Төрлөһөнән
16 Февраль 2024, 10:38

Афған һәр саҡ хәтерҙә

15 февраль Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 35 йыл тулды. Афғанстанда үҙҙәренең интернациональ бурысын үтәгән әбйәлилдәр хаҡында 2015 йылда «Солдат войну не выбирает» исемле китап сыҡты. Гәзит уҡыусылар иғтибарына китап өсөн әҙерләнгән шәлкемдән Гөлшат Әхмәтҡужина мәҡәләһен тәҡдим итәбеҙ.

*     *     *

Сәлих минең күҙ алдымда үҫте, әсәйемдең һеңлеһе Сәлиә апайым көнкүреш комбинатында, һуңғараҡ Асҡар ауыл Советында бухгалтер булды, Әхмәҙи еҙнәм партия район комитетында яуаплы вазифала эшләне, шуға күрә өләсәйем Сәлих менән Әхмәт ейәндәрен көндөҙ үҙе ҡараны. 
Бик баҫалҡы, ипле, аҡыллы малай ине Сәлих. Урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетына уҡырға инде. Бәләкәйҙән юрист булырға хыяллана ине. Шуға ла тырышып уҡыны. Университетты тамамлағас, район эске эштәр бүлегенә тәфтишсе булып эшкә урынлашты. Өйләнде. 
Ғаиләһе имен, эше үҙенә оҡшай ине, шулай булғас, ни өсөн кәрәк булғандыр инде уға Афғанстан — бөгөн булһа ла аңлай алмайым. Хәйер, беҙҙең быуын ул замандарҙа үтә романтик ине шул. Туғаным минән туғыҙ йәшкә кесе булһа ла, барыбер шул уҡ коммунистик тәрбиәне, октябрят-пионер-комсомол юлын үткән ине. Ата-әсәһенең, кәләше Фәнүзәнең ҡаршы төшөүенә ҡарамаҫтан, Афған һуғышына ул үҙ теләге менән китте. Бәлки, ундағы ҡан-ҡойошто, мәғәнәһеҙ рәүештә әҙәм ғүмерҙәре ҡыйылыуын аңлап, белеп тә етмәгәндер. 
«Әхмәт ҡайҙа булһа ла бирешмәҫ, Сәлихкә армияла ҡыйыныраҡ булырмы икән?» — өләсәйемдең шулай борсолғанын хәтерләйем, сөнки ҡустыһы ағаһына ҡарағанда үткерерәк тә, батырыраҡ та ине.
Тормошто һөйгән, кешеләргә ихлас ышаныу менән ҡараған, эскерһеҙ ҡустым Афған яуынан бөтөнләй икенсе кеше булып ҡайтты. Йыл ярым эсендә шундай үҙгәреш... юҡ, ул ҡыҙыу ҙа түгел ине, киреһенсә, тотош үҙ-үҙенә бикләнгәйне, эшенә ҡабат барҙы, унда коллективта нисек булғандыр белмәйем, әммә ғаиләһендә бөтөнләй һөйләшмәҫ булды. Телевизорҙа һуғыш тураһында фильм күрһәтһәләр, шундуҡ сығып китә ине. «Балаҡайыма әллә ни булды?» — тип, апайымдың илағанын хәтерләйем. Афғанстанда асылда ниҙәр булғанын беҙ белмәй инек.
Әле алдымда Сәлихтең хәрби билеты менән һәр төрлө льготаларға хоҡуҡ биреүсе танытмаһы ята. Үҙе иҫән сағында бер ниндәй ташламалар менән файҙаланып өлгөрмәне. Баҡтиһәң, Сәлих Әхмәҙи улы Хәсәнов 69713-сө хәрби часта стрелок булып хеҙмәт иткән икән. Йыуаш, кешеләр күңелен аңлай, сит хәсрәтте үҙ йөрәге аша үткәрә белгән ҡустымды башҡаларға төбәп атырға мәжбүр иткәндәр...
Бөгөн уның ниҙәр кисереүен бер аҙ аңлайым һымаҡ. 1983 йылдың 14 апре-лендә өлгөлө хеҙмәте өсөн «Совет армияһы отличнигы» билдәһе менән бүләкләгәндәр. Башҡа төрлө билдә һәм юбилей миҙалдарын ул алып өлгөрмәне. Афған яуынан ҡайтҡас, уға хеҙмәттә күргәндәре тынғылыҡ бирмәгәндер, күрәһең. Күңеленән, моғайын, һәр саҡ үҙ-үҙе менән бәхәстә булғандыр. Һәм хәҡиҡәт менән ялғандың, изгелек менән яуызлыҡтың ни дәрәжәлә бер-береһе менән буталған булыуын ҡабул итә алмайынса һуңғы аҙымға барғандыр...
Яҡты донъяларҙан киткәнендә Сәлих ҡустым бик йәш ине, бөгөн уға 64 йәш тулған булыр ине, иҫән булһа, олатай булып, ике ҡыҙының бәхетенә шатланып йәшәр ине. Әгәр йәненә Афған һуғышы төҙәлмәҫ яра һалмаған булһа...

Читайте нас