"Салауат" ЯСЙ-һы Әбйәлил районының Асҡар ауылындағы яңы балалар баҡсаһына 34 төп гортензия бүләк итте. Бөгөн "Хазина" балалар баҡсаһы һәм кампания хеҙмәткәрҙәре бергәләп өмәгә сыҡты - үҫентеләрҙе баҡса биләмәһенә ултыртты.
-Беҙ яңы балалар баҡсаһы биләмәһен йәшелләндереү ниәте менән гортензия үҫентеләрен бүләк иттек. Бөгөнгө сара - киләсәк быуын хаҡында хәстәрлек күреү, сабыйҙар матурлыҡ мөхитендә тәрбиәләнһен, – тине баҡса коллективына мөрәжәғәт итеп, «Салауат» ЯСЙ-һы директоры Таһир Бәхтегәрәев. - Беҙҙең сәскәләр оҙаҡ ваҡыт матурлыҡ өләшһен.
"Хазина" балалар баҡсаһы мөдире Вәсилә Абсаҙиева "Салауат" йәмғиәте етәксеһе Таһир Бәхтегәрәевҡа һәм уның коллективына шәп бүләк өсөн рәхмәт белдерҙе. "Матур сәскәләр күҙ яуын алып, балаларҙы ла, ата-әсәләрҙе лә ҡыуандырыр, баҡсабыҙ тирә-яҡҡа йәм сәсеп ултырыр", - тине Вәсилә Сәғит ҡыҙы.
