2026 йыл — көнсығыш йондоҙнамәһе буйынса Ҡыҙыл утлы ат йылы. Ат иреклек һәм матурлыҡ, үҙ-үҙеңә ышаныусанлыҡ билдәһе тип нарыҡлана. Йылҡы малын яратҡан башҡорттар өсөн тоғро дуҫ, яуҙаш һәм юлдаш та. Тап шуның өсөн «Йылдың тере символы-2026» республика конкурсында ҡатнашырға теләүселәр күп булды.
Т. Кусимов исемендәге гимназияның уҡыусылары бар яҡтан һәләтле булыуын беләбеҙ. Уҡыуҙа ла алдынғылар, спортта ла ҡаҙаныштары күп, йыр-бейеүгә лә маһирҙар. Ижади бәйгеләрҙә лә талантлы малай-ҡыҙҙарҙың фантазияһына ғәжәпләнерлек. «Йылдың тере символы-2026» республика конкурсы иғлан ителеү менән уның мәктәп этабында ҡатнашырға теләүселәрҙең күп булыуы хайран ҡалдырҙы. Жюри иң-иң матур һәм үҙенсәлекле тип һайлап алған йөҙҙән ашыу эш күргәҙмәгә ҡуйылды. Һәм конкурста ҡатнашыусы башланғыс класс уҡыусыларын һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы ижад байрамына әүерелде. Гимназияның президент советы уны уҡыусылар күңелендә оҙаҡ иҫтә ҡалырлыҡ итеп ойошторҙо.
Белем усағының тамаша залы шығырым тулы, байрамға хатта ата-әсәләр килеүе уға бәҫ өҫтәне. Тантана Башҡортостан Республикаһы гимны менән башланып, тамашасыларҙың күңелдәренә илһөйәрлек, ғорурлыҡ тойғоһо өҫтәне. Т. Кусимов исемендәге гимназия директоры Рәмил Әхмәтов уҡыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы тәбрикләп, конкурстың уҡыусылар өсөн әһәмиәтле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Конкурс еңеүселәренең эштәренән торған бай күргәҙмә күҙҙең яуын алды. Һүрәттәрҙә аттарҙың ниндәйҙәре генә юҡ: йәшел сәхрәлә үлән утлап йөрөгәндәре лә, һабантуйҙа ал бирмәй сапҡандары ла, яуҙа хужаһына ышаныслы иптәш булғандары ла. Ҡыл ҡәләм менән төшөрөлгәндәре, картина кеүектәре лә, бәйләнгән-сигелгәндәре лә бар. Бындай матур, зауыҡлы эштәрҙе атты ысынлап яратҡан балалар ғына эшләй алалар. биҙәү-ҡулланма сәнғәте йүнәлешендә Гран-при Денис Тимченкоға (1-се “в” класы) бирелде. Беренсе урынды Әмин Ғибәҙәтов (3-сө “а”), икенсене Фарук Күркәмбаев (3-сө “а”) яуланы. Аделина Кемалова “4-се “ж”) менән Айнур Алтынбаев (2-се д) бүлеште. Шыршы уйынсығын эшләүҙә Данил Бикбов (4-се “б”) Гран-Приға лайыҡ булды. Айлина Бикмуллина (“1-се “в”), Нуриман Иштимеров (2-се “а”), Самат Ғәлиуллин (1-се “б”), Ләйлә Искәнйәрова (1-се “в”) тәүге урындар алды. Һүрәт төшөрөүҙә Руслан Рәшитовҡа (1-се “в”) етеүсе булманы, ул Гран-при алды. Сафия Боҫҡонова (4-се ”а”), Ғайсар Күсәрбаев (4-се “е”), Нәзилә Һибәтуллина (4-се “б”), Камилла Аллаярованың (2-се “д”) эштәре призлы урындарҙа билдәләнде.
Балаларҙы бүләкләү мәле лә тулҡынландырғыс булды. Өсөнсө дәрәжәләге призерҙарға маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәрҙе гимназия президенты Гөлназ Нөғәмәнова тапшырҙы. Икенсе урында билдәләнеүселәрҙе Росгосстрах офисының райондағы етәксеһе Әлфинә Тайыпова бүләкләне. Гимназия директоры Рәмил Әхмәтов төрлө номинацияларҙа беренсе урын яулаған уҡыусыларҙы тәбрикләне. Эштәре иң яҡшылар тип табылған конкурс еңеүселәренә бүләктәрҙе «Платина» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Илнур Нөғәмәнов тапшырҙы. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, конкурста ҡатнашыусы һәр уҡыусы сәхнәгә сығып, грамота һәм бағымсыларҙан иҫтәлекле бүләк алып ҡыуанды. Был яңы бәйгеләрҙә үҙ көстәрен һынап ҡарау өсөн этәргес булды.
“Талисман” вокал ансамбленең дәртле йыры һәм 1-се класс уҡыусыларының сағыу сығышы сараны музыкаль яҡтан биҙәне.