Төрлөһөнән
4 Сентября , 11:45

Халыҡ-ара геология фестивале

Өфөлә IV «ГеоВызов» халыҡ-ара геология чемпионаты старт алды. Сараны асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Олег Казанов ҡатнашты.

Добавить в предпочтительные источники Google

Быйыл чемпионатта Белоруссия, Үзбәкстан, Тажиҡстан, Ҡытай, Мозамбик, Ирак, Зимбабве, Алжир, Палестина, Иран, Мали, Гвинея-Бисау һәм Мексика  илдәренән һәм Рәсәйҙең 12 төбәгенән 40 командала 300 студент ҡатнаша.
«ГеоВызов» фестивале геология һөнәрҙәрен популярлаштырыу, студенттарҙың һөнәри күнекмәләрен күтәреү һәм йәш белгестәр менән эш биреүселәр араһында бәйләнештәрҙе нығытыу өсөн күп функциялы майҙансыҡ булып тора.
Чемпионаттың генераль бағыусыһы — Рәсәй баҡыр компанияһы. Чемпионатты асыу тантанаһында хөрмәтле ҡунаҡтар иҫәбендә «РМК» акционерҙар йәмғиәтенең Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу идаралығы директоры Вячеслав Гемель һәм «Салауат» компанияһы директоры — Башҡортостан Республикаһында РМК партнеры Таһир Бәхтегәрәйев сығыш яһаны. 

Чемпионатты Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров асты. 
— Буласаҡ геологтарҙы республикабыҙҙа дүртенсе йыл рәттән ҡаршылау беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. — «ГеоВызов» — ул ярыш ҡына түгел, ул ҡыҙыҡлы фән-геология менән бәйле кешеләрҙе йәлеп итеү нөктәһе. Чемпионатта ҡатнашыусыларҙың йылдан-йыл арта барыуы ҡыуаныслы. Барығыҙға ла бында яңы дуҫтар табырға теләйем һәм һәр берегеҙҙе Башҡортостанға саҡырам!
— Чемпионат Башҡортостан өсөн генә түгел, Рәсәй өсөн дә мөһим ваҡиға булып тора, — тип билдәләне «РМК» акционерҙар йәмғиәтенең Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса етәксеһе Вячеслав Гемель. — Балалар геолог һөнәрен һайланы. Был белгестәр геологик разведка эштәре алып бара, артабан улар илдең сәнәғәтен үҫтерергә мөмкинлек бирә. Сарала шул тиклем йәш егеттәрҙе күреү бик ҡыуаныслы. Был геологияның ышаныслы ҡулдарҙа икәнлегенә инандыра. Предприятиеларыбыҙҙа геологтарҙың яңы быуынын күреүебеҙгә бик шат булырбыҙ. 
Таһир Бәхтегәрәйев тә сарала ҡатнашыусыларҙы ихлас тәбрикләне.
— Беҙ Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы биләмәһендә тау-байыҡтырыу комбинатын төҙөүҙе күҙ уңында тотҡан «Салауат» күләмле инвестиция проектын тормошҡа ашырабыҙ. Әлеге ваҡытта ғәмәлдәге лицензия сиктәрендә эҙ-ләү-баһалау стадияһында геологик разведка эштәре үткәрелә. Тәүге көндәрҙән үк «Салауат» компанияһы Әбйәлил районында байтаҡ социаль проекттарҙы тормошҡа ашырҙы. Был — мәктәп уҡыусылары өсөн «Ғилем» күләмле олимпиадаһын ойоштороу, «Ирәндек» балалар лагерында спорт майҙансығы төҙөү, Буранғол ауылында мәктәп уҡыусылары өсөн интернатты капиталь ремонтлау, Михайловка ауылында физкультура залын төҙөү, республиканың тәбиғәт һәм һыу ресурстарын тергеҙеү, социаль объекттар биләмәләрен төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү һәм башҡалар, — тип һөйләне Таһир Тимербай улы. — Рәсәйҙән генә түгел, сит илдәрҙән дә һәләтле, уңышлы студенттар төп ҡатнашыусылар булған ошондай күләмдәге сарала ҡатнашыу беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт.
Бер көн алдараҡ карьера көнө үтте, унда чемпионатта ҡатнашыусылар эш биреүселәр менән тығыҙ аралаша алды. «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтегәрәйев компанияның инвестиция проекты менән таныштырҙы һәм пландары менән уртаҡлашты.
— Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы биләмәһендә тау-байыҡтырыу комбинатын төҙөүҙе күҙ уңында тотҡан «Салауат» инвестиция проектын уңышлы раҫлау һәм иҡтисади нигеҙләү уны тулы күләмдә тормошҡа ашырыуға юл асасаҡ, был төбәкте яҡынса 1500 яңы эш урыны менән тәьмин итәсәк, — тине Таһир Тимербай улы презентация барышында. — Буласаҡ тау-байыҡтырыу комбинаты хеҙмәткәрҙәре өсөн юғары һәм конкуренцияға һәләтле хеҙмәт хаҡы кимәле, ышаныслы социаль пакет, эш биреүсе иҫәбенә уҡытыу һәм квалификацияны күтәреү, матди ярҙам һ. б. тәҡдим ителәсәк.
«ГеоВызов» чемпионаты 9 сентябргә тиклем дауам итә. Уның программаһы бик бай. Командалар «Нефть һәм газ», «Минералогия һәм петрография», «Геологик маршрут», «Гидрогеология», «Шлихлы һынау», «Геохимия», «Кристаллография», «Палеонтология», «Радиометрия» һ. б. дисциплиналарҙа ярышасаҡ.

Р. Дауытова.

Читайте нас