+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Апрель , 16:30

Туризм үҫешһен өсөн

Милли проект ярҙамға киләсәк

Туризм үҫешһен өсөн
Туризм үҫешһен өсөн

Туризм өлкәһендә үҙ эшен асҡан, хеҙмәт күрһәтеү буйынса йыллыҡ әйләнеше кәмендә 180 миллион һум тәшкил иткән ойошмалар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән барлыҡҡа килгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ҡушыла ала. Һүҙ ҡунаҡханалар, кемпингтар, коттедждар, шифахана – курорт, туристик ойошмалар, мәҙәниәт һәм ял парктары, пляж һәм аттракциондар тураһында бара.

Башҡортостанда туризм тармағында тотороҡло эшмәкәрлек алып барған тиҫтәнән ашыу предприятие бар иҫәпләнә һәм улар “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты талаптарына тура килә.

 -Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылған милли проекттар эшмәкәрлектең төрлө тармаҡтары үҫешенә ныҡлы йоғонто яһай. Шул иҫәптән  “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты ла. Бөгөн Башҡортостанда 166 предприятие –милли проектта ҡатнашыуҙың ыңғай яҡтарын күрә. Республикабыҙҙың туристик индустрияһы вәкилдәре лә үҙҙәренең күрһәткестәрен һиҙелерлек яҡшыртыу мөмкинлегенән файҙаланыр тип ышанам, - тине Республика Хөкүмәте премьер –министры Андрей Назаров.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-04-03/turizm-tarma-ynda-eshl-3710727.

Автор:
Читайте нас: