Тап 75 йыл элек фашистик Германияның 6-сы армияһы командующийы фельдмаршалы Паулюс, Сталинград өсөн һуғышта еңелеүен танып, капитуляцияға ҡул ҡуйҙы. Советтар иле өсөн был еңеү еңел бирелмәне. Ҡала тотош харабаға әйләнгәйне. Әммә уны дошман яулай алманы. Бындағы алыштарҙың Бөйөк Ватан һуғышында хәл иткес булыуҙарын аңлаған И. Сталин 1942 йылдың июле аҙағында бөгөн дә киң билдәле «Ни шагу назад!» тигән 227-се бойороғон сығара. Ошо ваҡыттан алып 1943 йылдың февраленә тиклем СССР Сталинград өсөн 1129619 яугирен, ә Германия 850 мең һалдатын ҡорбан итте. Вермахттың 24 генералы, 2500 офицеры, 91 меңдән ашыу һалдаты әсиргә төштө. Германия өс көнлөк матәм иғлан итергә мәжбүр булды. СССР-ҙы тәүге оло сәйәси әһәмиәткә эйә еңеүе менән АҠШ президенты Ф. Рузвельт, Великобритания премьер-министры У. Черчилль һәм король Георг VI ҡотлай. Улар, СССР-ҙың еңелмәҫен күреп, икенсе фронт асыуҙы йәһәтләй.
Совет ғәскәренең Сталинград янындағы еңеүе Бөйөк Ватан һуғышына һынылыш бирҙе. Төркиә 1943 йылдың яҙына билдәләгән СССР-ға һөжүменән, Япония Себергә походынан баш тартты. Һалдаттары Сталинград өсөн алыштарҙа ҡатнашҡан Румыния, Венгрия һәм Италия етәкселәре нисек тә булһа һуғыштан сығыу юлын эҙләй башлай. Ә Волга һәм Дон буйҙарында дошмандың ҡыйратылыуы совет ғәс-кәрҙәрендә лә, тыл эшсәндәрендә лә Еңеүгә ышанысты тағы ла нығыта.
Ил етәкселеге, Волга янындағы тарихта иң ҡан ҡойошло алыштарҙың мөһимлеген аңлап, 1942 йылдың 22 декабрендә «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалын булдыра. 1995 йылға тиклем уның менән 759561 кеше наградлана. Улар араһында тиҫтәләрсә әбйәлилдәр ҙә бар. Шуларҙың береһе — бөгөн Яңауылда йәшәүсе Муллабай Исмәғил улы Шәмсетдинов. Асҡар егете, 7 класты тамамлағас, артабан уҡый алмай, сөнки мәктәптәрҙә лә, урта һәм юғары уҡыу йорттарында ла түләү индерелә. 16 йәшлек үҫмер 1940 йылда район Советы башҡарма комитетының ер бүлегендә сәркәтип-хисапсы булып эш башлай. Бер нисә айҙан район милиция бүлегенә ошо вазифала күсә.
Һуғыш башланған йылдың октябрендә атаһын фронтҡа оҙата. Әммә Исмәғил Шәмсетдин улын Белореттағы за-водтарҙың береһенә хеҙмәт армияһына ебәрәләр. Ул шунда үлеп ҡала һәм ерләнә.
Ә ғаиләләге өлкән ул, Муллабай, бәләкәй саҡта бәке өсөн ҡустыһы Әүхәҙи менән булышып, уң күҙен йәрәхәтләй. Шуға ҡарамаҫтан Муллабай ҡара көҙҙән Камил Сәйфиев етәкселегендә Асҡар йәштәре менән хәрби әҙерлек үтә. Һәм ул, үҙенә бер йәш өҫтәп, 1923 йылғылар рәтендә 1942 йылдың февралендә повестка ала.
— Окулисты ла алдарға тура килде инде — таблицаны ятлап алғайным, — тип хәтерләй бөгөн ветеран.
М. Шәмсетдиновты Тамбовтағы кавалерия училищеһына ебәрәләр. Уның һыңаргүҙлеген ошонда асыҡлайҙар ҙа инде. Һыбай күнегеүҙәр ваҡытында Муллабай, уң яҡтан һәйбәт күрмәгәс, ҡылысы менән талаптарға ярашлы һелтәнә алмай. Ә бит ат йәнле егет иң яҡшы курсанттар иҫәбендә була! Әммә уны тылға оҙатмайҙар. 1942 йылдың авгусында барыһын да Сталинград оборонаһына ебәрәләр.
М. Шәмсетдинов тәүҙә Темәстән булған командир Әлибаевтың ҡул аҫтында орудие яһаусыһы сифатында һуғыша. Бер алышта бөтә расчет һәләк була, Муллабай уң ҡулдан яралана. Лазаретта дауаланып килгәс, Өфөлә ойошторолған 214-се уҡсылар дивизияһында станоклы пулеметта дошманға ҡаршы һуғыша. 9 декабрҙә снайперҙың шартлағыс пуляһы һул ҡулбашын селпәрәмә килтерә һәм йөрәге эргәһенән үтә. Ауыр йәрәхәт кисергән М. Шәмсетдиновты 1943 йылдың апрелендә тылға ҡайтаралар. Ул милицияла эшләй башлай. Участка оперуполномоченныйы, паспорт өҫтәле начальнигы була. 1955 йылдың 6 ноябрендә ат ҡараҡтарын юллап барғанда коллегаһы бер кешене атып үлтерә. Пистолетынан һауаға атҡан Муллабайҙы ла, кеше үлтереү ниәте өсөн тип, һигеҙ йылға хөкөм итәләр. Нахаҡ ғәйеп рухын һындыра алмай, киреһенсә, сыныҡтыра ғына. М. Шәмсетдинов киске мәктәптә уҡып, өлгөргәнлек аттестатын ала. Эштән айырылмайынса бер нисә эшсе һөнәрҙе үҙләштерә. Хеҙмәт өлгөһө күрһәтеп, ике йыл да ете ай самаһы ваҡытынан алда иреккә сыға. Ҡайтҡас, Асҡар РТС-ында, XXII партсъезд исемендәге колхоздың Яңауыл фермаһында мөдир булып эшләй. Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында ситтән тороп уҡып, зоотехник һөнәрен ала. Тиҫтә ярым йылға яҡын райпо системаһында эшләп, хаҡлы ялға сыға. Ҡатыны Аҡһылыу Ильяс ҡыҙы менән туғыҙ бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Әле ветеран Яңауылда улы Рауилдең ғаиләһендә йәшәй.
Муллабай Исмәғил улы ғәрәсәтле яу мәлендә «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалына лайыҡ була. Аҙаҡ уға «Сталинградты обороналаған өсөн», «Германияны еңгән өсөн», «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн», Жуков һәм Еңеүҙең бөтә юбилей миҙалдары, яу һәм милицияла эшләгән йылдарын хәтерләтеп тороусы төрлө иҫтәлекле билдәләр, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордендары өҫтәлә.