Республикала 2023 йылда IТ-проекттарҙы үҫтереүгә 135 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән, шуның 9 миллионы - республика Хөкүмәте тәүгегә бүлгән гранттар. Был хаҡта Башҡортостандың Дәүләт идаралығын һанлы үҫтереү министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Үҙ проекттарын үҫтереүгә республиканың грант ярҙамын алған компаниялар - хоҡуҡи хәбәр итеү хеҙмәте, «Асыҡ төбәк» һәм «Мәғлүмәт технологиялары үҙәге». Аҡсаның ҡалған өлөшөн федераль фондтар бүлгән. «Һуңғы биш йылда республиканың IТ-компанияларын, стартаптарҙы һәм командаларҙы үҫтереү өсөн федераль финанслауҙан 1 миллиард һум самаһы йәлеп ителгән. Төбәктең 152-гә яҡын агрокомпанияһына ярҙам күрһәтелгән», - тип билдәләй республика дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.
Башҡортостанда «Һанлы технологиялар» проектының «Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады» милли программаһы сиктәрендә эшләү 2022 йыл өсөн - 592,6 миллион һум, 2021 йылда 153 миллион һум йәлеп итергә мөмкинлек биргән. 2024 йылда республикала аккредитацияланған компаниялар һанын арттырыу күҙаллана, был да дәүләт ярҙамы сараларын рәсмиләштереүҙе ябайлаштырыу өсөн эшләнә.
Ил Президенты Владимир Путиндың 2018 йылдағы указы нигеҙендә ҡабул ителгән «Һанлы иҡтисад» милли проекты (Национальный проект “Цифровая экономика”) ярҙамында дәүләттең юғары технологиялы бизнесҡа һәм илдә етештерелгән IТ-башланғыстарға әүҙем ярҙам күрһәтелә.