2019 йылда булдырылған “Технопарк”та донъяның алдынғы етештереүселәре менән партнерлыҡта 16 юғары технологиялы производство эшләй. Бында кондиционерҙар һәм һыуытыу системалары, лифттар һәм эскалаторҙар, һыу насостары, көнкүреш һәм сауҙа һыуытҡыстары, кер йыуыу машиналары, мебель өсөн фурнитура һәм башҡа продукция сығаралар.
Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров технопарктың эшен ойоштороу һәм уның биләмәһендә эшләп килгән производстволарҙың үҙенсәлектәре менән танышты. Сәнәғәт майҙансығының эш тәжрибәһен Ташкент өлкәһендә яңы башҡорт-үзбәк технопаркын сафҡа индереү өсөн файҙаланырға планлаштыралар. Киләсәктә республикабыҙҙа ла ошондай уҡ майҙансыҡ ойошторорға ниәтләйҙәр.
– Технопарктар – иҡтисадты үҫтереүҙә һөҙөмтәле ҡоралдарҙың береһе. Башҡортостан территорияһында яңы резиденттар килгән технопарктар селтәрен әүҙем үҫтерәбеҙ, шуға күрә бындай эш форматын артабан киңәйтеү кәрәклеген күрәбеҙ, – тине төбәк етәксеһе.
Фото: glavarb.ru
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.