Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Май 2025, 15:30

Хәрби бурысын намыҫ менән үтәне

Ватаныбыҙ өсөн ҡатмарлы осорҙа ҡулына ҡорал тотоп, илебеҙҙең именлеген, беҙҙең тыныслыҡты яҡлап яу яланына баҫҡан, ғүмеренең ахырынаса хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән Асҡар ауылының батыр улы – контракт хеҙмәте рядовойы Рәмил Йәмил улы Фәттәхов менән бәхилләштек.

Хәрби бурысын намыҫ менән үтәне
Хәрби бурысын намыҫ менән үтәне

Рәмил Фәттәховтың биографияһы ябай, әммә данлы. Ул 1987 йылдың 19 сентябрендә донъяға килгән. 1-се  Асҡар урта мәктәбендә белем алған, 9-сы кластан һуң Магнитогорск һөнәрселек училищеһында уҡыуын дауам итеп, балта оҫтаһы һөнәрен үҙләштергән. Вахта ысулы менән Себерҙә эшләгән. Эскерһеҙ, ярҙамсыл ир-егет һәр ваҡыт дуҫ-иштәре уратыуында булған.

2023 йылдың октябрендә бик күп ҡаһарман яҡташтарыбыҙ өлгөһөндә ул да МХО-ға юллана. Уҡсы вазифаһында туранан-тура хәрби операцияларҙа ҡатнаша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҙған йәйҙә ғәзиз әсәһе, туғандары Рәмил менән бәйләнеште юғалта. Ағымдағы йылдың 23 майында район хәрби комиссариатына килгән “ҡара ҡағыҙ”ы, билдәһеҙлектә ут йотоп, көтөп йәшәүҙәре еңел булмаһа ла, яҡындарының күңелен йылытып торған һуңғы өмөттө һүндерҙе. Хәбәр ителеүенсә, Р. Й. Фәттәхов 2024 йылдың 25 июнендә хәрби бурысын үтәгәндә ҡаһармандарса һәләк булған.

Үҙәк майҙанда ойошторолған матәм митингыһында район башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары В. Ф. Ғафаров район хакимиәте исеменән батыр яҡташыбыҙҙың әсәһе Әлфиә Ислам ҡыҙының, туғандарының ауыр ҡайғыһын  уртаҡлашты, түҙемлек, ныҡлыҡ теләне. “Әбйәлил батыр улдарын бер ҡасан да онотмаҫ. Мәңгелек дан һиңә, яугир, тыныс йоҡла!” – тип Рәмил Йәмил улы менән бәхилләште.

Ауылдаштарының, бөтә яугир әсәләренең ҡайғы уртаҡлашыу, батырға төбәп әйтер хушлашыу һүҙҙәрен Лилиә Кузнецова еткерҙе.

Рәмилде һуңғы юлға оҙатырға дуҫтары һәм класташтары ла килде. Бергә уҡыған һабаҡташтары араһынан Әлфиә Сәйетғәлина менән Эльмира Ишмөхәмәтова һүҙ алып, ҡояшлы сыуаҡ көндөң ҡайғы төҫөнә мансылыуына тәрән үкенес белдерҙе.

– Бөгөн беҙҙең өсөн тетрәндергес, аяныслы көн.  Йәп-йәш ир-егеттәребеҙ Тыуған илде яҡлап башын һала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, класташыбыҙ Рәмил дә шулар иҫәбендә. Ул хәтеребеҙҙә тик яҡшы яҡтан ғына ҡаласаҡ. Үткер, шаян була торғайны, ­– тип иҫкә алды класташ ҡыҙҙары.

Шаһит киткән яугирҙең туғандары исеменән Миҙхәт Хәкимов сығыш яһаны. “Беҙҙең өсөн ҙур юғалтыу. Туғандар, сабыр булайыҡ. Рәмил хәтеремдә күңелсәк, шаян изге күңелле кеше булып ҡалыр”, – ­ тине ул.

Илһөйәр улы тураһында иҫтәлек итеп мәңгелек һаҡлауға яугир әсәһенә дәүләт флагы һәм һалдат фуражкаһы тапшырылды. Р. Й. Фәттәхов тыуған ауылы зыяратында ерләнде

Автор: Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас