Нәйлә менән Нәзирә бәләкәй саҡтан бергә уйнап үҫтеләр. Беренсе класҡа бергә барып, унынсыны бөткәнсе бер парта артында уҡынылар. Нәзирә мәктәптән һуң һатыусы һөнәрен алды, ә Нәйлә кейәүгә сыҡһам, ир кеше ғаиләһен ҡарарға, ҡатын бала бағып өйҙә генә ултырырға тейеш, тип иҫәпләп, һөнәрле булыу хаҡында уйланмай ҙа.
— Нәйлә, һин ата-әсәйеңдең яңғыҙ балаһы булғанға күрә, еңел йәшәргә уйлайһың, әрәмтамаҡ булып үҫәң, түгелме?! Минең кеүек алтынсы бала булһаң, аңлар инең. Ҡайһы саҡта атай менән әсәйҙең ҡасан эшкә китеп, ҡасан ҡайтҡандарын да белмәйем. Апайымдар аш-һыу яраштырырға, һауыт-һаба йыуырға, өй йыйыштырырға, ойоҡ-бейәләй бәйләргә өйрәтһә, ағайымдар ҡулыма балта, сүкеш тоттороп, утын ҡырҡып-ярырға, сөй ҡатырға өйрәтте. Һуңынан ағайҙарымдың маҙаһына тейеп матайҙа, машинала йөрөргә, онталһа, үҙем йүнәтергә лә таһылланып алдым. Хәҙер туғандарыма шундай рәхмәтлемен, тормошта кәрәк һөнәрҙәргә өйрәткәндәре өсөн, — тине Нәзирә Нәйләгә ошо хаҡта һүҙ сыҡҡас.
— Ҡуйсәле Нәзирә, мин рәхәт йәшәйем, көнләшәңме әллә? Әйҙә бөгөн тансыға барайыҡ. Кисә бер һалдат менән таныштым. Дуҫына ла берәй ҡыҙ кәрәк ине, тигәйне. Мин һине алып барырға һүҙ бирҙем, — тип Нәйлә аптырап ҡалған Нәзирәгә һүҙ әйтергә лә бирмәй.
Нәйлә менән Нәзирәне клубта һалдаттар Ирек менән Урал ҡаршы алды. Егеттәр көҙ хеҙмәттәрен тамамлай икән. Баҙнатһыҙ ғына ҡарап торған ҡыҙҙар һалдаттарға шунда уҡ оҡшаны.
— Ҡыҙҙар һеҙҙең менән көн үтһен өсөн танышмайбыҙ. Был яҡтар беҙгә оҡшай, эш тә бар, хеҙмәтебеҙҙе тамамлағас, һеҙҙең яҡта ҡалырға уйлайбыҙ. Беҙгә кейәүгә сығырға риза булһағыҙ, дуҫлашыр инек. Өс көн уйлағыҙ ҙа, ыңғай яуап булһа, ошонда осрашырбыҙ, – тине етди генә Урал.
— Ҡалай тиҙ генә кәләш алғылары килә, — тип Нәйлә йөҙ йыртһа ла, ҡыуанысы сикһеҙ ине. Ҡыҙҙар һөйләшелгән көнгә һалдаттар менән яҡынданыраҡ танышырға һүҙ ҡуйышты. Егеттәр менән бик күңелле аралашып киттеләр. Ваҡыт тиҙ үтә. Бына егеттәрҙе ата-әсәйҙәр менән таныштырыу көнө яҡынлаша. Өйҙәгеләрҙең ризалығын алғас та, Нәзирә менән Урал йәштәр туйы үткәреп, никахтарын нығытып та ҡуйҙы. Киләһе аҙнаһына Нәйлә менән Ирек тә өйләнешә.
Урал менән Ирек төҙөлөшкә ташсы булып эшкә урынлаша. Урал тәүге эш хаҡына ҡәйнәһенә бүләк алырға була, тик ҡәйнәһе: «Миңә бер ни кәрәкмәй, яңы тормош башлап тораһығыҙ, аҡсағыҙҙы үҙегеҙҙең кәрәк-ярағығыҙға тотоноғоҙ», ти.
— Мин эш хаҡын тартмаға һалып барам, алып тотон, — тиһә лә, Нәзирә Уралдың аҡсаһын исрафламаҫҡа тырыша.
— Ике малай, бер ҡыҙ үҫтек, атайыбыҙ беҙҙе бер үҙе кеше итте. Ағайым мин армияға китмәҫ элек өйләнеп ҡалала төпләнде. Армияла булғанымда һеңлем тормошҡа сығып, кейәү менән атайымды көттөләр. Тик үкенес, миңә армиянан ҡайтырға ете ай ҡалғас, атайым донъя ҡуйҙы. Шул ваҡытта инде, хеҙмәт иткән ерҙә йәшәү яғы яҡшыраҡ булғанлыҡтан, ауылға ҡайтмаҫҡа ҡарар иттем. Атай йортон һатмаҫҡа, һеңлем ғаиләһе менән йәшәһен, тигәйнем. Тәүге эш хаҡына атай менән әсәйемә бүләк аласаҡмын, тигән әйтеүем бар ине, шуға ҡәйнәмә барыбер иҫтәлекле бүләк алып бирмәйенсә тынсый алмаҫмын инде, — ти Урал.
Ҡапҡа эсе иркен булғас, Урал ошонда ике ҡатлы өй күтәрергә план ҡора, уның ҡарауы балалар тыуһа, иркен булыр. Нәзирә хәрби часҡа һатыусы булып эшкә төшә.
Нәйлә әхирәте эш тураһында уйламай ҙа. «Ирек аҡса таба, атай менән әсәйҙең пенсияһы бар, беҙгә шул етә», — тип йәшәй бирә.
Моң яратҡан Ирек баян һатып алып, буш ваҡытында моңланып йырлап та ебәрә. Дәртле егетте туй, тыуған көндәргә тамада итеп саҡыра башлайҙар. Ә Нәйлә ирен яңғыҙ йөрөткөһө килмәй, ҡыҙғана. Ялҡау ҡатын иргә бешереп ултырғансы, үҙенең дә тамағын уйлап, Иреккә саҡырыу булһа, эйәреп табындарға йөрөр булып китә. Көндә тиерлек ҡунаҡтарға йөрөп, эсергә әүәҫләнеп ала.
Бер көн ғаилә дуҫтары Нәзирә менән Урал килә. Нәзирә декрет отпускаһына йыйыныуын һәм үҙенең урынына әхирәтенең һатыусы булып эшкә сығыуын һорай.
– Барыһына ла үҙем өйрәтермен, ярҙам итермен, — ти Нәзирә.
Шулай итеп, Нәйлә лә һатыусы булып китә. Нәзирәнең һап-һау улы тыуа, декрет ялы бөтмәй ҙә ҡала, ике йылдан ҡыҙ бала донъяға килә.
Иректең дә сабый һөйгөһө килә, Нәйләгә был хаҡта әйтә, тик ҡатыны «иртә әле» тип кенә яуаплай.
Тормошона эсе бошопмо, ҡышҡы һалҡын көндәрҙең береһендә Ирек туйҙан иҫереп ҡайта. Нәйләгә был оҡшамай.
— Иҫерек икәнһең, ана ишек төбөндә йоҡла, — тип Нәйлә бүлмәгә үткәрмәй. Иреккә ҡатынының бойороғон үтәргә генә ҡала.
Нәзирә менән Урал өйҙәрен эшләп бөтөп, йорт туйлауға табын ҡора. Ике ҡатлы йортҡа нур биреп, унда балаларҙың шат тауышы яңғырап тора. Дуҫтарының сабыйҙарына ҡарап, Ирек бер яҡтан ҡыуанһа, икенсе яҡтан иһә бөгөнгө йәшәйеше йөрәген өтә.
Декрет отпускаһынан һуң Нәзирәне келәт мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Нәйлә әхирәте урынына бөтөнләйгә һатыусы булып ҡала.
Бер йыл үткәс, Нәйлә көнсөллөгөнән ҡәһәрле план ҡора башлай. «Нисек итеп үҙенә келәт мөдире булып алырға? Урлашып, төп башына ултыртыр кәрәк был Нәзирәне» — ошондай уйҙар тынғы бирмәй уға.
Май ҡиммәт һәм тиҙ һатыла. Көндәрҙең береһендә келәттән өс йәшник майҙы артыҡ ала һәм Нәзирәнең үҙенә артыҡ ныҡ ышаныуынан файҙаланып, бер генә йәшник май өсөн накладной яҙҙыра. Бындай алама эштәре артабан да дауам итә. Шулай мутлаша торғас, Нәзирәнең елкәһенә 17 мең һумдан ашыу растрата сығара. Заманына күрә, ул ҙур аҡса була.
Көндәр буйына уйланып, йоҡоһоҙ төндәр үткәргән Нәзирә: «Ҡасан, ҡайҙа, нисек яңылыштым икән», — тип ҡайғыра. Кеше алдында оятсылыҡ кисереүҙән аңҡы-тиңке булып йөрөп, төрмәгә ултыртыуҙарын да уйлап, үҙ-үҙенә ҡул һала ла ҡуя бер ғәйебе булмаған ҡатын.
Ике бала менән ҡалған Урал ҡара ҡайғыһын араҡы менән баҫырға әүәҫләнеп ала. Нәйлә көн дә килеп, Уралдың балаларын ҡараштырып маташа.
Бер көн Ирек йәнә юбилейҙа тамада булып, байтаҡ һуҡмыш ҡайта. Иртән баш төҙәтеүгә тип ҡуйынына «яртыһын» да тығып ҡайтаралар. Иректең иҫерек йөҙөн күреү менән Нәйлә уны кире бороп сығарып, ишекте бикләп үк ҡуя. Ҡайны менән ҡәйнәһе кейәүҙәрен яҡлашһалар ҙа, еңмеш ҡыҙҙары үҙ һүҙен бирмәй.
— Тышта сатлама һыуыҡ бит, кейәүгә бер-бер хәл булһа, үкенәсәкһең, һуң булыр, — тип тә ҡарайҙар.
Дорфа холоҡло Нәйлә әсәһе менән атаһының инәлеүҙәренә ҡолаҡ та һалмай. Төн уртаһында гармун, йыр тауыштары тынып ҡала. Иртән ҡайныһы тышҡа сыҡһа, кейәүе инде йән биргән була. Үҙ балаларылай күргән Иректең үлемен ҡайны менән ҡәйнә бик ауыр кисерә, уларға йәшәүҙең мәғәнәһе ҡалмай. Өләсәй менән олатай булыу бәхетен татый алмай, бер-бер артлы мәрхүм булалар.
Ике туған ағаһы Рәзим менән ҡустыһы Фәрит Нәйлә янына йәшәргә күсеп килә, береһе ташсы, икенсеһе һаҡсы булып эшкә урынлашалар.
«Балаларын ҡарайым» тигән һылтау менән Нәйләнең Уралдарға йөрөүе йышая.
Шулай бер көн сәйгә ултырғас, Урал йөрәк яныуына ишаралап өҫтәлгә бер ярты ла ҡуя. Уралдың эсеп, күңеле йомшарыуынан файҙаланып, Нәйлә бергә йәшәргә тәҡдим итә.
— Берәү ҙә балаларыма әсәләрен алыштырмаҫ та, уларҙы уның кеүек яратмаҫ та, — тигән Уралды ла үҙ яйына ыңғайлатып, күндереп тә ҡуя таҫма телле Нәзирә.
Шул көндән Нәйлә күптәнге хыялын тормошҡа ашырып, әхирәтенең етеш донъяһына хужа булып, матур ике ҡатлы йортта Урал менән бергә йәшәп китә.
Үҙ өйөн ағаһы менән ҡустыһына ҡалдырып китеүе лә алдан уйланылған була. Артабан инде Уралдың ике ҡатлы йортон үҙенә яҙҙыртыу планын бойомға ашырыу юлдарын эҙләй башлай.
Рәзим менән Фәрит апайы янына ҡунаҡҡа йыш килеп йөрөйҙәр. Бер көн шулай кәйеф-сафа артында байтаҡ «төшөргән» апайына ҡарап, Фәрит былай ти:
— Етәр һиңә, эсеүеңде ҡыҫҡарт, Ирек еҙнәйҙең башына еттең, хәҙер Урал еҙнәй ҡалдымы?
Тик был һүҙҙәр Рәзимгә оҡшамай.
— Башың йәш әле, — тип, һүгенеп аҡыра ул ҡустыһына.
Фәрит таңға ғына тансынан ҡайтып инһә, ғүмерҙә булмағанса, апайы иҙән йыуып йөрөй. Рәзим Фәриткә ҙур ғына ауыр тоҡто тоттора ла, бер кемдең дә күҙенә салынмайынса ғына мәкегә алып барып ташларға ҡуша. Фәрит уны-быны уйлап тормайынса, ауыр йөктө балалар санаһына һалып, мәкегә алып барып төшөрә.
Төнгө уйындан арып ҡайтҡан Фәрит тыныс урын эҙләп, икенсе ҡатҡа күтәрелһә, балаларҙың илауын күреп, аптырауға ҡала.
«Нимә булды, нишләп илайһығыҙ?» — тигән һорауына ҡоттары осҡан балаларҙың: «Нәйлә апай менән Рәзим апа атайҙы бысаҡ менән сәнсеп үлтереп, тоҡҡа тыҡтылар», — тиеүҙәрен ишетеп, күҙ алдары ҡараңғылана.
Бындай бәғерһеҙлекте ғүмерендә лә ишеткәне лә, күргәне лә булмағанлыҡтан, ҡото алынған Фәрит был өйҙән нисек сығып китеүен насар хәтерләй. Милицияға барып еткәндә генә иҫенә килә. Унда инде барыһын да нисек булған, шулай һөйләргә кәрәк!
— Туғандарым булһа ла, бер ғәйепһеҙ кешене үлтереүсе ҡәбәхәттәр үҙ язаһын алырға тейеш, — тип тамамлай был ҡурҡыныс хәл хаҡында хәбәр итеп Фәрит.
Оҙаҡламай милиция хеҙмәткәрҙәре килеп, Нәйлә менән Рәзимде ҡулға ала, Фәрит тоҡто ҡайҙа ташлағанын күрһәтә. Мәйетте һыуҙан сығарып, «Тиҙ ярҙам» машинаһына һалыу менән, майор Фәриткә балалар янында булырға, бер ҡайҙа ла китмәҫкә ҡуша.
Иртәгәһенә ике милиция хеҙмәткәре Фәритте алырға киләләр. Ентекләп һорау алыуҙарын белгәс, балаларҙы күршегә ҡалдырып китә.
Һуҡмыш Рәзим үҙ яйын ҡайғыртып, донъялы булып ҡалғыһы килә. «Фәрит армияға китә, Нәйлә һеңлеһе Уралдың өйөндә ҡала», — тигән уй менән ҡушыла Рәзим яуыз эшкә.
Тикшереү бөткәс, суд була. Нәйлә менән Рәзимде егермешәр йылға төрмәгә ултырталар, ә Фәритте милицияға ярҙам иткәне, белмәй ҡылған эше өсөн бер айға һынау ваҡыты менән ҡалдыралар. Эйе, ул егеттең бер ғәйебе лә булмай шул!
Судтан һуң милиция майоры, артабан ҡустым ни эшләргә уйлайһың, тигән һорауына: «Еҙнәйҙең туғандарына балаларҙы балалар йортона бирмәүҙәрен һорайым», — тип яуаплай.
Бәләкәйҙән яңғыҙ үҫкән еңмеш, көнсөл, бәғерһеҙ Нәйлә камераға барып ингәс, тәүге тапҡыр күҙ йәштәренә ирек бирә. Ул бит үҙен көслө тип уйланы, юлында осраған, үҙенсә кәрәкмәгән бөтә кешеләрҙе лә юҡ итте. Яҡшы ире Иректе, аҡыллы әхирәте Нәзирәне, ата-әсәһен гүргә тыҡты, ике баланы үкһеҙ етем итте, Урал да уға яраманы... «Нишләнем мин, йәшәгем килмәй», — тип ярһыны. Тик ул выждан ғазабы кисерә торғандарҙан түгел, үҙен йәлләп иланы. Сөнки өйрәнгән рәхәт тормош бөттө уның өсөн.
Камераның ишеген асып прапорщик Зәйнәп апай килеп инде. Алты бала үҫтереп, шартлатып йәшәгән тура һүҙле ханым үҙ һүҙен әйтмәй булдыра алманы: «Төрмә «тормошо» һине күптән көтә ине, эҙләгәнеңде таптың — бына хәҙер үҙең кеүек ҡаты бәғерле кешеләр, ҡаты тәртип, ҡаты урындыҡ ...»
Уралдың бер туған ҡустыһы Салауат ауылында ҡатыны Мәрйәм менән ике бала үҫтереп йәшәй ине. Уралдың етем ҡалған балалары өйөбөҙҙән китмәйбеҙ, тип илағас, Салауат ғаиләһе менән ағаһының йортона күсеп барырға ризалашты. Улар ағаһының улын, ҡыҙын үҙ ҡанаты аҫтына алып, дүрт баланы ла берҙәй яратып, матур тәрбиә биреп үҫтерҙеләр. Уралдың ҙур йорто йәнә күркәмләнеп ҡалды.
Ә балалар хәҙер үҫеп, уҡып, һөнәр алып үҙҙәре әсәй-атай булғандыр инде, киләсәктәре бәхетле булһын!
Рауил ШАҺИВӘЛИЕВ.
Асҡар ауылы.
(Исемдәр үҙгәртеп алынды).