Өсөнсө класс уҡыусыһы Кирилл Касимов Владимир Путинға уның автографлы портретын, ә киләсәктә татамиҙа шәхсән осрашырға теләүен һорап хат яҙған булған. Малай ҙа, президент кеүек үк, дзюдо менән етди шөғөлләнә.
Кирилдың әсәһе Светлана Касимова улының мәктәптә яҡшы уҡыуы һәм спортты яратыуы хаҡында һөйләй.
«Беҙҙең президент — Кирилдың кумиры, ул Рәсәй Гимнын яттан белә, яңылыҡтарҙы иғтибар менән күҙәтеп бара. Лидерыбыҙҙың алып барған курсын тулыһынса хуплайбыҙ. Уның аҡылы, көсө, харизмаһы һоҡландыра. Ул мәңгелеккә ил тарихында етди ҡарарҙар ҡабул иткән етәксе булып ҡалыр. Үҙем һәм балаларым өсөн ул ҡыйыулыҡ һәм ныҡлыҡ өлгөһө. Ул күп эштәр башҡарҙы һәм беҙ яҡшыраҡ, уңайлыраҡ йәшәһен өсөн эшләүен дауам итә», - тине Светлана Валерьевна. Тормош иптәше менән ул ике бала тәрбиәләй. Кирилдың Сабина исемле һеңлеһе бар.
Алексей Касьянов ғаилә менән аралашты, эш кабинетын күрһәтте, президенттың Башҡортостандағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе буйлап экскурсия үткәрҙе, һуңынан Кирилға һаулыҡ, именлек һәм уҡыуында уңыштар теләне.