Көҙгө муллыҡ йәрминкәһен халыҡ һәр ваҡыт көтөп ала. Көн һыуыҡ булһа ла, был юлы ла кеше күп килде. Һатыусыларҙың географияһы ла йылдан-йыл киңәйә бара. Рәсимә һәм Ғилфан Алтынсуриндар бал һатырға тип хатта Ейәнсура районынан килеп еткән. Әйткәндәй, бал бер нисә урында тәҡдим ителде. Темәстән Миңлебай Асаинов Бөрйән балы менән сауҙа итһә, Магнитогорскиҙан Ирина Ветлугина Урал тауҙарынан – Инйәр буйҙарынан йыйылғанын килтергәйне. Сәскә балының 3 литрын 1700 һумға һатһалар, иң ҡиммәте йүкәнеке – 3500 һум.
Михайловканан Александр Сафронов ШП-һы үҙҙәре етештергән колбаса изделиеларын һатыу итте. Айғырбатҡандан Әлфинә Ситдиҡова ШП-һы былай ваҡытта литрын 150 һум менән һатҡан шифалы кәзә ҡымыҙын байрам айҡанлы 120 һумға төшөрҙө. Таштимерҙән Гөлшат һәм Айҙар Йәркәевтар өй шарттарында ыҫланған ит тәҡдим итте, йомортҡа ла һәйбәт үтте. Буранғолдан Гүзәл Сәлмәнова яңы ғына һуйылған һимеҙ һыйыр итен һанлап һатты. Үтәгәндән Альбина Ғәйнетдинова йәрминкәгә ғаиләһенән артҡан картуфты тейәп килгәйне. Йәнгел һәм Таштимер урта мәктәптәренең ап-аҡ күсәнле тығыҙ ғына кәбеҫтәләрен сират тороп алдылар. Бынан тыш, йәнгелдәр кишер һәм сөгөлдөр менән сауҙа итһә, Таштимерҙә быйыл ҡабаҡ һәм ташҡабаҡ уңған икән! Баймаҡ районы Таулыҡай ауылынан Шөкөрулла Мөьминов та шәхси ярҙамсы хужалығынан бер машина кәбеҫтә килтергәйне. Әбдрәштән Рәмил Юлдыбаевтың фермер хужалығы эшселәре 5 тонна бойҙай килтереп һатты, ҡиммәт түгел – тоғо 350 һумға сыҡты. Район балалар ижады йорто педагогтары зауыҡлы ҡул эштәрен – сувенирҙар һәм биҙәүестәр тәҡдим итте. Баҡса үҫтерергә яратыусылар күп йыллыҡ сәскә үҫентеләре һәм ағас һатыусылар янынан өҙөлмәне. Йәрминкәгә килеүсе һәр кем үҙ ихтыяжына, зауығына тура килгән нимәһен һатып алып, ҡышҡылыҡҡа запас туплап ҡыуанып ҡайтты. Һуған ғына булманы, ә һораусылар күп ине.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.