Көндәр һыуына башлағас, Асҡарҙа йәшәүсе Фәрәз Саламатова (чаттағылар уны «Тетя Фая» тип белә): «Әйҙәгеҙ, һалдаттарға ойоҡ-бирсәткәләр бәйләп ебәрәйек!» — тигән тәҡдимен белдерә һәм үҙе энә-ебенә тиклем һатып алып өйөнә бәйләм оҫталарын «аулаҡҡа» саҡыра, хатта тәмлекәстәр менән сәй эсерергә лә вәғәҙәләй. Тик рай-үҙәк ҡатын-ҡыҙҙары йыйылып аулаҡлап ултырырға бер нисек тә ваҡыт тапмай. Шулай ҙа Фәрәз апайҙың тәҡдиме һауала эленеп тороп ҡалмай — Тәпәндән Сәрүәр Түлебаева биш баш-ҡа «аяҡлы» йөн пряжаны ауылына алып ҡайтып китһә, Асҡарҙан Фәниә Лобанова өйҙә бәйләү тәҡдиме менән яуап бирә.
Сәрүәр Сабирйән ҡыҙы (һү-рәттә) райондың әүҙем ирек-мәндәренең береһе. Ул махсус хәрби операция биләмәһенә тәүге гуманитар ылауҙар ебәрә башлағандан бирле ошо изге юлдан тайпылмай. Игелектәрен һанап бөтөрөрлөк түгел: бала-ларҙың мәнфәғәттәренә, ризыҡ-тарына яҙһын тип ғаиләһе исеменән һалдаттарыбыҙға ҡаҙы- һын да, ҡаҙын да, банкалап быҡ-тырылған итен дә, кипкән ҡоро-тон да, талҡанын да, мейес-мейес ҡуликмәген дә, табаҡ-табаҡ йыуасаһын да оҙатҡан кеше. Ирекмәндәр чаты ойошторол-ғандан алып уның иң әүҙем, иң ярҙамсыл ағзаларының да бере-һе. Пенсияһынан өлөш бүлеп даими аҡсалата ярҙам күсерә, ылау оҙатҡанда күстәнәстәрен, әйберләтә ярҙамын биреп ебә-рә. Апрель айында 40 окоп май-шәме эшләп оҙатҡан. Уны эшләргә интернеттан үҙаллы ҡарап өйрәнгән, «Озон»дан 10 кило-грамм балауыҙ яҙҙырып алған. Көҙгө уңышын йыйып алғас, хәрби госпиталгә инселәп тоҡ менән картуфынан һәм сөгөл-дөр-кишеренән өлөш бүлгән. Бына шул оло йөрәкле пенсио-нер апай «Ойоҡ бәйләйек!» тигән саҡырыуҙы ла күҙ-ҡолаҡ ситенән үткәреп ебәрмәгән.
— Ауылда энә тота белмәгән ҡатын-ҡыҙҙар һирәк. Энә-еп-тәрҙе алып ҡайтҡас, үҙебеҙҙең ауыл ҡатын-ҡыҙҙары чатына ошо изге эшкә ҡушылырға саҡы-рып иғлан яҙҙым. Ауылдаштар тәҡдимде күтәреп алды. Бәйләй белмәгәндәр йәки сәләмәтлек хәле буйынса бәйләй алмағандар иһә аҡса йыйып өҫтәмә рә-үештә тағы ла йөн пряжалар һәм әҙер йылы ойоҡтар һатып алыу-ҙы ойошторҙо. Ә беҙ, 17 ҡатын-ҡыҙ, клубҡа йыйылып бәйләмгә тотондоҡ. Клубыбыҙ һыуыҡ булһа ла, өс тапҡыр йыйылғанда ла ҡатындар әүҙем килде. Бәй-ләмдәрен өйҙәренә тотоп ҡай-тып, аруҡ ыратып, йә бәйләп бөтөп алып килеүселәребеҙ ҙә булды арабыҙҙа. Рәйлә Хәсә-нова, Сәлимә Вәлиева, Роза Хә-лилова, мәҫәлән, өсәр пар ойоҡ бәйләп өлгөрттө. Ололарға өн-дәшмәгәйнек, Гөлнур еңгәй Хә-сәнова, ишетеп ҡалып, ике пар ойоҡ бәйләп бирҙе. Эшебеҙ аҙағына ыңғайлағас, дүртенсе йыйылышҡа үҙемә аулаҡ өйгә саҡырҙым. Бәйләмдәребеҙҙе ос-лап, таҫлап һалғас, ауылымдың уңған, шәптекәй ҡатын-ҡыҙҙа-рын бишбармаҡ менән һыйлап ризалатып оҙаттым. Шулай итеп тиҙ арала 30 пар йөн ойоҡ һәм өс бармаҡлы бирсәткәләр әҙер булды. Быларға өҫтәп тағы ла 30-ҙан ашыу магазиндан һатып алынғанын йәшниктәргә тулты-рып Шөһрәт Ғәзимйән улына алып барып тапшырҙым. Яңғыҙ йәшәгән Милләт ағай Низамов-тың һуң ғына ишетеп ҡалып индергән аҡсаһына күстәнәстәр алып ойоҡтар эргәһенә һалдым, — ти ирекмән Сәрүәр апай. (Әйткәндәй, уның Сиҙәм ауы-лында йәшәүсе бер туған апайы Нурзиә Утарбаева ла әлеге мәлдә урындағы ағинәйҙәр менән яугирҙәребеҙгә йылы ойоҡтар бәйләү өсөн йөн иләү менән мәшғүл. Изгелек, ирекмәнлек ҡандан да киләлер, күрәһең).
«Йылы» акцияның инициаторы Фәрәз Марат ҡыҙы башланғысын хуплап күтәреп алған Сәрүәр Түлебаева етәкселегендәге Тәпән оҫтабикәләренә, шулай уҡ бер нисә пар ойоҡ бәйләп бөтөп ылауға тапшырған Фәниә Лобановаға һәм һуңыраҡ тағы ла пряжа килеп алған, әле эштәрен тамамлап өлгөрмәгән ҡатындарға гәзит аша рәхмәт белдереүҙе һораны.
Әсәйҙәр, инәйҙәр, апайҙар йөрәк йылыһын ҡушып бәйләгән йөн ойоҡтар, бирсәткәләр яугирҙәребеҙҙең аяҡ-ҡулдарын йылытһын һәм еңеү көнөн тиҙләтһен!
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.