-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Май , 15:30

Өфөлә яңы лаборатория асыла

Киләсәктә был тикшеренеүҙәр Рәсәйҙәге яғыулыҡ-энергетика комплексында технологик суверенитет булдырырға һәм импорт катализаторҙарҙы тулыһынса алмаштырырға тейеш.

Өфөлә яңы лаборатория асыла
Өфөлә яңы лаборатория асыла

Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Нефть химияһы һәм катализы институты “Фән һәм университеттар” милли проектын (национальный проект "Наука и университеты") тормошҡа ашырыу сиктәрендә яңы йәштәр лабораторияһын асасаҡ.

Лабораторияның төп йүнәлеше – һалҡын шарттарҙа ҡулланыла торған, махсус эшләнгән ҡышҡы дизель яғыулығы өсөн матдәләрҙе тикшереү. Бындай нефть эшкәртеү продуктының туңыу температураһы бик түбән, был уны алыҫ Төньяҡ шарттарында ла ҡулланырға мөмкинлек бирә. 

Киләсәктә был тикшеренеүҙәр Рәсәйҙәге яғыулыҡ-энергетика комплексында технологик суверенитет булдырырға һәм импорт катализаторҙарҙы тулыһынса алмаштырырға тейеш. Лабораторияның эше Башҡортостан катализаторҙары етештереүселәр менән тығыҙ бәйләнештә буласаҡ.

“Фән һәм университеттар” милли проектының  (национальный проект “Наука и университеты”) төп маҡсаты – Рәсәйҙе эшләнмәләр буйынса тәүге биш донъя лидерҙары иҫәбенә сығарыу.

Ғалимдарға илебеҙҙә йәшәү һәм эшләү өсөн уңайлы шарттар булдырыла, шулай уҡ был өлкәгә йәштәрҙе йәлеп итеү өсөн фәнде популярлаштырыуға ҙур иғтибар бүленә. Заманса кампустар селтәрен булдырыу буйынса программа эшләй башланы. Тикшеренеүселәрҙе алдынғы ҡорамалдар һәм инфраструктура, шул иҫәптән уникаль “Мегасайенс” класы ҡоролмалары һәм яңы ғилми суднолар менән тәьмин итәләр. Юғары уҡыу йорттары, ғилми-тикшеренеү институттары һәм бизнес берлектәге проекттарҙа ҡатнашырға саҡыра, был илдең үҫеше өсөн тиҙ һәм һөҙөмтәле ысул.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин "май" указы буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: “Вся Уфа” сайтынан.

Сығанаҡ:https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-05-06/f-l-ya-y-laboratoriya-asyla-3755408

Автор:
Читайте нас: