Әбйәлилдә хәрбиҙәр һөнәрен һайлап, Ватаныбыҙға лайыҡлы хеҙмәт итеүселәр күп. Асҡар егете Юнир Ҡолсобаев та хәрби булыу маҡсатында Санкт-Петербург ҡалаһында урынлашҡан Советтар Союзы маршалы С. М. Буденный исемендәге хәрби элемтә академияһында белем ала.
2020 йылда Асҡар урта мәктәбен тамамлаған Юнир Мәскәү өлкәһе Серпухово ҡалаһындағы стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре хәрби академияһына документтарын тапшырып, был уҡыу йорто курсанты булыу бәхетенә ирешә. Яҡташыбыҙҙы 2023 йылда Йошкар-Ола ҡалаһына ярты йылға практикаға ебәреләр.
— Практика осоронда ҡала буйлап дежурлыҡ иттек, хәрби әҙерлек иғлан ителгән төрлө нарядтарҙа булдыҡ, — тип һөйләй Юнир Артур улы. — Бында, әлбиттә, күп уйланырға ла ваҡыт булды һәм мин артабан Санкт-Петеребург ҡалаһына уҡырға күсергә тигән ҡарарға килдем. Был уҡыу йортонда ҡайтанан беренсе курстан башларға тура килде, әммә үкенмәйем, элемтә идаралығының инфокоммуникацион системаһы инженеры һөнәрен алып сығасаҡмын.
Хәрби һөнәр бик абруйлы, кәрәкле генә түгел, ауыр ҙа, ҡатмарлы ла, шул уҡ ваҡытта етдилекте, ҡыйыулыҡты, ҡәтғи ҡарарҙар ҡабул итеүҙе, хәрби серҙе асмауҙы, хәрби ҡоралды һаҡлауҙы талап итә. Бындай хәрбиҙәргә хас сифаттарҙы үҙендә тупларға тырышып белем ала Ю. А. Ҡолсобаев.
Мәктәп йылдарында спорт менән дуҫ булған Юнир, ул райондың баскетбол буйынса йыйылма командаһы ағзаһы була, бөгөн ҡул һуғышы буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры исеменә лайыҡ. Уҡыуҙа ла һынатмаған Юнир академияның өс студенты иҫәбендә Рәсәй Президенты стипендияһына ла дәғүә итә.
– Уҡыу еңел булырға тейеш түгел инде, юҡһа бушҡа ваҡыт уҙғарыу ғына була бит. Данлыҡлы Суворовтың «Уҡыуҙа ауыр — һуғышта еңел» тигән һүҙҙәрен оноторға ярамай. Ләкин шуны әйтә алам: беҙҙең академияла ысын ирҙәр үҫтерәләр, тәрбиәләйҙәр. Бында уҡыу өсөн бөтә шарттар булдырылған: уҡыу-лаборатория, ғилми-тикшеренеү базалары яҡшы йыһазландырылған, — тип дауам итә Юнир Артур улы.- Бында уҡығандар хәрби хеҙмәт юлын һайлаған икән, уҡыу йортион тамамалу менән уларҙың барыһының да Ватаныбыҙҙың тоғро һаҡсылары булырына, илебеҙ өсөн йәнен-тәнен аямай хеҙмәт итерҙәренә иманым камил.
Әлбиттә, тыуған яғына ҡайтыу бик һирәк эләгә курсантҡа. Тыуған йортта уны өләсәһе Нәйрә Ғәйнетдин ҡыҙы менән әсәһе Сәлимә Юлай ҡыҙы ғорурлыҡ ҡатыш хәүеф менән һәр ваҡыт көтә, һағына. Юнир ҙа уларҙың ышанысын аҡлап, яҡшы уҡырға, илебеҙҙең ысын һаҡсыһы булырға тырыша.
— Был тормошта һәр кемдең үҙ юлы. Үҙенә ошондай лайыҡлы, яуаплы юлды һайлаған икән, намыҫлы хеҙмәт итеүен теләйбеҙ. Маҡсатына табан ҡыйыу юл ярған улыбыҙҙың киләсәктә Ватаныбыҙҙың ныҡлы терәге булырына иманым камил, — ти өләсәһе оло бер ышаныс менән.
Шәп егеттәр шулай булай шул — алдына маҡсат ҡуя һәм, бер нимә ҡарамҫтан ниәтенә ирешә!