-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
4 Сентябрь 2018, 11:40

Мауыҙҙының мәҙәни мираҫы юғалмаһын

Әбйәлил мөғжизәле тәбиғәте, шифалы һыулы күлдәре менән генә түгел, ә әллә күпме тарихи мираҫ, археологик ҡаҙылмаларға бай булыуы менән дә данлыҡлы. Шуға ла тыуған төйәгебеҙ археологтар, тарихсылар өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.

Әбйәлил мөғжизәле тәбиғәте, шифалы һыулы күлдәре менән генә түгел, ә әллә күпме тарихи мираҫ, археологик ҡаҙылмаларға бай булыуы менән дә данлыҡлы. Шуға ла тыуған төйәгебеҙ археологтар, тарихсылар өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Ә беҙ, көндәлек мәшәҡәттәргә сумып, аяҡ аҫтыбыҙҙа ғына ниндәй уникаль асыштар ятыуын белмәй ҙә ҡалабыҙ икән. «Яҡты-Күл» шифаханаһы директоры И. Т. Нафиҡов ошо көндәрҙә курорт төбәген яңы туристик маршруттар менән байытыу, унан да бигерәк боронғо мираҫты тергеҙеү маҡсатында «түңәрәк өҫтәл» ойошторҙо. Уның эшендә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты вәкилдәре, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, тарих уҡытыусылары, «ММК-курорт» етәкселеге һәм башҡалар ҡатнашты.

«Әбйәлилдә археологик һәйкәлдәр, ҡурғандар, боронғо ҡәберлектәр булыуы хаҡында хәбәрҙар инек, — тине «түңәрәк өҫтәл» эшен асып шифахана директоры урынбаҫары Салауат Нафиҡов. — Тик улар хаҡында үҙ эшенең фанаттары, ҡаҙыныусылар ғына белә, ә урындағы халыҡ, курорт төбәгендә ял итеүселәр, бигерәк тә йәш быуын бер ни белмәй. Ошо мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫ, йүнәлеште үҫтереү өсөн һеҙҙең менән кәңәшләшергә хәл иттек. Мауыҙҙыны ошоға тиклем ял итеү, дауаланыу төбәге, тау-саңғы үҙәге тип билдәләһәләр, артабан уникаль археологик асыштар урыны тип тә таныһындар ине».

Урал аръяғын археологик яҡтан өйрәнеү этаптары хаҡында фәндәр академияһы белгестәре, өлкән фәнни хеҙмәткәрҙәр В. Котов менән Н. Савельев һөйләп үтте. Мауыҙҙы, Ҡарабалыҡлы, Сабаҡты күлдәре буйында тәүге археологик тикшеренеүҙәрҙе ғалим Г. Матюшин башлаған. Заманында ул палеолит, мезолит, неолит һәм энеолит дәүерҙәренә ҡараған уникаль һәйкәлдәрҙе асҡан, монографиялар әҙерләгән. Мәҫәлән, Ҡарабалыҡлы буйындағы Мысовая туҡталҡаһында 300 мең йыл элек ҡулланылған хеҙмәт ҡоралдары табылған. Бындай археология асыштары Рәсәйҙә һирәк. Г. Матюшиндың эшен дауам иткән коллегалары һәйкәлдәр һанын 83-кә еткергән. «Түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнашыусылар Мораҡай ауылы эргәһендә хәрби кейемендәге ир-уҙамандың ҡәберлеге табылыуы (башҡорт яугирының янына уҡ-һаҙаҡ, һөңгө, тимерҙән яһалған баш кейеме һәм башҡа уникаль әйберҙәр һалынған) тураһында иҫе китеп тыңланы. Һәләк булған яугир мосолманса түгел, ә боронғоса, яуҙа кәрәкле ҡоралдары менән бергә ерләнеүе иғтибарға лайыҡ. Бындай ҡәберлектәр Ташбулат, Дәү-ләтша ауылы янында ла булыуы билгеле.

Фәнни хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә, бер ҡаҙылманы ентеклерәк тикшергәндә эргәһендә кәмендә 5 – 6 археологик һәйкәл табыла. Әбйәлил был юҫыҡта иң табышлы төбәктәрҙән һанала. Беҙҙәге ҡурғандарҙың аналогтары бары тик Францияла һәм Кавказда ғына бар икән! Ә Ҡарабалыҡлы тирәһендәге йәшмә, кремний ятҡылыҡтары ҡаҙылмаларын әллә ҡайһы тарафтарға сауҙа тауары итеп ҡулланғандар. Ошо уҡ төбәктә таштан, саҡматаштан ҡорал эшләү оҫтаханалары булыуы ла билдәле.

Археологтарҙың тағы бер асышы барыһы өсөн дә яңылыҡ ине. Ул Ҡырҡты тауы һыртында, базальт ташҡа һынландырылған 40 метр оҙонлоҡтағы петроглиф булып сыҡты. Ҡош рәүешендәге идол Америка Ҡушма Штаттарындағы Наска ҡомлоғондағы петроглиф менән ауаздаш һәм тимер быуатҡа ҡарай. Ғалимдар Әбйәлилдәге һүрәтте 2013 йылда таба һәм оҙаҡ ҡына тикшеренеү эштәре алып бара. Бына ҡайҙа ул тарихи хазина!

Яҡташыбыҙ, топограф, тыуған яҡты өйрәнеүсе, Таһир Кусимов музейын ойоштороусы Ғүмәр Ғилмановтың ейәнсәре — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хеҙмәткәре Ләйлә Аралбаева урындағы атамаларҙы һаҡлау һәм халыҡ иғтибарына еткереү мәсьәләһен күтәрҙе. «Ғүмәр олатай ошо төбәктәге ер-һыу атамалары исемдәре өҫтөндә күп эшләне, дөрөҫ яҙылышына айырыуса иғтибар бирҙе, — тине Ләйлә Ҡәҙим ҡыҙы. — Шул уҡ барыбыҙ ҙа белгән Мауыҙҙыны Банное тип йөрөтөүҙәре менән риза түгел ине. Туристик маршрут булдырған осраҡта бөтә топонимдар ҙа дөрөҫ яҙылһын ине».

Археологик табыштарҙы тикшереүгә ҡамасаулаған тағы бер мәсьәлә — ул курорт төбәгендә йылдам төҙөлөш эштәре барыуы. Күп кенә ҡурған, ҡәберлектәрҙең ял йорттары, коттедждар биләмәһендә күмелеп ҡалыуы ихтимал. Ошоға бәйле, Республика мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау идаралығы вәкиле Динар Ишеғолов археология һәйкәлдәренә тейешле статус биреү кәрәклеге хаҡында әйтеп үтте. «Шәхси ер участкаһында төҙөлөш алып барыуҙы тыйып булмай, шулай ҙа йорт йә башҡа объектҡа нигеҙ һалырҙан алда, ул биләмә өйрәнелергә тейеш», — тине ул. Әгәр инде тарихи археологик объект асыҡлана икән, уны һаҡ аҫтына алыу зарур.

«Түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнашыусылар бөтә туҡталҡаларҙы өйрәнгәндән һуң яңы кластер асыу, ҡаҙылма байлыҡтарҙы халыҡ иғтибарына еткереү өсөн фотокүргәҙмә ойоштороу буйынса уртаҡ фекергә килде.

Резеда ХӘСӘНОВА.
Читайте нас: