Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Февраль , 16:20

Таһыллыҡ талап иткән ярыш

Ишҡол ауылының ир-егеттәре өсөн ҡышҡы балыҡ тотоу ярышы Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналды.

Таһыллыҡ талап иткән ярыш
Таһыллыҡ талап иткән ярыш

Балыҡ ҡармаҡлаусылар бырауҙарын, ҡармаҡтарын йөкмәп килеп, мәке уйып ебәрҙе. Рауил ауыл биләмәһе башлығы Абдулхаҡ Солтанов һәм ошо сараны ойоштороусы депутат Сабир Шәһәрғазин байрам менән ҡотлап, барыһына ла уңышлы көн теләне.
Балыҡ ҡармаҡлау ярышы бик сәмле барҙы, Ҡыҙыл йылғаһы буйы гөрләп торҙо. Сабырлыҡ, таһыллыҡ, ҡомар талап иткән балыҡсылар ярышына йыйылған халыҡ бәйгеселәрҙе бик йәнле алҡышланы.
Бөтәһе өс тиҫтәгә яҡын кеше ҡатнашлығындағы ярышта 6 бала ла бар ине. Иң олоһо Шамил ағай Ялалов булһа, иң кесеһе Эмиль Кейекбаев булды. Ярыш барышында кемгә беренсе балыҡ эләгә, кем күберәк балыҡ ҡармаҡлай, кемдең балығы иң ҙуры икәнлеге асыҡланды. Ике сәғәттән жюри йомғаҡ яһап, еңеүселәрҙе билдәләне. Ә тәбрикләүҙәр сараһы кис мәҙәниәт йортонда ойошторолдо.
Шулай итеп, Шамил Ялалов итек, иң ҡыҫҡа ваҡытта мәке уйыусы Венер Ишбулатов балыҡсы әйберҙәре йыйылмаһы, иң беренсе балыҡ тотоусы Айҙар Фазылов палатка, иң өлкән балыҡ ҡармаҡлаусы Раян Баязитов балыҡсы сумкаһы менән бүләкләнде.
Балалар араһында иң бәләкәй йәштәге балыҡсы Эмиль Кейекбаев ҡармаҡ менән бүләкләнде. Ул Исрафил Мөхәмәтдиновтың махсус бүләге ине. Иң беренсе балыҡ тотоусы Амур Ниғмәтуллин, иң күп балыҡ ҡармаҡлаусы Юлай Йәрмөхәмәтов, унан ҡалышмаған Денис Шәһәрғазин, Ильяс Папанин да бүләк алып ҡыуандылар. Сарала ҡатнашыусы һәр кемгә Сабир Шәһәрғазин бүләктәр бирҙе һәм значоктар таҡты. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары байрамда ихлас көйәрмән генә булманы, балыҡсыларға махсус бүләктәрен дә тапшырҙы.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ҡатын-ҡыҙҙар ярышта ҡатнашыусыларҙы, көйәрмәндәрҙе самауыр сәйе һәм тәмлекәстәр менән һыйланы. Биләмәнең аш-һыу оҫтаһы Ильфира Шәрәфитдинова һәр ваҡыттағыса торт бешереп ебәргән ине.
Ҡатын-ҡыҙҙар әҙерләгән дәртле йырҙарҙы, патриотик бейеүҙәрҙе халыҡ бик алҡышланы. Айгөл Ишбулатова, Миңзәлә Фазылова, Айгизә Фазылова, Альбина Боҫҡонова башҡарыуында атайҙарға, ир-егеттәргә, МХО-ла хәбәрһеҙ юғалғандарға арнап башҡарылған йырҙар күңелдәргә үтеп инде. Шулай уҡ, Зөлфиә Рамазанова менән Альбина Боҫҡонова башҡарыуында «Әхирәттәр» бейеүе сараның биҙәге булды.
Мәҙәниәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан гармунсы, бейеүсе, йырсы ир-егеттәргә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре махсус бүләктәрен тапшырҙы. Һәр ваҡыт ғаиләгеҙгә ныҡлы терәк, тормошта абруйлы атай, дәртле, дарманлы булып ҡалығыҙ, тигән изге теләктәрен еткерҙе. Афарин ир-егеттәр, балыҡсы ҡомары һеҙҙә һүрелмәһен, именлектә, һаулыҡта йәшәргә насип итһен. Иҫтәлекле сара үтеп китте, ә күңелдә күпме йылы тойғолар ҡалды.
Зөлфиә ЗАҺИТОВА.

Автор:
Читайте нас