-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Май , 11:05

Ете йәшлек Йәсминәнең Ҡыҙыл Майҙанда мәшһүр “Заһиҙә”не бейегәне

Булыр бала – биләүҙән, ти халҡыбыҙ. Бейеүселәр затынан булған Сафиуллиндар ғаиләһендә үҫкән Йәсминә лә тыуа-тыуғанынан музыка ишетеү менән бейергә таппынған.

Ете йәшлек Йәсминәнең Ҡыҙыл Майҙанда мәшһүр “Заһиҙә”не бейегәне
Ете йәшлек Йәсминәнең Ҡыҙыл Майҙанда мәшһүр “Заһиҙә”не бейегәне

– Ҡыҙыбыҙ атламаҫ борон аяҡ терәп баҫып тора башлағанынан бейей. Бәләкәй сағында төшөргән видеоларҙы ҡараһаң, бөтәһендә лә ул тик бейеп йөрөй. 4 йәшенән үҙенән 1,8 йәшкә өлкән ағаһы Ирхан менән бергә “Урал ынйылары” ансамбленә бирҙек. Һәм яңылышманыҡ. Балалар бейеү тип йән ата. Ансамбль район күләмендә сараларҙа йыш сығыш яһай,  Магнитогорскиҙа, Өфөлә үткән төрлө конкурстарҙа фәҡәт грн-при ғына яулап килә. Һәм үткән аҙнала Мәскәү ҡалаһында "Орбита талантов" халыҡ-ара хореографик фестивалендә ҡатнашып ҙур еңеү яуланылар. Алдан уҡ Мәскәү һынлы Мәскәүгә барып еткәс, Ҡыҙыл Майҙанда бейемәй ҡайтмайбыҙ тигән маҡсат менән барҙылар, – ти һөйләй Йәсминә менән Ирхандың әсәләре Илнара Һибәт ҡыҙы.

Ансамбль етәксеһе Әлиә Фәтхетдинова быйыл Йәсминәгә башҡорт бейеү сәнғәтенең классик өлгөһө булған “Заһиҙә” бейеүен өйрәткән. “Был бейеүҙе бөтәһе лә бейей алмай, Йәсминәнең һынына, булмышына тура килеп кенә тора”, – тип әйткән Әлиә Милләт ҡыҙы.  “Урал ынйылары” ансамбленең ете йәшлек солисткаһы был бейеү менән Магнитогорскиҙа уҙған “Дерзайте – вы талантливы!” Бөтә Рәсәй фестиваль-конкурсының I дәрәжә лауреаты булған, шулай уҡ  “Сыңлы үксә” V асыҡ башҡорт бейеүе конкурсында ҡатнашып, халыҡ бейеүе традицияларын һаҡлаған өсөн диплом менән бүләкләнгән.

– Йәсминә ҡыҙыбыҙҙың йүргәк исеме – Заһиҙә. Бөгөн ул яратып “Заһиҙә” бейеүен бейей, был осраҡлы түгелдер тип уйлайбыҙ. Мәскәүҙә лә “Заһиҙә”не бейейем тип ентекле әҙерләнде. Тик ул конкурста ансамблдәр генә ҡатнашты. Шуға күрә Ҡыҙыл Майҙанда бейеп ҡайтам тип махсус рәүештә костюмын алып барҙы,  – тип дауам итә әсәһе.

Әйткәндәй, нәҡ ошо бейеү өсөн Йәсминәгә Атауҙыла йәшәгән олатай-өләсәһе – Лилиә һәм Һибәт Ғәббәсовтар еләнле костюм тектергән, әсәһе төн йоҡоларын йоҡламай ҡашмау эшләп өлгөрткән, боронғо көмөш сулпыларҙы иһә ейәнсәренә Асҡарҙағы өләсәһе Тәнзилә Сафиуллина биргән. Бер түгел ике балаға сәхнә костюмдары тектереү, конкурстарға алып йөрөү туғандар, яҡындар ярҙамынан тыш үтмәй. Атай-әсәй, олатай-өләсәйҙәр һәр яҡлап булышып,  хуплап торғанда кескәй бейеүселәргә тырышып бейергә генә ҡала инде!

Йәсминә менән Ирхан  быйыл Т. Кусимов исемендәге гимназияның 1-се һәм 2-се кластарын уңышлы тамамлаған. Һәләтле балаларға артабан да уҡыуҙа, ижади юҫыҡта уңыштар теләргә, ә уларҙы үҫтергән ата-әсәһенә “Афарин!” тиергә генә ҡала. Айғырбатҡан утарында нигеҙ ҡорған Илнара һәм Тимур Сафиуллиндар өс бала тәрбиәләй. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле өлкән ҡыҙҙары Айзилә дистанциялы уҡый, ул да 7-се класты яҡшы билдәләргә тамамлап ҡыуандырған. Ҡусты-һеңлеһе әсәйҙәре менән “Мәскәүҙе яулағанда” атаһы менән өйҙә донъя көтөп ҡалған Айзилә һәр ваҡыт смс-хәбәрҙәр яҙып, яҡындары өсөн борсолоп, хәлдәрен белешеп торған, аҙаҡ еңеүҙәрен ишеткәс, ихлас ҡыуанған.

Ҡыҙыл Майҙанда бейеп ҙур теләген тормошҡа ашырған Йәсминә бик ҡәнәғәт ҡалған. “Йәл, Путинды ғына осратып булманы”, – ти ул үкенес белдереп. Апрель айында ғына “Заһиҙә”не сәхнәгә сығарған Йәсминәнең сығыш яһар майҙандары ла, еңеүҙәре лә алда күп булһын, иншалла!

Ете йәшлек Йәсминәнең Ҡыҙыл Майҙанда мәшһүр “Заһиҙә”не бейегәне
Ете йәшлек Йәсминәнең Ҡыҙыл Майҙанда мәшһүр “Заһиҙә”не бейегәне
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: