+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Декабрь 2023, 09:00

Герой булып ҡайтты исеме

Бөгөн – Ватан геройҙары көнө. Бынан алдағы йылдарҙан айырмалы быйыл был көндә махсус хәрби операцияла Тыуған ил өсөн йәнен фиҙа ҡылған йәш батырҙарыбыҙҙы ла иҫкә алырға бурыслыбыҙ. Рәсәй Президенты В. В. Путиндың 2022 йылдың 21 июлдәге Указы менән яҡташыбыҙ  Асҡар егете, гвардия прапорщигы Тамерлан Айсар улы Илһамовҡа махсус операция барышында күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде.

Герой булып ҡайтты исеме
Герой булып ҡайтты исеме

2022 йыл. 3 июль. Снежное ҡалаһы. Уларҙың расчеты был көндә дежур итергә тейеш булмай. Үҙҙәренең күңел йомартлығы менән хәрби частә 7 йыл бергә хеҙмәт иткән иптәше, шулай уҡ яҡшы белгес, прапорщик, Дағстан егете Рехбер Гюляхмедов менән риза булалар.

Ошо көндә Тамерлан өйгә өс тапҡыр шылтырата. Үҙе менән бер-бер хәл буласағын һиҙҙе микән әллә? Хәйер, уйлап ҡараһаң, утлы өйөрмә эсендә йөрөгән һәр кем өсөн һәр һулышы һуңғыһы булыуы ихтимал. Әммә егеттең һеңлеһенә: ”Әгәр мин булмаһам, сәхифәләремде юйырһың”, – тип үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге аккаунттарының паролдәрен дә биреп ҡуйыуы йәнә шикләндерә. “Был көндә Тамерлан нисектер сәйер ине, телефон экранына тура ҡарамай, ниндәйҙер хәүеф янаған кеүек, иғтибарын йән-яҡҡа йүнәлтеп тик ултырҙы”, – ти әсәһе лә. Ваҡыт һуң булһа ла, 23.45 сәғәттә Гөлиәгә шылтырата, хәлдәрен һораша. Ә инде бер сәғәттән Тамерландың йәне күккә оса...

Июлдең 3-нән 4-нә ҡараған төндә дежурҙағы “Панцир–С” зенит ракета-пушка комплексы хәрби машинаһы расчеты беренсе булып оборона объектына табан осоусы ҡаршы яҡтың реактив снарядтарын күреп ҡалып, уларға ҡаршы һауа һуғышын аса. Ҡыйыу һәм тәүәккәл ҡарарҙары менән расчет 9 реактив снарядты юҡ итә. Әммә хәрби машина үҙе хәүефһеҙ зонаға ҡасып өлгөрмәй, һөжүмгә дусар була, расчет башкөллө һәләк була. Үҙ ғүмерҙәре хаҡы менән Тамерлан Илһамов менән Рехбер Гюляхмедов хәрби бурысты үтәүҙе тәьмин итә. Икеһе лә үлгәндән һуң юғары дәүләт наградаларына тәҡдим ителә. Яҡташыбыҙға, мәғлүм булыуынса, Рәсәй Геройы исеме бирелә, хәрби иптәше Батырлыҡ ордены менән наградлана...

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: