

Осрашыу «Рух көсө» түңәрәк өҫтәле артында башланды. «Ҡорос характер, ныҡлы бизнес» — был исем беҙҙең райондың бөгөнгө тормошон бик теүәл сағылдырған девиз булды.
Рөстәм Нәбиев — яҡташыбыҙ, Башҡортостандан. 2015 йылда ул фажиғәгә осрай һәм аяҡтарын юғалта. Әммә ул бирешмәй, Эльбрусҡа, Килиманджароға күтәрелә, тарихта Эвересты ҡулдарында ғына яулаған беренсе кеше була. Бына шундай көслө рухлы, ҡорос характерлы кеше ул. МХО яугирҙәрҙәренә әүҙем ярҙам итә, госпиталдәргә йөрөп, уларҙы дәртләндерә, гуманитар ярҙам күрһәтә.
Район эшҡыуарҙары, әүҙем йәмғиәт ойошмалары йыйылған сарала район башлығы Айрат Әминев та ҡатнашты.
— Иң беренсе барығыҙға ла ысын күңелдән рәхмәт белдерәм. Һеҙ ресурстарҙы бүлеү һәм ҡурсалаусылар эҙләү өсөн берләшмәнегеҙ. Һеҙ бергәләп хосписҡа, балалар проекттарына ярҙам итәһегеҙ, ветерандар өсөн форумдар үткәрәһегеҙ. Һеҙ үҙегеҙ: «Беҙгә ярҙам кәрәкмәй, беҙ башҡаларға ярҙам итергә теләйбеҙ», тинегеҙ. Был көслө һүҙҙәр. Ҙур бизнес — ул үҙен генә ҡайғыртмай. Бөгөн бында МХО ветерандары ла килгән. Һеҙ һәр кем еңеп сыға алмаҫтай һынауҙар үттегеҙ. Беҙ бер нәмәне аныҡ беләбеҙ: яугирҙәр ярҙамһыҙ ҡалырға тейеш түгел. Бөгөн республикала үҙ эшен башларға теләүселәр өсөн программа эшләй — «Йорт бизнесы. Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ». Был ҡоро һүҙҙәр генә түгел, ярҙам эшкә тотонғас та башлана һәм даими күрһәтелеп барыла. Эшләргә теләйһең икән — эшлә. Үҙеңде асырға теләһәң, ярҙам итербеҙ. Өфөгә барырға кәрәкмәй. Барыһын да бында, беҙҙең районда эшләргә мөмкин, —тип йыйылыусыларға мөрәжәт итте Айрат Зиннәт улы.
Сарала «Ватанды Һаҡлаусылар» фондының социаль координаторы, хәрби хәрәкәттәр ветераны Илнур Ҡарабулатов та булды. Ул ярҙам саралары һәм социаль контракт тураһында һөйләне. — Районда быйыл махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы өс яугир үҙ эшен асыу өсөн социаль контракт алды. Улар Әлмөхәмәт ауылында автомобиль йыуыу, ағас эшкәртеү цехы, Асҡарҙа күбек блоктары етештереү цехы асасаҡ. Ошондай әйтем бар: «Тимер утта сыныға, әммә бер ут ҡына аҙ — кемдеңдер өҫтән һуғыуы һәм кемдеңдер аҫтан тотоуы кәрәк». Әбйәлил районында бизнес менән дә, ветерандарҙың тормошо менән дә шул уҡ хәл. Эшҡыуарҙар ойошмаһының мөмкинселеге һәм тәжрибәһе бар.
Ветерандарҙың дисциплинаһы һәм башланған эште тамамлау һәләте бар. Әгәр был ике көс берләшһә ҙур көскә әйләнәсәк. Шуға күрә бөгөнгө «түңәрәк өҫтәл»дә районыбыҙ иҡтисадының үҫеш нөктәләре тураһында һәм «бәләкәй бизнес»ты һәр бер аҙымында нисек абындырмау тураһында һүҙ бара. Социаль гарантиялар ҡағыҙҙа ғына ҡалмаһын өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында ла һүҙ алып барабыҙ, — тине Илнур Кәрим улы һәм Рөстәм Илгиз улына осрашыуға килгән өсөн барлыҡ район эшҡыуарҙары исеменән рәхмәт белдерҙе.
Артабан «Урал батыр» паркында дауам иткән сарала Рөстәм Нәбиев «Һомай» модель студияһы ҡыҙҙары, «Ете ҡыҙ» ойошмаһы ағзалары менән аралашты. Осрашыуҙа ҡатнашыусыларға үҙенең тормош юлын, күңел кисерештәрен асып һалды. Фажиғәле көндән алып бөгөнгәсә ниндәй ҡаршылыҡтарҙы йырып сығырға тура килеүен дә йәшермәне. Ҡайсаҡ кешеләрҙең үҙен ҡабул итмәүенә ҡарамаҫтан йәшәргә ынтылыуы, киләсәген яңынан башларға ҡарар итеүе һәм ҡарарын тормошҡа ашырыуы тураһында һөйләне.
Фәһемле осрашыуҙа ҡатнашыусылар Рөстәм Нәбиев миҫалында кеше рухының сикһеҙ мөмкинлектәрен күрҙе һәм был, моғайын, күптәргә тормошҡа икенсе төрлө ҡарарға, ваҡлыҡтарҙан өҫтөн булырға ынтылыш биргәндер.
Гөлнара Нурғәлиева.