Ошо ҡот осҡос хәбәрҙе алғас, бөтөнләй юғалып, баҙап ҡалдыҡ. Ул саҡтағы кисерештәр, мәңгелек ҡайғы әле лә йөрәктә. Шул ауыр мәлдә һәм хәҙер ҙә район башлығы И. Т. Нафиҡовтың беҙҙең менән бергә булыуына, тынғыһыҙ эше араһында беҙгә лә ваҡыт табып, хәлдәребеҙҙе белешеп, үҙенең тәҡдим-кәңәштәренән, ярҙамынан ҡалдырмауына рәхмәтлебеҙ. Шулай уҡ район башлығының беренсе урынбаҫары Р. Ғ. Хәлиловҡа, социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары В. Ф. Ғафаровҡа оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Эштәрегеҙ уң, уҙегеҙ һау булығыҙ, ғаилә именлеге теләйбеҙ.
4 июль күп һанлы туғандарыбыҙ менән Тамерландың рухына бағышлап аят уҡыттыҡ. Класташтары, уҡытыусылары улым турында тик йылы иҫтәлектәре менән бүлештеләр. Мине тәүге тапҡыр өләсәй иткән, ҡәҙерле ғәзиз ейәнемдең юҡлығына һаман ышанғым килмәй. Үлемһеҙ батырлығы менән дан алған Тамерлан Илһамов күңелдәрҙә мәңге йәшәр. Уның ҡаһарманлығы киләсәк быуындарға өлгө итеп ҡуйылыуы, ғорурлыҡ хисе бер аҙ булһа ла беҙҙе йыуатҡандай...
Аят мәжлесендә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Депутаты, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостан филиалы етәксеһе Г. Ғ. Ҡолһарина ҡатнашты, уға йылы һүҙҙәре өсөн рәхмәтлебеҙ. Уҡытҡан аяттарыбыҙ ҡабул булһын, улымдың йәне йәннәттә, урыны ожмах турендә булһын.
Ошо көндә улымды хеҙмәт иткән урынында ла иҫкә алдылар. Батальон командиры Н. В. Савосин хәрби иптәштәре бергәләп хәтер кисәһе үткәрҙеләр. Хеҙмәттәштәре лә хәл белешеп, яңылыктары менән бүлешеп торалар. Һуғыш тиҙерәк бөтһөн, һалдаттарыбыҙ имен-һау тыуған яҡтарына ҡайтһындар ине!
Сара ҒӘНИЕВА.
Асҡар ауылы.