Райондың хәрби комиссары Максим Гребенщиков яугир менән хушлашыу сараһын асып, һалдаттың тормош һәм хәрби хеҙмәт юлы менән таныштырҙы.
— Вадим Баһаув 1987 йылдың 21 авгусында Дәүләтша ауылында тыуған. Гусев урта мәктәбендә туғыҙынсы класты тамамлағас, Сибай политехник колледжына уҡырға инә, иретеп йәбештереүсе һөнәрен ала. 2007 йылда хәрби бурысын үтәй. 2022 йылдың сентябрендә Вадим мобилизация буйынса махсус хәрби операцияға алынды. Ҡыҙғанысҡа, батыр яҡташыбыҙҙың ғүмере өҙөлдө, — тип туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты Максим Валентинович.
Артабан һүҙ район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡовҡа бирелде.
— Вадимға ни бары 36 йәш, уға йәшәргә лә йәшәргә ине. Тик үкенескә, ҡыйыу яҡташыбыҙ беҙҙең имен, тыныс тормош өсөн үҙ ғүмерен бирҙе. Вадим Баһаувтың батырлығын онотмаясаҡбыҙ, уның исемен мәңгеләштерәсәкбеҙ. Атаһы Дәүләтбай Ғәлләм улы һәм туғандарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашам. Һеҙ ысын илһөйәр, батыр егет тәрбиәләгәнһегеҙ, — тине Илдар Таһир улы. — Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш дауам итә. Беҙ яугирҙәребеҙҙең бөтәһе өсөн дә борсо-лабыҙ, уларҙың имен-аман ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Йәлил Зәйтүнов республика етәкселеге исе-менән ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәрен еткерҙе.
— Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм барлыҡ депутаттар исеменән хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Вадим Баһаувтың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Беҙ ябай булмаған осорҙа йәшәйбеҙ. Ватаныбыҙ именлеге хәүеф аҫтында. Вадим иң тәүгеләр рәтендә ил һағына баҫты һәм үҙен ҡаһарман, тәүәккәл яугир итеп күрһәтте. Ул ғүмеренең аҙағына тиклем хәрби бурысына тоғро ҡалды, илебеҙҙең яҡты киләсәге өсөн һәләк булды, — тине Йәлил Нәсиб улы. — Уны ысын ир-егет итеп үҫтергән туғандары алдында баш эйәм.
Часть командованиеһы исеменән рядовой Н. Щурев һалдаттың туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашты, райондашыбыҙҙың хеҙмәттәштәре араһында абруйлы, ихтирамлы булыуын билдәләне.
Туғандары исеменән хушлашыу һүҙен әйткән Зөлхизә Хафизованың сығышын барыһы ла күҙ йәштәре аша тыңланы.
— Вадим бөтәбеҙ өсөн дә яратҡан бала булды. Әсәһе Зөбәйлә, өләсәһе Нәҡиә менән олатаһы Нурфәйез иркәләтеп кенә үҫтерҙе. Туғандары ла уның өсөн өҙөлөп торҙо. Вадимдың ҡулынан килмәгән эш булманы. Радио, телевизор, башҡа техниканы тиҙ генә йүнәтеп ҡуя ине. Оҫта итексе лә булды. Шулай ҙа ул айырыуса балыҡ тоторға яратты, — тип һөйләне Зөлхизә Нурфәйез ҡыҙы. — Ул әсәһенең үлеменән һуң контракт төҙөгәйне. 2022 йылдың сентябрендә тәүгеләр рәтендә ил һаҡларға юлланды. Еланда һаулығы торошо буйынса уны ҡайтарырға теләһәләр ҙә, иптәштәрен ҡалдырмайым тип, ныҡышып улар менән бергә китте. Вадим ҡайтып, матур итеп йәшәр тип өмөтләнгәйнек. Йәшләй генә туғаныбыҙҙы юғалтыу бик үкенесле. Бәхил бул, Вадим...
Матәм сараһында һәр кем Вадим Дәүләтбай улының кешелекле, изге күңелле булыуын һөйләне.
— Гел йылмайып йөрөгән килеш хәтерҙә ҡалды, ихлас, һәр саҡ ярҙам итергә әҙер ине. Ауылдаштары менән бәйләнештә булды, үҙе шылтыратып яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһынып, хәл-әхүәлдәрен һөйләп торҙо. Юлдаш ауылы халҡы батыр улын онотмаҫ, урыны ожмахта булһын, — тине Вадимдың ауылдаштары исеменән һүҙ тотҡан Гөлзифа Ғафарова.
— Беҙҙең тыныс күк йөҙө, имен тормош өсөн Вадимға рәхмәт. Шундай алсаҡ, эскерһеҙ, ярҙамсыл класташыбыҙҙы юғалттыҡ. Беҙ һине онот-маясаҡбыҙ, батырыбыҙ, — тине класташы Оксана Регентова.
Ҡандай ҡыҙыл раузаларға күмелгән фотоһүрәттәге йылмайып ҡына баҡҡан егет: «Тыныс тормоштоң ҡәҙерен белегеҙ» тигән кеүек. Ауылдаштарың, яҡташтарың өсөн ҡыйыу, илһөйәр егет булып хәтерҙә ҡалырһың, Вадим.
Динара САФИУЛЛИНА.