+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Апрель , 08:40

Реабилитация өсөн сертификаттар бирелә

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар сертификат иҫәбенә реабилитация үтә аласаҡ.

Реабилитация өсөн сертификаттар бирелә
Реабилитация өсөн сертификаттар бирелә

Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар сертификат иҫәбенә реабилитация үтергә мөмкин. Яҡын арала 52 478 һумлыҡ сертификаттар тапшыра башлау планлаштырыла. Әлеге ваҡытта реестрға индереү өсөн потенциаль хеҙмәт күрһәтеүселәрҙән документтар ҡабул ителә, тип хәбәр итте республика  хөкүмәте рәйесе урынбаҫары - финанс министры Лира Иғтисамова.

«Бында беҙҙең бурыс — махсус хәрби операция биләмәһенән яраланып ҡайтҡан һәм реабилитацияға мохтаж яугирҙәргә мөмкин тиклем ярҙам күрһәтеү», — тип билдәләне вице-премьер.

Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам сараларын тормошҡа ашырыу дауам итә, тип өҫтәне ул. 2023 йылда ошо маҡсатҡа 5,1 миллиард һум йүнәлтелгән.

Фото һәм мәғлүмәт Башинформдан.

Автор:
Читайте нас: