Геморрагик биҙгәк вирустар тыуҙырған киҫкен ауырыу. Кеше өсөн ҡурҡыныс был сирҙе бөтә төр сысҡандар тарата.Вирус менән зарарланған саңды һулағанда, шулай уҡ кимереүселәрҙең бүлендектәре менән бысранған һыу эскәндә, аҙыҡ-түлек, емеш-еләк ашағанда ауырыу йоға.Күпселектә ул йорт-ҡура тирәһен, баҡса таҙартҡанда, еләк һәм бәшмәк йыйыу өсөн урманға барғанда, тәбиғәттә ял иткәндә вирус организмға эләгә.Сиртән температураһының 38-40 градусҡа тиклем күтәрелеүе, баш һәм тән ауыртыуы менән киҫкен башлана.Ҡайһысаҡта танауҙан ҡан аға, бәүелдә ҡан барлыҡҡа килә.Эс һәм бил тирәһе ауыртыуы ихтимал. Ауыр осраҡтарҙа анурия барлыҡҡа килә, бәүел бүленеүе туҡтай.Сирҙең тәүге билдәләре һиҙелеү менән шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.Геморрагик биҙгәк кешенән-кешегә йоҡмай, шуға сирлебашҡалар өсөн хәүеф тыуҙырмай.
Ябай һаҡланыу саралары был ауырыуға тарымаҫҡа булышлыҡ итер:
- Урманда ял иткәндә һауыт-һабаны һәм аҙыҡты үләнгә, ағас төбөнә һалырға ярамай.
- Яҙғыһын дача биналарын дезинфекция саралары (3 процентлы хлорамин, хлорлы эзбиз эретмәләре) ҡулланып йыуып сығырға кәрәк.
- Һарай, гараж, келәттәрҙе таҙартҡанда 4 ҡат марлянан торған маска һәм резина бирсәткә кейеп эшләгеҙ.
- Торлаҡ-ихата тирәһендә көнкүреш сүп-сарҙарын йыймағыҙ, ваҡытында сығарып тороғоҙ.
- Йорт һәм хужалыҡ ҡаралтыларын сысҡан үтеп инмәҫлек итеп нығытығыҙ.
- Сысҡан кимергән аҙыҡ-түлекте ашау ҡәтғи тыйыла. Эсер һыу ҡайнаған булырға тейеш.
- Әгәр ҙә йорт-баҡса тирәһендә сысҡандар күренһә, уларҙы юҡ итеү сараларын күрегеҙ.
Ғ. ҒИЛМЕТДИНОВА,
Өфө ҡалаһының 1-се поликлиникаһы табип-инфекционисы.