Хәрби йыйын барышында була-саҡ һалдаттар менән үҙ эшенең оҫталары, тәжрибәле белгестәр, офицерҙар шөғөлләнә. Бындай тәрбиә алымы егеттәрҙе әрмелә хеҙмәт итеүгә әҙерлек сифатын арттыра, илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләй. Хәрби йыйындың программаһы бик бай. Егеттәр бер аҙна дауамында дөйөм хәрби устав менән танышты, хәрби әҙерлек үтеп, тормош хәүефһеҙлеге һабаҡтары дәресендә алған белемдәрен практикала ҡулланып ҡараны. Мәҫәлән, топография буйынса күнекмәләр, стройға теҙелеү, тактик атыш әҙерлеге һәм башҡалар буласаҡ һалдаттар өсөн бик кәрәкле шөғөл.
Хәрби әҙерлек үткән егеттәр менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров осрашты. Республика етәксеһе нормативтарҙы тапшырыуҙа иң яҡшы күрһәткестәргә эйә булған егеттәргә исемле сәғәт тапшырҙы. Улар араһында — Айыуһаҙы егете Рушан Әбләевтың булыуы ҡыуа-ныслы. Тирҙа атыуҙа Рушанға тиңләшеүсе булмаған. Был уның ата-әсәһе Илфир һәм Миләүшә Әбләевтар өсөн дә оло ғорурлыҡ.
— Был уҡыуҙарҙың файҙаһы бик ҙур, минеңсә, яңы иптәштәр табырға ярҙам итә, яуаплы булырға өйрәтә, тормош тәжрибәһе бирә, — тип иҫәпләй Рушан. — Миңә бында хәрби күнекмәләр үтеү, атыу тактикаһына өйрәнеү, парашюттан һикереү, шулай уҡ һуғыш яланында тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү алымдарын үҙләштереү айырыуса оҡшаны.
Р. ДАУЫТОВА.