улы Хәйбуллин, Ишбулды ауылынан ауылдаштарыбыҙ, туғандарыбыҙ, күршеләребеҙ йылы әйберҙәр, Альбина еңгәй, Ләлә килен, Гөлъямал апай бешеренеп төрлө күстәнәстәр һалған.

Беҙ юлда саҡта иптәшемде һаулығын нығытыу өсөн Белгород өлкәһенән Воронеж өлкәһенә күсерҙеләр. 25 октябрь киске сәғәт 9-ға барып еттек, температураһы булғас сығарманылар. Унда ҡунырға урын тапмай, 40 километр алыҫлыҡтағы Россошь ҡалаһына барып урынлаштыҡ. Иртәгеһенә госпиталгә барып, килтергән әйберҙәрҙе тапшырҙыҡ. Яугирҙәр бик шат булдылар. Хөкүмәт ярҙам итмәгәндән түгел, бөтә нәмә лә бар, ашатыуҙары һәйбәт. Әммә һуғыш яланынан сыҡҡан 100 хәрбиҙәргә бөтә яҡтан да ярҙам кәрәк – кейем дә, психологик ярҙам да, дауалау ҙа. Терапия бүлеге мөдире, дауалаусы табип-майор һәм өс шәфҡәт туташы беҙҙең Башҡортостандан икәнде белгәс һоҡланыуҙарын белдерҙеләр.

Россошь ҡалаһындағы дауаханаға лә мөрәжәғәт итергә тура килде. Бик итәғәтле, ярҙамсыл табиптар ҡараны. Төштән һуң килгәнегеҙ, яҙылмағанығыҙ, документы юҡ тип береһе лә әйтмәне. Иптәшемдең температураһы юғары булғас, бер сәғәт эсендә анализдар алып, флюорография эшләп, ниндәй ярҙам кәрәк тип йүгерешеп йөрөнөләр. Эргәһендәге бергә булған егеттәрҙең дә ярҙамын тойҙоҡ, төрлөһө төрлө яҡтан булаһалар ҙа – бер команда. Температура төшмәгәс, Богучар ҡалаһындағы хәрби госпиталгә күсерҙеләр. Кисектергеһеҙ хеҙмәткә алынған егеттәрҙең береһе Силәбе өлкәһе Агаповка ауылынан ине, күршеләр тип ҡаршы алды. Беҙҙе индермәнеләр. Аптырап, ут йотоп урынлаштымы-юҡмы тип ҡайтырға сыҡтыҡ.

Сорғотта йәшәгән Гөлнара апайымды социаль селтәрҙә ултыраң, танышмаған кешең юҡ, һәр береһенә лайк ҡуяң тип әрләһәм дә, был юлы ярҙамы шул таныштары арҡаһында тейҙе. Иптәшем Рәмилдең Хәлил мәктәбендә уҡығанда класташы булған Светлананың улы шул госпиталдә эшләгәнен белеп, уға яҙҙыҡ. Ул иптәшемдең хәлен беҙгә хәбәр итте. Башҡортостандағы бәләкәй генә Ишбулды (Ахай) ауылын белеп, Ғаяз тигән дуҫым йәшәй, мин Сибай ҡалаһынан, ниндәй ярҙам кәрәк тип торған егеттәргә рәхмәт! Богучар ҡалаһынан Һарытауға 500 километр ҡарлы-ямғырлы араны арымай үткәргән Ринат ҡустыма, Гөлназ апайыма, онлайн теркәү үткәргән Әлиә һеңлемә, һауа торошо боҙолғанға Мәскәүгә һуңлап килеп төшкәс, кем Сорғотҡа, һеҙҙе 119 сығыу урынында самолет көтә тип юл күрһәтеүсе аэропорт хеҙмәткәрҙәренә, Хәлил ауыл биләмәһе халҡына, уның етәксеһе А. Б. Хәйбуллинға, ауылдаштырыма, туғандарыма, юлда осраған барлыҡ изге күңелле кешеләргә, бергә эшләгән хеҙмәткәрҙәргә оло рәхмәтемде еткерәм. Һеҙгә һаулыҡ, бәхет, балаларығыҙҙың именлеген күреп, имен-тыныс тормошта йәшәүегеҙҙе теләйем. Миңә күрһәткән ярҙамығыҙ, изгелегегеҙ үҙегеҙгә мең тапҡыр артып ҡайтһын.

Себерҙән Гөлсинә РӘХМӘТОВА.

Автор:
Читайте нас: