-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Октябрь , 16:05

Урманды һаҡлайыҡ!

Башҡортостанда "Урманды һаҡлайыҡ" акцияһы барышында бер миллиондан ашыу ағас ултыртыласаҡ. 

Урманды һаҡлайыҡ!
Урманды һаҡлайыҡ!

Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре барлығы урман фондында 120 участка әҙерләгән. Республиканың эре предприятиелары йыл һайын тирә-яҡ мөхитте хәстәрләүгә үҙ өлөшөн индерә. Мәҫәлән, быйыл "Башнефть-Добыча" компанияһы урман хужалығы предприятиелары менән бергә 53 гектар майҙанда урман ултыртырға ниәтләй.

"Үҫентеләргә килгәндә, уны етерлек күләмдә үҫтергәндәр. Ошо маҡсатта республиканың урман хужалығында 67 йылытма һәм 65 асыҡ майҙансыҡлы урман питомнигы бар. Үҫентеләр күләме бөтә республика урман ҡулланыусыларының ихтыяжын тулыһынса ҡаплай һәм күрше төбәктәргә ултыртыу материалын һатырға мөмкинлек бирә", — тине республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

Әйткәндәй, Күгәрсен районында ла ағас ултыртыу эштәре әүҙем атҡарылған. Мораҡ урман хужалығы коллективы алты меңдән ашыу ағас ултыртҡан.

«Экология» милли проекты (национальный проект “Экология”) ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең һөҙөмтәлелеген күтәреүгә, эре сәнәғәт үҙәктәрендә һауаның бысраныу кимәлен кәметеүгә, шулай уҡ Рәсәйҙең уникаль флораһын һәм фаунаһын һаҡлауға йүнәлтелгән. Милли проекттар Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин ҡарары менән 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Сығанаҡ:https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-10-08/byyyl-k-a-as-ultyrtyr-a-onotma-y-3960330

Автор:
Читайте нас: