Төрлөһөнән
16 Февраль 2024, 10:18

Изгелек орлоҡтары

Башҡортостандың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, СССР-ҙың мәғариф отличнигы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры, КПСС-тың XXVII cъезы делегаты, Әбйәлил районының почетлы гражданы, Юлай Иҙрис улы Хәсәнов Дауыт ауылында тыуған.

Ҡояш нурҙары айырыуса үтемлерәк булдымы, йылы ямғырҙарҙың шифаһы тейҙеме, баҫыуҙарҙа иген үткән яҙ һурып алған кеүек дәррәү сыҡты. Нисәмә яҙ ҡаршылай һәм нисә тапҡыр һабантурғай йырын тыңлай Юлай Иҙрисович, ләкин йыл да бер нәмәгә ғәжәпләнеүҙән туҡтамай: кисә генә тупраҡҡа күмелгән шул ваҡ бөртөктәр ерҙе йыртып сығыр көс-ҡеүәтте ҡайҙан ала? Үҙ һутынан йән яралтып, уға йәшәү көсө биргән ерҙең бик аҙҙар ғына төшөнә ала торған сере был. Ер һәм әсә һүҙҙәрен бәлки шуға ла бергә ҡушып әйтәләрҙер?
Ғәжәпләнә һәм һоҡлана белмәгән кеше донъяла үҙен мәхрүм итеп йәшәй. Тәтелдәп кенә йөрөгән сабыйҙың хәбәренә ҡолаҡ һалығыҙ, ҡыланышына иғтибар итегеҙ әле: уның теленән осҡан һәр һүҙҙең икенсеһе «ни өсөн?» йә «был нимә була?», ул һәр нәмәлә үҙенә күрә бер донъя аса, шуға шатлана йә рәнйей. Нисек кенә сәйер ишетелмәһен, педагогты ла мин шул сабыйға оҡшатыр инем. Тик һәр көн һәм һәр бала өсөн яңы донъя асыусы һәм һәр балала үҙенә бер донъя күрә белеүсе сабыйға.
«Йәнгел» совхозына яңы директор тәғәйенләнгәс, Юлай Иҙрисович ҡапылда начальствоға инеп күренергә ашыҡманы. Директор, бәлки, үҙе шылтыратыр йәки хатта мәктәпкә инеп тә сығыр тип көттө. Һәм шулай булды ла. Юлай Иҙрисович ул көн тарих дәресенә ингәйне. Үҙе лә һиҙә: кәрәккәндән йышыраҡ та йөрөй шикелле тарих дәрестәренә. Ләкин Фәниә Саяфовна Абдразаҡова уларҙы шулай итеп үткәрә, директор һәр дәрестән үҙенә бер яңылыҡ алып сыҡҡан кеүек. Ошо сандыр ғына кәүҙәле ҡатында шул хәтлем дәрт ҡайҙан табылалыр?
Дәрес шауҡымынан арына алмай килгән, ахыры, Валентина Посыпайконың ҡыуып еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалған.
— Юлай Иҙрисович, һеҙҙе мәктәп янында бер кеше көтә.
— Кем һуң ул, таныманығыҙмы?
— Таныманым. Дәү кәүҙәле бер ағай. Уҫал күренә.
— Ярай, хәҙер барырмын ул «уҫал ағай» янына.   
Совхоз директоры Заһир Әҡсәнович Ғәлин булып сыҡты ул. Шулай танышып китте ике директор. Валентина Андреевна хаҡлы булған: хужалыҡ етәксеһе ҡырыҫыраҡ холҡло, ҡаты ҡуллы икән. Күренеп тора, үҙе төпкә егелеп эшләй, бүтәндәргә лә мисәүҙә уйнаҡлап барырға форсат бирмәй. Ләкин уҫал совхоз директорының күңеле балаларса бер ҡатлы, тәбиғәте менән ғәжәп мауығыусан булып сыҡты. Юлай Иҙрисович бер ваҡиғаны йылмаймай хәтерләй алмай.
Әлеге Фәниә Саяфовнаның дәресенә ике директор бер юлы инергә булды. Россиялағы беренсе революция осорона ҡағылышлы тема үтәләр ине шикелле. Уҡытыусы, ғәҙәттәгесә мауығып, революцион йырҙар тураһында һөйләй, һүҙенең аҙағында Фәниә Саяфовна балаларға берәй революцион йыр йырларға тәҡдим итте. Ҡунаҡтар тартындыра ине ахыры балаларҙы. Класс бер аҙға тын ҡалды. Һәм ҡапыл артҡы рәттән:
Отречемся от старого мира,
Отряхнем его прах с наших ног... —
тип көңгөрт-ҡуйы, көслө тауыш яңғыраны. Класс, кемдер команда биргәндәй йыр башлаусы яғына боролдо, аяҡ үрә баҫты һәм тиҫтәләрсә балалар күкрәгенән урғылған яңғырауыҡлы көй, теге баритон менән үрелеп тәҙрәләрҙе зыңлатты.
Вставай, подымайся, рабочий народ!
Вставай на врагов, люд голодный!
Юлай Иҙрисович, бүтән кластарға ҡамасаулайһығыҙ тип, йырлаусыларҙы тыйманы. Ул ҡаушабыраҡ ҡалғайны. Ләкин йөрәге менән ул ошо минутта йәш дуҫын һәм фекерҙәшен табыуын тойғайны. Ошо минутта бөтә класс совхоздың олпат кәүҙәле, уҫал ҡарашлы, әммә нескә хисле директорына баштан-аяҡ ғашиҡ булғайны.
Кешене юғалтҡас, уның ҡәҙерен белеү — бер артыҡ, эргәңдәгенең баһаһын белеү — мең артыҡ. Юлай Иҙрисович Хәсәнов, үҙен тормош ныҡ таушағанғалыр, һәр кешелә кеше асылын эҙләй, иң тәүҙә уның күңелендәге изгелек орлоҡтарын табырға тырыша.
...Илленсе йылдар уртаһы ине. Баҡырүҙәк ете йыллыҡ мәктәбенә математика уҡытырға оҙон буйлы, ҡаҡса йөҙлө, тараҡты үҙһенмәгән һорғолт сәстәре текә торған бер егетте ебәрҙеләр. Күренеп тора, яңы уҡытыусыны йыуаш ауыл малайы тимәҫһең. Белем дә, апаруҡ ҡына тәжрибә лә, характер ҙа барға оҡшай. Нисек кенә булмаһын, ошо мәктәп әле урта мәктәп исемен йөрөткәндән бирле эшләгән тәжрибәле уҡытыусы Салауат Язарович Хәйбуллин менән Лотфи Лоҡманович Азаматов егетте тиҙ үк һынаны. «Уҡытыусы был» — ҡарт педагогтар йәш математикка  шундай баһа бирҙе, һәм ул, бәлки, Юлай Иҙрисович өсөн иң беренсе награда булғандыр.
Хәйер, тәүге түгел икән. Утыҙ һигеҙенсе йылда, Юлай Дауыт ауылында беренсе класҡа әҙерләнеп йөрөгән йылда, әсәһе, Хәҙисә апай, ҡапыл донъя ҡуйҙы. Юлай быны йүнләп хәтерләмәй ҙә инде. Ул көн ауыл малайҙарын ниңәлер мәктәпкә йыйғайнылар. Тик мәктәптән ниңәлер буласаҡ уҡытыусылары Шәрәфетдинов Хөсниәр ағай менән ҡайтып инеүҙәре, мыш-мыш илашҡан өй тулы кеше булыуы, атаһының аптыранған күҙҙәре, урындыҡта көпә-көндөҙ кейеҙ-балаҫтарға уранып ятҡан әсәһе генә иҫендә ҡалған. Һуғыш бөткән йылды, утыҙ биш йәшендә атаһы ла үлгәс, Юлай атаһының ағаһы Юныс Хәсәнов ғаиләһенә килеп инә. Тәүге награда тигәнем ошо ғаиләгә бәйләнгән дә инде.
Дауыт ауылы менән Асҡар араһы оло кешегә бер тынала йүгереп үтерлек кенә булһа ла, кендек буйы бала-саға өсөн ҡыш көндәре михнәт юлына әйләнә лә ҡуя. Яурынға элер кейем булмағас ни, сана юлы төштөмө, балаларҙың аяғы тышаулана. Дауытта Шәрәфетдинов ағай ун өс баланы өсөнсө кластан сығарғайны. Шуларҙан, тормоштоң ҡыл иләгенән үтеп, унынсы класҡа бер Юлай килеп етте. Тырышлығы ла булғандыр малайҙың, әлбиттә, һәләтлеге лә. Ләкин Юныс ағай, балаларҙың ауыҙынан өҙөп Юлайға кирза итек алып кейҙермәһә, уның яҙмышы бөгөнгөләй була алыр инеме икән? Аҙаҡ нисәмә йыл ҡыптырлатып һөйрәгән шул кирза итекте Юлай Иҙрисович үҙенә бирелгән иң беренсе награда тип иҫәпләй. Күрәһегеҙ, быға нигеҙ бар.
Бәлки, тормошондағы ошо мәлдәр Юлай Иҙрисо-вичты кешеләргә ҡарата үтә игелекле лә, талапсан да итеп тәрбиәләгәндер. Үҙең тормош мәктәбен үтмәйенсә, башҡаларға ла тормош дәрестәре биреп булмайҙыр ул. Балаларға үҙ йөрәгең кисермәгән нәмәне һөйләү — ергә һис ҡасан да шытып сыҡмаҫ орлоҡ һибеү менән бер. Балалар күңеле ихласлыҡты ла, яһалмалылыҡты ла иң камил электрон машиналарҙан да былайыраҡ тойоп ала. Был, — әлбиттә, педагог өсөн киң билдәле нәмәләр. Ләкин беҙ ҡайсаҡ, яһалма ҡатмарлылыҡтарға ынтылып, тормоштоң шул ябай хәҡиҡәттәрен онотоп ебәрәбеҙ. Юлай Иҙрисович менән оҙон-оҙаҡ һөйләшеп ултырғанда ла, мәктәп хужалығын ҡарап йөрөгәндә лә һүҙ, башҡа нәмәләр тураһында барһа ла, ахыр шул асылына әйләнеп ҡайта торҙо.
— Район мәғариф бүлеге советы ултырышында, хәтеремдә, бәхәс ҡупты: балалар хәҙер белем алыр өсөн уҡыймы, әллә мәктәпкә мәжбүр иткән өсөн генә йөрөймө? — Юлай Иҙрисович, шул бәхәсте иҫкә төшөрөүҙән рәхәтлек табып булһа кәрәк, миңә ҡарап йылмайҙы. — Ҡыҙыҡ һорау бит, ә?
— Ҡыҙыҡ. Нисек бөттө һуң ул бәхәс?
— Мин әйтәм, беләһегеҙме, балаларыбыҙҙың абсолют күпселеге уҡырға теләмәй? «Уҡығым килмәй минең, ниңә яфалайһығыҙ инде», — тигән һүҙҙәр уларҙың күбеһенең ҡараштарынан күренә. Шунда ҡупты, әй, шау-шыу. «Как-так? Балаларға яла яғыу. Крамола...» Һис тә крамола юҡ, хөрмәтле коллегалар, мин әйтәм. Әгәр белем биреүҙе ялыҡтырғыс процесс итеп дауам итһәк, билдәләр уҡыусының белеме өсөн түгел, ә кластың өлгәш проценты өсөн ҡуйылһа, тәрбиәләү өҙлөкһөҙ аҡыл өйрәтеүгә ҡоролһа, балалар мәктәпкә ысындан да белемгә эйә булырға түгел, ә ниндәйҙер мәғлүмәттәр порцияһы ҡабул итергә генә йөрөйәсәк.
Ҡасандыр булған бәхәсте яңынан кисереп, Юлай Иҙрисович урынынан тороп уҡ китте. Һарғылт төҫ ятҡан ябыҡ йөҙөнә алһыулыҡ йүгергәндәй булды. Аҙ ғына дерелдәгән бармаҡтары менән галстугын төҙәтте. Графиндан стаканға һыу һалып, ниңәлер үҙе эсмәй, миңә һондо.
— Беҙҙең пединститутта бер ҡарт доцент бар ине, — эйәге менән ҡаушырылған ике ҡулына таянып байтаҡ һүҙһеҙ ултырғас, Юлай Иҙрисович һүҙен дауам итте: — Шул, «беҙ һеҙгә, туғандар, белем түгел, белем асҡысы ғына бирәбеҙ», тип гел ҡабатлай торғайны. Эшләй килә үҙем дә шуға инандым. Йәмғиәт, тормоштоң барышы, фәнни-техник прогресс талаптары мәктәп алдына сифат яғынан яңы «социаль заказ» ҡуйҙы. Эшмәкәрлектең бөтә өлкәләрендә лә белемдәрҙең даими яңырып тороуы, мәғлүмәттәрҙең туҡтауһыҙ арта барыуы һәм төрлөлөгө шарттарында мәктәп хәҙер үҙенән сыҡҡан һәр кемде белемдәрҙең ниндәйҙер багажы менән генә тәьмин итеп ҡалмай, иң беренсе сиратта, ғүмер буйы белемгә эйә булыу теләге менән ҡоралландырырға тейеш. Әйткәндәй, мәктәп реформаһы ла беҙҙән шуны талап итә. Заман ҡуйған ошо талаптарҙан сығып беҙ, педа-гогтар, үҙебеҙҙең методиканы, уҡытыу принциптарын, баһалау критерийҙарын үҙгәртергә тейешбеҙ. Һәм мөмкин тиклем тәүәккәллек менән үҙгәртергә.
— Быны уҡыусыларға ҡуйыла торған билдәләрҙе инҡар итеү тип баһаларғамы?
— Юҡ, әлбиттә. Ләкин уҡыусы өсөн уҡыуҙа иң төп ҡуҙғытҡыс нәмә булып билдә үҙе түгел, ә уның хеҙмәткә, иптәштәренә ҡарата мөнәсәбәтен баһалау тора. Билдә иһә бөтөнләй икенсе эмоциональ төҫ ала, икенсе планға күсә.
Директорҙың фекер айышына төшөнөүе ауырыраҡ булһа ла, шуны әйтәбеҙ: Юлай Иҙрисович Хәсәнов һөйләгәндәр — Йәнгел урта мәктәбендә уҡыу-уҡытыуҙы ғына түгел, бәлки бөтә йәмғиәт тормошон да солғап алған дөйөм принцип. Шуға күрә мәктәптә пионер сборҙары һәм комсомол йыйылыштары буш хәбәр һөйләүҙән азат. Дөйөм эшкә һинең өлөшөң, һинең йәмғиәткә, илгә, иптәштәреңә биргән бөгөнгө үк файҙаң — совхоз фермаһында булһынмы, ата-әсәләр йыйылышында һүҙ барһынмы, бөтә һөйләшеүҙең төп асылы шунда.
Юлай Иҙрисович күп йыллыҡ педагогик хеҙмәт осоронда Әбйәлил районын арҡыры-буйға йөрөп сыҡҡан кеше. Йәлембәт, Ташбулат, Ишҡол, Таштимер, Гусев мәктәптәрендә уҡығандар, уларҙағы педагогтар үҙ-үҙенә лә, башҡаларға ҡарата ла талапсан математикты яҡшы хәтерләй. Ошо йылдарҙа яҙмыш Хәсәновты белеме һәм уҡытыусы эшенә һәләте төрлөсә булған байтаҡ кешеләр менән осраштырҙы. 
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.

Читайте нас