Өлкән ағайым Ғәбсәләмдең алыҫ Себер тарафтарына, атайыма төбәп яҙған был хатына 85 йыл. Ләкин ул тәғәйен адресына барып етә алмаған. Өфөнөң ФСБ архивында төпләнгән хатты миңә адвокат Самат Хәйруллин килтереп тапшырҙы. Ул күңелемдең аҫтын-өҫкә әйләндереп, репрессия арҡаһында ғаиләбеҙгә яҙған ауыр яҙмыш, әсәйемдең күргән нужалары өсөн әрнеү-һыҙлауҙарымды йәнә ҡуҙғатты...
Ғәрәпсә яҙылған хатты хәҙерге яҙмаға Рәжәп Юлдыбаев күсереп бирҙе. Ул һәр бер туған-тыумасанан сәләм күндереп, боронғо хаттар ҡалыбында башланып китә. Артабан һүҙ ғаилә хәленә күсә. Әбейең — Мөхлиса апай (Ғәбсәләм ағай атайымдың беренсе ҡатынынан тыуған, хат яҙылған ваҡытта әсәйем 35 йәштә генә булған) көҙгөһөн балалары менән башаҡ йыйып алды, хәҙерге көндә шуны ашап көн күрәләр, ти.
Беҙҙең атайҙы һөргөнгә яҙ көнө алып китәләр. Әсәй ике бала, һеңлеһе Фатима апай һәм бер һыйыр менән тороп ҡала. Ер һөрөргә ат юҡ. Әсәйгә бигерәк ауырға төшә. Аслыҡтан шешенгән балаларының әҙ генә тамағын ялғатыу өсөн ер өҫтөнән башаҡ, ҡырҡылған йәки туңған картуф йыйып, йәйгеһен көҙгә тиклем емеш-еләккә йөрөп, уны Мәғнит баҙарында һатыуҙан тапҡаны менән көн итәләр. Беҙҙең яҡтарҙа хатта илленсе йылдарҙа ла аслыҡ кире сигенмәй. Ҡыйын ваҡыттарында хөкүмәттән бер ниндәй ярҙам күрмәһә лә, ете класс бөткән малайҙарын бер-бер артлы өсәр йылға хәрби хеҙмәткә оҙатты әсәй. Үкенестәренән, әрнеүҙәренән ут йотһа ла, сабыр була белде, ғүмере бер рәхәтлек күрмәй үтте. Әсәйҙе бер тапҡыр булһа ла еңел машинаға ултыртып йөрөтә алмағаныбыҙ өсөн үкенәм. Хәйер, ул хәҙерге заман машиналарын күрмәне лә. Тыуып-үҫкән ауылына ла 25 йыл үткәс кенә барып ҡайтыу бәхетен күрҙе. Әсәйҙең үҙ яғында «Төйәләҫ» йырын башҡарғаны әле булһа иҫемдә. Ул олатаһы ҡарамағында Баймаҡ районының Мостай ауылында үҫкән, ә атаһы башҡа бәләкәй балалары менән Верхне-урал өйәҙендә йәшәгән, дәүләт эшен башҡарған. Октябрь сыуалыштары башланғас, олатай Мостайға күсеп ҡайта, тәүге әбейе үлә һәм әсәйем ике бәләкәй туғанын — өс йәшлек һеңлеһе һәм һигеҙ йәшлек ҡустыһын көтөргә ала. Атайыма тормошҡа сыҡҡас, уның беренсе ҡатынынан булған өс балаһына тағы ике етем бала өҫтәлә. Шулай итеп, әсәйем үҙенең ғүмерен тик етемдәр үҫтереүгә арнай. Уның тырышлығы менән бөтәбеҙ ҙә уҡып, илгә тоғро хеҙмәт иттек.
Ағайым яҙған хаттың, ФСБ ҡулдарына эләгеп, атайға барып етә алмағанына ҡыуанып та ҡуям. Ғәзиздәренең ыҙалы-яфалы көнитмеше һөргөндәге атайыма ныҡ тәьҫир итер ине. Хат юлдарында шулай уҡ балдыҙы Фатима апайҙың кейәүгә сығыуы, ҡәйнеше Хәсән ағайҙың Баҡыр Үҙәк руднигында эшләүе тураһында ла хәбәр ителә.
Хәсән ағай үҙенә бирелгән аҙыҡ-түлекте апайының ғаиләһе менән уртаҡлашҡан. Баҡыр Үҙәк ҡасабаһы яҡын-тирәләге ауылдар өсөн, айырыуса Әлмөхәмәт һәм Әбдрәш халҡына, йәшәү сығанағы булған. Шәжәрәбеҙҙән мәғлүм булыуынса, Ильяс һәм уның ағаһы Өмөтбайҙан таралған Ильясовтар һәм Өмөтбаевтар нәҫеле үҙ-ара яҡын туған килеп сыға. Шуға ла хатта атайыма ағай-энеһенән — Ғәбдра-фиҡ, Исмәғил һәм Айса Өмөтбаевтарҙан да сәләм әйтелә. Ғәбдрафиҡ ағайҙың улы Әбүзәрҙең, Айса ағайҙың малайҙары тыуыуы тураһында бәйән ителә. Атайым һөргөндә саҡта Әлмөхәмәттә донъяға килгән, хат юлдарында телгә алынған был малайҙар аҙаҡ Ким Әхмәтйәнов, Вил Өмөтбаев тигән ҙур ғалимдар булып танылды. Исмәғил ағай ваҡытында мәсет хеҙмәткәре булған, манаранан тороп аҙан әйткән, уның улы Сөләймән ағай хәҙерге мәсетте асыуға күп көс һалды. Бына ниндәй ул беҙҙең тоҡом сылбыры! Ә ул дәһшәтле дәүерҙә берәүҙәр мәсет манараһы ҡолатһа, икенселәр иман йортон клубҡа әйләндерә. Ошоларҙы күреп хәҙрәттең ауырып китеүе тураһында Ғәбсәләм ағай бик борсолоп яҙа. «Атай, ауылдағы яңылыҡтарҙы күпләп яҙа алмайым, хатымдың барып етмәүе мөмкин», — тип шикләнеп тә ҡуя һәм бер көн эсендә ауыл халҡынан атайҙы ҡайтарыуҙы һорап 70 ҡултамға йыйыуын, ғаризаны элекке ауыл Советы секретары Лоҡман Мөхтәровҡа тапшырыуын, атайға ҡайтыр юлға аҡса ебәреүен яҙа, ҡайтҡан саҡта документтарын ныҡ һаҡлауын үтенә.
Атай Себергә ҡыуылыр алдынан ауылда тауар кооперативы ойоштороп, уның рәйесе була. Шуғалырмы, ағай хатта ҡайһы бер тауарҙарҙың хаҡын күрһәтеп яҙа. Колхоз тормошон тәфсирләп тормай, тик бер юлда ғына Насирйән ағай Утарбаевтың колхоздан сығыуын әйтеп үтә. Артабан атайҙың бер туған ҡустыларының ҡайҙа булыуҙарын бәйән итә. Өлкән ҡустыһы Садиҡ ағай Баймаҡта эшләй, унда ул үҙенең улы Ғәлиҙе уҡытыуын яҙа. Ғәли ағай һуңынан Ленинград тау институтын бөтөп, фән кандидаты булып китте, геология өлкәһендә эшләне, ер аҫты байлыҡтарын асты, тик ең һыҙғанып эшләй торған сағында донъялыҡтан иртә китте. Фәтих ағай Баҡыр Үҙәк руднигы өсөн Хәлилдә торф сығара, тиелә. Ишҡолда йәшәүсе ҡустылары — Баһаувтарҙы күрергә ваҡыт табып барғаным юҡ, улар колхозда эшләп йөрөй, тип ишеттем, тип яҙа.
Был хат 1932 йылдың 25 июлендә яҙылған. Ике йыл үткәс, ваҡытынан алда атайым ҡайтып төшә. Лоҡман Мөхтәровтың һөйләүҙәренә ышанғанда, ул атайымды ҡотҡарыуҙарын һорап Сталинға хаттар яҙған, шуға ла атайығыҙға иҫән-һау ҡайтырға насип булды, тигәйне. Ебәргәнме-ебәрмәгәнме – белмәйем, ул дәүерҙә бөтә хаттар ҙа тикшерелгән, быныһы минең өсөн сер булып ҡала.
Атай ҡайтҡас, аталы-уллы булып, Ғәбсәләм ағай менән бергә оҙаҡ йәшәргә яҙмай. Өс йылдан өлкән ағайым ауырып вафат була. Ошо ваҡиғаларҙан һуң донъяға килгән беҙ, ҡустылары, уның иҫтәлеге булған 85 йыл элек яҙған хатын уҡып, тигеҙ, матур яҙыуына ҡарап һоҡланабыҙ. Хатында ағайҙың киң фекер йөрөтөүенән уҡымышлы кеше булыуына инанабыҙ. Күрәһең, ул да Ханнан хәҙрәттең мәҙрәсәһендә төплө белем алғандыр. Ғәбсәләм ағайҙың ике ҡыҙынан тыуған балалар Мәхмүтовтар һәм Ҡотоевтар булып йәшәйҙәр. Ә ике ҡустыһынан тыуған Ильясовтар13 кешегә еттек.
Уҙған йәй район һәм ауыл Советының ярҙамы менән Әлмөхәмәт ауыл хакимиәте бинаһына ауыл Советының тәүге рәйесе, ошо вазифаны 1919–1927 йылдарҙа башҡарған, һуңынан репрессияға эләккән Ғәлиәкбәр Фазылйән улы Ильясов иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйылды. Хаҡлыҡ һәм ғәҙеллек тантана итте. Хәйер, 85 йыл элек үк халыҡ атайымдың нахаҡ ғәйеп менән һөргөнгә ебәрелеүенә ҡаршы булған. Был хаҡта Ғәбсәләм ағайымдың хаты — атаһын Себерҙән ҡайтарыуҙы юллап яҙған ғаризаһына ул дәһшәтле осорҙа ҡурҡмайынса етмеш кешенең ҡултамға ҡуйыуы тураһында яҙғандары һөйләй.