-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Июнь , 11:00

11 объект төҙөлгән

“Сүп-сар реформаһы” башланғандан алып Башҡортостанда 11 объект төҙөлгән.

11 объект төҙөлгән
11 объект төҙөлгән

Төбәктә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү реформаһын тормошҡа ашырыу барышын республика Хөкүмәтендәге сираттағы кәңәшмәлә тикшерҙеләр.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ил Президентының яңы “май” указы менән 2030 йылға тиклемге осорға һәм 2036 йылға тиклемге перспективаға милли маҡсаттар исемлеге билдәләнеүенә, шул иҫәптән ябыҡ цикллы иҡтисадты формалаштырыуға иғтибар итте. 2030 йылға етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтарының кәм тигәндә 25 процентын икенсел сығанаҡтар һәм сеймал сифатында эшкәртеүгә йүнәлтеү күҙаллана.

– Башҡортостан быйыл ғинуарҙа илдә тәүгеләрҙән булып ябыҡ цикллы иҡтисадҡа күсеү буйынса саралар планын раҫланы. Уның төп саралары ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү һәм утилләштереүҙең яңы объекттарын булдырыуға, сығанаҡтарҙы һаҡлау технологияларын индереүгә һәм етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтарын икенсел әйләнешкә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. “Сүп-сар реформаһы” башланғандан алып Башҡортостанда 11 объект төҙөлгән: бер инновацион һәм һигеҙ сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексы, шулай уҡ ике полигон. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 15 миллиард һум самаһы тәшкил итәсәк. Шулай уҡ эшкәртеүгә йәлеп ителгән ҡалдыҡтар исемлеген киңәйтәбеҙ. Улар – медицина ҡалдыҡтары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, электр һәм электрон ҡорамалдар предприятиеларының һыуҙы ағыҙыу ҡалдыҡтары, – тип билдәләне Андрей Назаров.

Премьер-министр шулай уҡ, халыҡтың йәшәү сифатына йоғонто яһаусы ағымдағы характерҙағы бер нисә мәсьәлә ҡала, тип өҫтәне. Улар араһында контейнер майҙансыҡтарын төҙөкләндереү, ҡалдыҡтарҙы ваҡытында сығарыу, сүплектәрҙе бөтөрөү. Атап әйткәндә, 208 санкцияланмаған сүплек, шуларҙың 138-е сикләнмәгән ерҙәрҙә урынлашҡан, муниципаль берәмектәр көсө менән бөтөрөлөргә тейеш.

Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу буйынса ағымдағы хәл, шул иҫәптән рөхсәтһеҙ сүплектәрҙе бөтөрөү һәм ябыҡ цикллы иҡтисадҡа күсеү буйынса эштәрҙе ойоштороу тураһында һөйләне. Ул 2024 йылдың 1 ғинуарынан 31 майына тиклем ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу өсөн уртаса 356 берәмек техника йәлеп ителгән, 389,56 мең тонна ҡалдыҡ сығарылған, тип һөйләне. 2024 йылдың апрелендә республика буйынса коммуналь хеҙмәт өсөн граждандарҙың уртаса түләү кимәле 91,40 процент тәшкил итте.

Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Дмитрий Черенков халыҡтың ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу мәсьәләләре буйынса социаль селтәрҙәге мөрәжәғәттәре тураһында хәбәр итте. Ул бөтә муниципаль берәмектәргә һәм төбәк операторҙарына хас булған системалы проблемаларға туҡталды. Улар араһында – контейнер майҙансыҡтарынан сүп-сарҙы ваҡытында сығарыу, тармаҡ массаһын һәм төҙөлөш ҡалдыҡтарын йыйыуҙы һәм сығарыуҙы ойоштороу һәм башҡалар.

“Генераль йыйыштырыу” федераль проекты сиктәрендә рөхсәтһеҙ сүплектәр булған муниципаль район хакимиәттәренә уларҙы талаптарға ярашлы итеү буйынса ашығыс саралар күрергә ҡушылды.

Кәңәшмәне тамамлап, Андрей Назаров шулай уҡ Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына, кәрәк булһа, рөхсәтһеҙ сүплектәр аҫтындағы ер участкаларын формалаштырыу буйынса кадастр эштәрен үткәреүҙе һәм артабан уларҙы муниципалитеттарға бушлай файҙаланыуға тапшырыуҙы тәьмин итергә ҡушты.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru

Автор:
Читайте нас: