Төрлөһөнән
16 Февраль 2024, 10:43

Һәләтле лә, һылыу ҙа ҡатын-ҡыҙҙар...

Ғаилә йылына арналған «Татлы пар-2024» Бөтә Рәсәй матурлыҡ конкурсының район этабы үтте.

Матурлыҡ бәйгеһе беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың һәр йәһәттән талантлы булыуын тағы бер тапҡыр дәлилләне. Ҡарап тороуға нәфис күренһәләр ҙә, көслө рухлы әсәйҙәр ғаиләләрендә уңайлылыҡ булдыра, балалар тәрбиәләй (ҡатнашыусыларҙың күбеһе — күп балалы әсәләр), ижад һәм йәмәғәт эше менән шөғөлләнә. Өҫтәүенә, улар һәр ваҡыт һылыу, мөләйем, һөйкөмлө. 
Районыбыҙҙың төрлө төбәктәренән килгән әсәйҙәр ҡыҙҙары менән һәм апайлы-һеңлелеләр таланттарын һәм һәләттәрен күрһәтеү өсөн ҙур сәхнәгә сыҡты. Төрлө һөнәр эйәләрен бер нимә берләштерҙе — йәш айырмаһына ҡарамаҫтан, уларға бер-береһен ярты һүҙҙән аңлауҙарын һәм дуҫ булыуҙарын күрһәтеп, лайыҡлы сығыш яһаны. Әйтергә кәрәк, конкурста ҡатнашыусыларҙың ҡыҙҙары төрлө йәштә (шарттар буйынса уларҙың йәше сикләнмәгән) ине. Кескәй генә балалар ҙа, өлкәнерәктәре лә ихлас күңелдән, бөтә көстәрен һалып сығыш яһаны.
Ойоштороусылар уларға конкурсанттарҙың матурлығын, нимәгә маһир булыуҙарын һәм ижади һәләттәрен тулыһынса асыҡларға ярҙам иткән конкурстар әҙерләгәйне. “Ғаиләбеҙҙең визит карточ- каһы” тип аталған таныштырыуҙан, әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар дефилеһы, ижади номер – барлыҡ заданиеларҙы ла ҡатна- шыусылар намыҫлы башҡарҙы. Улар моңло йырлай, дәртле бейей, музыка ҡоралдарында оҫта уйнай, бер-береһенең мауығыуҙарын, яратҡан аш-һыуҙарын һәм кейемдәрен белеүҙәрен күрһәтте.
Эйе, бөтә конкурсанттар ҙа үҙҙәренсә талантлы ине, әммә жюри ағзаларының берҙәм фекере һәм бөтә конкурстар һөҙөмтәләре буйынса абсолют еңеүсе тип әсәле-ҡыҙлы Асҡарҙан Флорида һәм Анелия Сафуановалар табылды. Шулай уҡ Асҡарҙан Азалина һәм Ульяна Нөғәмәновалар, Юлиә һәм ҡыҙҙары Ангелина менән Ульяна Әхмәтйәновалар Гран-прины яулаһа, Альбина һәм Азалия Кинйәбулатовалар (Асҡар), Венера һәм Данилина Кузиәхмәтовалар (Озерный) беренсе урынға сыҡты.  Икенсе урында – ҡыҙы Люциә менән Регина Иҙиәтуллиналар (Асҡар) һәм апайлы-һеңлеле Гүзәлиә менән Азалия Әлибәковалар (Ҡушый). Өсөнсө урынды Асҡарҙан Рәмилә һәм Рианна Ғүмәровалар, Хәмиттән Гөлиә һәм Гүзәлиә Шаһыбаловалар бүлеште.
Бәйгене “Жасмин” модель студияһы педагогы Зарина Йәнбирҙина ойошторған, ә ҡатнашыусыларҙы хөрмәтле жюри ағзалары Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ- ара гүзәллек конкурстарының 12 тапҡыр еңеүсеһе — Регина Хужина һәм уның исемендәге йәш таланттарға ярҙам фонды Президенты, шулай уҡ сараның бағыу- сыһы Айгөл Хужина баһаланы.
Ҙур ҡыйыулыҡ менән сәхнәгә сыҡҡан гүзәл ҡатын-ҡыҙҙарҙың барыһына ла «Magic Zar» кейем-һалым магазинына, ғаилә фотосессияһына, керпектәрҙе молекуляр тергеҙеү процедураларына сертификаттар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.  
Конкурс ҡатнашыусыларҙың һәләттәрен генә түгел, замандаштарыбыҙҙың бер үк ваҡытта ғаиләләрендә милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, традицияларҙы ҡәҙерләп һаҡлауҙарын һәм уларҙы ҡыҙҙарына тапшырыуҙарын, уларҙы яҡындарының, ғаиләләренең ҡәҙерҙәрен белергә өйрәтеүен күрһәтте. Ә был буласаҡ әсәйҙәр өсөн бик мөһим.
Г. Ниғмәтуллина.

Читайте нас