+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
18 Ноябрь 2016, 17:49

«Атайым кавалерист булған…»

Дондан Эльбағаса 4000 саҡрымдан ашыу яу юлын һыбай үткән 112-се башҡорт атлы дивизияһының ойошторолоуына – 75 йыл

Бөйөк Ватан һуғышы тарихында иң күп Советтар Союзы Геройы биргән башҡорт атлы дивизияһында беҙҙең яҡташтарыбыҙҙың да Еңеү хаҡына үҙҙәрен аямай һуғышыуҙары, ҡаһарманлыҡтары өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерәбеҙ. Һуғыштың тере шаһиты берҙән-бер Ғәйфулла апа Ғәбитовтан башҡа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кавалерист атай-олатайҙар барыһы ла күптән гүр эйәһе инде. Ләкин хәтер тере, хәтер үлемһеҙ. Үткәндәрҙең шаңы, атай-олатайҙарҙың даны яугирҙәрҙең вариҫтары хәтерендә йәшәй. Район тыуған яҡты өйрәнеү музейына Башҡортостан Милли музейынан килтерелгән 112-се атлы дивизияның командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа бағышланған күргәҙмәгә шаһит ҡылыу йөрәк түрендәге хәтирәләрҙе яңыртыуға сәбәп булды.

Ике ай дауамында музейҙа барған күргәҙмәгә район мәктәптәре уҡыусылары саҡырылған, ҡаһарманлыҡ дәрестәре уҙғарылған. Музей хеҙмәткәре Ләйсән Бисенғолова гид ролендә күргәҙмә менән таныштырып, һөйләр мәғлүмәтте ятлап бөтһә лә, был юлы бер аҙ ҡаушаңҡырап ҡалды, Шайморатов генералдың ҡул аҫтында һуғышҡан яугирҙәрҙең ул-ҡыҙҙары килгәйне шул. Күргәҙмә аша легендар командирҙың тормош юлы, дивизияның ҡаһарманлығы, атайҙарының яу юлы менән танышҡас, хәтирәләрҙе тағатыуға ҡоролған кисә дауам итте.

– Дәһшәтле һуғыш башланғас, башҡорт халҡы үҙенең атлы ғәскәрен булдырырға теләк белдерә. Мәскәүҙән рөхсәт алынғас, уның составына алыуҙы һорап меңәрләгән ир-егет үҙ ирке менән ғариза тапшыра. Атлылар өсөн предприятиеларҙа ҡорамалдар, кейем әҙерләнә, ауыл эшсәндәре аттар, меңәрләгән центнер иген, фураж бүлә. Дәүләт Оборона Комитеты фондынан бер ниндәй ярҙам талап итмәйҙәр. Башҡортостан бары ҡоралды ғына һорап ала. Дивизияны ойоштороу штабы Дим станцияһында урынлаша. Башҡа райондарҙағы кеүек Әбйәлилдә лә атлылар ғәскәренә яҙылырға теләүселәр байтаҡ була. 1941 йылдың 7 декабрендә райүҙәккә 110 кеше һәм 95 ат йыйыла, – тип кисәне асты тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Р. С. Лотфуллина. – Әбйәлилдән киткән тәүге ҙур төркөмдән һуң 20-шәр кешенән торған ике төркөм Дим станцияһына оҙатыла…

Ветерандар күмәк саҡта кемдең ҡайҙа, ниндәй хәрби дәрәжәлә һуғышыуы тураһында ҡыҙыҡһынмау, атай-олатайҙарҙан һорашып ҡалмау арҡаһында күпме тарих улар менән мәңгелеккә күсте. Хәйер, фронтовиктар үҙҙәре лә һуғыш тураһында һөйләргә яратманы. Хәҙер үкенһәк тә һуң инде. Райондың ветерандар советы рәйесе булып эшләгән йылдарында Фәтих ағай Ихсанов атлы дивизияла һуғышҡан яҡташтарҙы теүәлләп төҙөгән исемлектең ҡәҙерен бөгөн баһалайбыҙ. Байтаҡ кешеләрҙең ошо исемлек аша атайҙарының данлы дивизия яугире булыуын асыҡлауын беләм. Сарала ҡатнашыусы Фәтих Ғариф улы кавдивизияның хәрби яу юлы хаҡында, Днепрҙы аша сығыу, Германияның Бранденбург ҡалаһын штурмлап, унда тотҡонлоҡта булған совет әсирҙәрен азат итеү тарихын һөйләп үтте. 80-се йылдарҙан башлап башҡорт атлылары тураһында материалдар йыйған Тал Ҡусҡары ауылынан хаҡлы ялдағы тарих уҡытыусыһы Мөнирә Кирәева һуғыш өсөн аттар әҙерләү тарихын бәйән итте. Ҡатын-ҡыҙҙар иңенә төшә был ыҙалы эш. Ире фронтта, ҡулында кескәй бала тотоп, өҫтәүенә йөклө ҡалған Иҙәш ауылынан Ғәфүрә Сафина, Ҡусҡарҙан Сәғиҙә Фәйезйәнова үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты намыҫ менән үтәй. Көрт ярып сана менән яландан бесән ташыйҙар, һыуҙы ла ташып эсерәләр. Яҡшы ашатыуҙан, тәрбиәнән көрәйеп, тыҡылдата баҫып торған малҡайҙарҙы Магнитогорскиға тиклем ҡыуып алып барып, артабан эшелондарға тейәп, һуғышҡа оҙаталар. Шунда ике ат ҡасып ҡайта. Уларҙы кире алып китәләр. Әйләнеп ҡайтмаҫтарын белепме, мөлдөрәшеп ҡарап тыуған яҡтар менән хушлаша улар, аттар ҙа илай бит ул, тип һөйләне Мөнирә Хәкимйән ҡыҙы.

Артабан һүҙ кавалеристарҙың ул-ҡыҙҙарына бирелде. Юлдаштан Тимербулат Сәйетғәлин атаһы Ҡаһарман Сәйетғәле улынан Шайморатов генерал тураһында ишеткәндәрен бәйән итте. 80 йәшлек уҙамандың көр тауыш менән башҡорт халыҡ йыры «Урал»ды башҡарыуы ла кисәнең темаһына хуш килде. «Аямаған йәнен, түккән ҡанын…» тигән юлдарҙы тетрәнмәйенсә тыңлап булмай ине. Тыуған ил өсөн башын һалған аҫыл ир-егеттәр. Һуғыш арҡаһында атай төҫө күрмәгән Буранғолдан Мәүҙиға Ғәбитова ғәзиз кешеһен фотоһүрәттән булһа ла күрмәүе, башкөллө хеҙмәткә бирелеп, исмаһам, РСФСР-ҙың халыҡ депутаты булған сағында архивтарҙа эҙләнмәүе өсөн үкенесен белдерҙе. «Бер оянан 4 ағай-эне фронтҡа китәләр. Атайымдың бер туған ҡустыһы Ғәпсәләм Сабитов та атлылар ғәскәрендә һуғышҡан», – тип бәйән итте Мәүҙиға Ғаффан ҡыҙы. Батыр үлһә лә, даны ҡала. Белоруссия ерендә барған һуғыштарҙа Ғаффан Сабитов 76 миллиметрлы орудиенан атып, дошмандың ут нөктәһен юҡ итә һәм Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була. Ҡушый ауылынан кавалерист Бәшәр Көмөшбаев тураһындағы иҫтәлектәре менән улы Рамил ағай бүлеште. Музей директоры Рәмилә Садиҡ ҡыҙы ла Бәшәр апа атайым менән бергә эшләне, эшһөйәр, кеселекле кеше ине, тип телгә алды. Районда киң билдәле сәсәниә Гөлнур Мамлеева һуғышта ятып ҡалған атайҙарҙың балаларына тейешле иғтибар булмауына әсенде. Уның атаһы Булат ауылынан Хәйбулла Байрамғоловҡа үҙ ғүмерендә ике һуғышта ҡатнашырға тура килә. Зәки Вәлиди армияһында хеҙмәт итә, Бөйөк Ватан һуғышын атлылар сафында үтә. «Уның ҡыҙылармеец кенәгәһендә хатта атының исеме яҙылған булған. Дошман уратыуына эләккәс, атайымдың шыуы-шып яуҙаштарына боеприпастар, аҙыҡ-түлек килтереүе хаҡында яҙма документ һаҡланған, ошо батырлығы өсөн «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» тигән миҙалға лайыҡ булған», – тип һөйләне Гөлнур апай.

Тал Ҡусҡары ауылында тыуып, хәҙер Асҡарҙа йәшәүсе Фәриҙә Шәйхетдинова атаһы Ғәҙелша Дәүләтшин ауыҙынан Герой яҡташтар Таһир Кусимов, Рәүеф Дәүләтов тураһында тыңлап үҫкән. «Бер йылы Таһир Тайып улы районға килгәнендә атайым мотлаҡ яуҙашын күреп ҡалыу ниәте менән һабантуйға китте. Тик мәртәбәле ҡунаҡ янына ябай ауыл ҡартына яҡын барырлыҡ мөмкинселек сыҡмай, – тип хәтер ебен тағатты Фәриҙә апай. – Атайым ҡаты яраланып, 1943 йылда демобилизациялана. Башаҡҡа китеп барған апайымдар уны милиция тип уйлап ҡурҡып ҡаса. Милицияның үҙебеҙҙең ҡапҡаға боролғанын күргәс, бөтөнләй ҡоттары оса. Һалдат кейемендә, госпиталдән һуң йонсоу ҡиәфәттә булған атайҙы танымайҙар…»

Ҡаҙмаштан мәғариф ветераны Сания Сафиуллина осрашыуға атаһының байтаҡ хәрби ҡағыҙ-документтарын алып килгәйне. Бөгөн бигерәк тә ҙур тарихи әһәмиәткә эйә ҡағыҙҙарҙың теүәл һаҡланыуы Ҡырҙас ауылынан фронтовик Әхмәҙи Ғайсиндың уғата теүәллек яратыуы хаҡында һөйләй. «Атайым иҫән саҡта уның һуғыш тураһындағы хәтирәләренә әһәмиәт бирмәгәнбеҙ, хатта данлы 112-се дивизияла булған тип тә белмәнек. Хәҙер документтары аша уның яу юлы картинаһын күҙ алдына баҫтырабыҙ», – тине Сания Әхмәҙи ҡыҙы һәм яугирҙең документтарын тәртипкә килтереп, район тыуған яҡты өйрәнеү музейына тапшырырға вәғәҙәләне.

Кисәнең тағы бер алып барыусыһы, музей советы рәйесе Ҡаҙмаштан ветеран уҡытыусы Ф. Ғ. Сафина юҡҡа ғына Рамаҙан Өмөтбаевтың «Генерал Куси-мов» китабынан полк етәксеһе Таһир Кусимовтың яҡташы Ғәйфулланы саҡыртып алып, ҡурайҙа «Перовский» көйөн уйнатып, яугирҙәрҙе бейергә төшөргән мәленән өҙөк уҡыманы. Артабан һүҙ РСФСР-ҙың халыҡ артисы, яугир Ғәйфулла Сарбаев тураһында дауам итте. Фирүзә Ғәбдинур ҡыҙы уның бәреп төшөрөлгән немец самолеты көпшәһенән тимер ҡурай яһап, яу юлында ла йыр-моңдан айырылмауы хаҡында һөйләне. Кисәне музыкаль яҡтан биҙәүсе мәҙәниәт хеҙмәткәре, ҡурайсы Рөстәм Баһаув башҡорт атлылары менән утты-һыуҙы кискән «Перовский»ҙы, мәшһүр «Урал»ды уйнап ишеттерҙе. Эйе, башҡорт элек-электән шатлығын да, ҡайғыһын да йыр-моңға һалған, йыр менән яуға ингән, еңеүен дә йыр аша яңғыратҡан. Хәлил ауылы ир-уҙамандарының «Малайҙар» вокал ансамбленең хәрби-патриотик рухлы «Шайморатов генерал», «Зәйтүнәкәй» («Катюша» йырының башҡортсаға тәржемәһе) йырҙарын башҡарыуы кисәгә йәм өҫтәне. Сарала нәҡ Хәлил «малайҙарының» ҡатнашыуының үҙ ғилләһе бар. Ансамблдә кавалерист тоҡомдары йырлай – 1943 йылдың 27 сентябрендә Днепрҙы аша сыҡҡанда ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәткән, һәләк булғандан һуң Герой исеме бирелгән Рәүеф Дәүләтовтың нәҫелен дауам итеүсе Руслан һәм Булат Дәүләтовтар (Руслан Әхәт улы хатта апаһының фронт юлы буйлап Белоруссияның Гомель өлкәһендә булған, туғандар ҡәберлегенә тыуған ер тупрағын һалған кеше), Хөсәйен ауылынан кавалеристар Әбдрафиҡ Күсәрбаев менән Исхаҡ Килдейәровтың улдары Ишбулды, Әхмәҙи, Ҡаҙмаштан Ғәлиәкбәр Тимербаевтың улы Ишмөхәмәт был сығыштарын атай-апалары рухына бағышланы.

Район ветерандар советы рәйесе А. Ғ. Төлкөбаев былтыр ветерандар менән баш ҡаланың Дим биҫтәһендә урынлашҡан 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының музейына, шулай уҡ Хәрби дан музейына сәйәхәт ҡылыуҙары тураһында бәйән итте. Ансар Ғаттар улы яу ҡырында ятып ҡалған атаһының бер туған ҡустыһы, башҡорт атлыһы – Айыуһаҙы ауылынан Рәшит Солтановты иҫкә алды.

Һуғыш еле ҡағылмаған, ҡан илатмаған бер ғаилә лә юҡ. Рәсми документтарҙа Бөйөк Ватан һуғышында 4 миллиондан ашыу совет кешеһе ҡорбан булыуы билдәләнһә, ғәмәлдә был һан тағы ла күберәк. Яуҙан иҫән ҡайтҡан фронтовиктар ҙа хәҙер юҡ тиерлек. Саҡматояҡ аттарҙа яу юлын үткән атайҙары, туғандары тураһында хәтер яңыртыуҙан күңелдәре тулышып, хатта күҙ йәштәренә ирек биргән кисәлә ҡатнашыусылар Бөйөк Еңеү көнөн яҡынайтҡан һәм яулаған бөтә тыныслыҡ һалдаттарын бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.

Читайте нас: