-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
8 Май 2018, 11:26

Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ атайым

Ергә ярһыу яҙҙар етеү менән атайым, Сөләймән Абдулхаҡ улы Батыршин йыш иҫкә төшә. Һуғыш ветераны булғас, уның иң яратҡан байрамы — 9 Май булды.

Ергә ярһыу яҙҙар етеү менән атайым, Сөләймән Абдулхаҡ улы Батыршин йыш иҫкә төшә. Һуғыш ветераны булғас, уның иң яратҡан байрамы — 9 Май булды. Ә апрель уның донъяға килгән һәм вафат булған айы. Быйыл тыуыуына 100 йыл тулды. Ошо уңайҙан гәзит уҡыусыларға атайым хаҡында һөйләмәксемен.

Ул 1918 йылда Түбәнге Әбдрәш ауылында тыуған. Ғаиләлә иң өлкәне булараҡ, атаһының ышаныслы ярҙамсыһы була. Бесәнгә барғанда-ҡайтҡанда ла, атына һыу эсерергә төшкәндә лә гел йырлап йөрөгән. Беҙ ҙә уның моңло халыҡ йырҙарын тыңлап үҫтек.

1939 йылда атайым армияға алына. Алыҫ Көнсығышта, Амур өлкәһендәге Свободный ҡалаһында хеҙмәт итә. Һуңынан ошо уҡ ҡалала уның ике улы һәм ейәне хеҙмәт итте. Кавалерия корпусына эләгеп, ветеринарҙар курсын тамамлаған атайыбыҙ һалдат хеҙмәтенең яртыһын үтеүгә һуғыш башлана. Илебеҙ өсөн хәл иткес көндәрҙә, баш ҡаланы дошмандан һаҡлап ҡалыу өсөн, Алыҫ Көнсығыштағы ғәскәрҙәр Мәскәү янына күсерелә. «Килеү менән фронтҡа индек», — тип һөйләй торғайны атайым. Ул оҙон яу юлы үтеп, Украинаны, Венгрияны, Германияны фашизмдан азат итеүҙә ҡатнаша. Бөйөк Еңеүҙе Эльба йылғаһында ҡаршылай. Ике тапҡыр яраланып, госпиталдә ята, шулай ҙа иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. «Сөләймән ағайҙың фронттан ҡайтҡанын хәтерләйем. Мин конторҙа иҫәпсе булып эшләй инем. Орден-миҙалдарын сыңлатып, атайың йылмайып килеп ингәне иҫемдә ҡалған», — тип һөйләгәйне күптән түгел бер оло апай. Мыҡты кәүҙәле, бөҙрә сәсле, йәшкелт-һоро күҙле, һуғышта уңып бөткән аҡ яғалы гимнастерка кейгән, түше тулы орден-миҙалдар таҡҡан ир-егет итеп күҙ алдына баҫтырҙым атайымды ошо һүҙҙәрҙән һуң. Әрме хеҙмәте һәм һуғышты үтеп, 7 йылдан һуң ғына 1946 йылдың июнендә ҡайтып төшә ул. Өлкән сержант званиеһына лайыҡ яугир фронтта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ һәм Дан ордендары, «Батырлыҡ өсөн», «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн», «Кенигсбергты алған өсөн», «Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән наградланған.

Тыныс тормошта атайым бөтә ғүмерен яратҡан эшенә бағышланы — хаҡлы ялға сыҡҡансы ветфельдшер булды. Эше буйынса район үҙәгенә йөрөгәнендә буласаҡ тормош юлдашы Хөббөниса менән танышып, ғаилә ҡоралар. Атайымды төрлө урындарға эшкә ебәрәләр һәм беҙҙең ғаиләгә Туйышта, Хәлилдә, Әлмөхәмәттә йәшәргә тура килде. 1970 йылда «Урал» совхозының Урал бүлексәһендә төпләндек.

Батыршиндар алты балаға лайыҡлы тәрбиә бирҙе. Хәҙер улар барыһы ла башлы-күҙле булып, донъя көтә, балаларын үҫтереп, ейәндәр баға. Атайымдың биш улы, һигеҙ ейәне ил алдындағы хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәне, йөҙөнә ҡыҙыллыҡ төшөрмәне.

Атайым менән әсәйем күптән баҡыйлыҡҡа күсте. Уларҙың рухы балаларында, ейән-ейәнсәрҙәрендә йәшәй. Беҙ тыныс тормоштоң ҡәҙерен беләбеҙ, йыл һайын Еңеү байрамдарын көтөп алабыҙ, сөнки был яҡты байрамда атайыбыҙҙың да өлөшө бар.

Сулпан ФАЗЫЛЙӘНОВА.

Һүрәттә: атайым 1946 йылда фронттан ҡайтышлай Өфөлә төшкән.


Читайте нас: