Заманында әүҙем, дәртле йәштәрҙе берләштергән, илһөйәрлек тойғоһо, ҙур, изге эштәргә ынтылыш уятҡан ВЛКСМ барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тула. Совет осорондағы байтаҡ төҙөлөштәр, социаль мөһим объекттар комсомолдар ярҙамы менән ҡыҫҡа ваҡытта файҙаланыуға тапшырыла. Өмәләр, башҡа йәмәғәтселек эштәре уларҙан тыш үтмәй. Комсомол мәктәбен үткәндәр тормошта юғалып ҡалмай, лидерлыҡ, ойоштороу һәләттәре уларға үҙ урындарын табырға булышлыҡ итә. Билдәле шәхестәр, етәкселәр барыһы ла элекке комсомолдар.
1918 йылдың 29 октябрендә илдең эшсе-крәҫтиән йәштәренең тәүге съезында йәштәр союзы ойошторола. Беҙҙең районда комсомол ойошмаһы 1924 йылдың февралендә барлыҡҡа килә. Иң тәүге комсомолец, йәштәр хәрәкәтенең әүҙем ағзаһы Сабирйән Ғиззәтов был эштең нисек башланыуы хаҡында бәйән иткән: «1924 йылда беҙҙең волостә беренсе булып Асҡарҙа комсомол ячейкаһы ойошторола. Бының өсөн мин тәүҙә Белоретҡа, канткомолға йәйәүләп барып ҡайттым. Унан йәштәрҙе йыйып, ултырыш уҙғарҙыҡ һәм комсомол ойошмаһы өсөн тауыш бирҙек. Минән тыш, иң тәүге комсомолдар булып Зөләйха Рәжәпова, Хакимйән Ҡайғолов яҙылды. Янып-көйөп комсомол эшенә тотондоҡ. Йыйылып ултырыр, саралар үткәрер өсөн урын юҡлығы ла ҡамасау итмәне. Йыш ҡына Белоретҡа барып, китап-журналдар, пьесалар алып ҡайта инек. Ҡаҙмаш ауылында ла ячейка ойоштороп ебәрҙек. Йәштәр менән спектаклдәр ҡуйҙыҡ, кисәләр үткәрҙек, стенгазеталар сығарҙыҡ...» Тәүге комсомол ағзалары Әхмәт Сәйфиев, Моталлап Рәжәпов, Мөхәмәт Шәрәфетдинов һәм Нәдир Ғәлин булыуы билдәле. 1925 йылда дүрт ҡыҙ — Хаят Исҡужина, Сәрби Ғиниәтова, Әшираф Ғәлина һәм Асия Фәсхетдинова комсомолға инәләр. Һуңыраҡ башҡалар ҙа әүҙем ҡушыла. Хәйерниса Мөхәмәтҡужина (Вәлиева) — йәштәр ойошмаһында дәртләнеп эшләй. 1931 йылдың ғинуарында Башҡортостандан 16 делегат иҫәбендә Мәскәүгә комсомолдың 9-сы съезына бара. Ул райсовет башҡарма комитетында балалар баҡсаларын ойоштороу буйынса инспектор булараҡ ауылдарҙа күп йөрөй, ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтен булдырыуға этәргес бирә. Тәүге комсомол Сабирйән Ғиззәтов та район милицияһы начальнигы, «Красная Башкирия» совхозы директоры, Әбйәлил МТС-ы управляющийы, банк, райпотребсоюз етәкселегендә эшләй. 1924 йылдың декабрендә Хәлил ауылында ячейка ойошторған һәм уҡыуға киткәнсе етәкселек иткән Ғәли Бирҙиндың өлгөһөндә комсомолдың ыңғай өлгөһөн күрергә мөмкин. Ул инженерға уҡып сығып, ғүмерен республиканың һәм илдең ҡаҙылма байлыҡтарын өйрәнеүгә һәм табыуға арнай.
Асҡарҙа тәүге конференция 1925 йылдың 3 июнендә үткәрелә. Унан һуң Рысҡужала (секретарь — Рәүеф Һаҙыев) һәм Үтәгәндә (Усман Камалов) ячейкалар ойошторола. Ҡырҙаста иң тәүҙә Ғибат Ниязғолов, һуңынан Садиҡ Бикйәнов ячейкаға етәкселек итә. Әүмештә, Ташбулатта, Мәхмүттә 1926 йылда, Байымда, Гусев ауылында 1927 йылда ячейкалар барлыҡҡа килә. Комсомолдар пионер ойошмалары төҙөй башлай, тиҙҙән улар һәр ауылда барлыҡҡа килә.
Төрлө йылдарҙа райондың комсомол ойошмаһын Раил Бикйәнов, Марс Заманов, Заһир Ғәлин, Милләт Хәкимов, Ғәйнур Рәхмәтуллина, Әминә Ғилманова, Рифмир Мәрҙәмшин, Раил Фәхрисламов, Мәүлит Мөхәмәҙиев һәм башҡалар етәкләй. Икенсе, өсөнсө секретарь, инструктор, комсорг булған күп райондаштарыбыҙ комсомол ойошмаһында сынығып, артабан төрлө тармаҡтарҙа уңышлы эшләйҙәр.
Нәйлә Күсәрбаева (Әсәҙуллина), мәғариф ветераны:
— Беҙҙең быуындың иң күңелле, һағынып иҫләрлек яҡты мәле ул. Комсомолға ҡабул итеп алғас та, мәктәптең комсомол ойошмаһы рәйесе булдым. Уҡырға киткәс, училищела ошо вазифаны ышанып тапшырҙылар. Мин Киров исемендәге колхоздың комсомол ойошмаһы секретары булдым. Колхоз рәйесе Марс Заманов, партком секретарҙары Салауат Кирәев, Марат Хәлисов менән бергәләп эшләнек, комсомолдар өсөн хеҙмәт ярыштары, сәйәси уҡыуҙар, Ленин зачеттары ойошторҙоҡ. Йәштәр менән бергәләп Хәлил ауылында клуб төҙөүҙә ҡатнаштыҡ, 93-сө һөнәрселек училищеһы төҙөлөшөндә лә ярҙамыбыҙ тейҙе. 1976 йылдың апрелендә Лениндың тыуған көнөнә ҡарата уҙған өмәлә ауылыбыҙҙа ял паркына нигеҙ һалдыҡ, ағастар ултырттыҡ. Ишбулдыла комсомол йәштәр фермаһы булдырып, ҡыҙыл мөйөш астыҡ, производство биналарын ремонтлауҙа йөрөнөк. Алдынғы малсы, комбайнер исемдәренә ярыштар ойош-торҙоҡ, комбайндарға комсомол значоктары йәбештерҙек. Ураҡ башланғанда тәүге көлтә байрамы уҙғара инек. Ауылдар буйлап концерттар, спектаклдәр менән сыҡтыҡ. Район смотрына әҙерлек сиктәрендә «Һаҡмар»ҙы ҡуйып йөрөгәндә, мине сит илгә юллама менән бүләкләүҙәре хаҡында билдәле булды. Ләкин төп роль башҡарғас, Болгарияға бармай тороп ҡалдым. Бер ҙә үкенмәнем, район буйынса беренсе урын яуланыҡ. Шул тиклем энтузиазм көслө ине беҙҙә. Йәштәр араһында тәрбиә эше юғары кимәлгә ҡуйылғайны. Саҡ ҡына етешһеҙлектәрҙе лә көнөндә үк «Комсомол прожекторы»на эләктерә йә шелтә бирә инек. Тәртип боҙған өсөн комсомол билетын тартып алыу иң юғары яза, хурлыҡ булды.
1975 йылдың декабрендә Хәлил клубында бер юлы 15 парға комсомол туйы үткәрҙек. Улар артабан матур, татыу ғаилә ҡороп йәшәп киттеләр, береһе лә айырылышманы. Ҡыҙыҡлы ярыштар, сығыштар менән уҙған туйҙарын гел һағынып иҫләрҙәр ине.
Райондың комсомол ойошмаһы етәкселәре менән 1976 йылда Урал аръяғы райондарының Учалыла үткән семинарында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Алдынғы булараҡ ете район йәштәре алдында үҙемдең эш тәжрибәм менән уртаҡлаштым. Ике тапҡыр өлкә пленумдарына делегат итеп һайландым. 1976 йылдың аҙағында, 1977 йылдың башында комсомол билеттарын алыштырыу ҙур ваҡиға булды. Комсорг булғас, көн дә машина башына тейәлеп Асҡарға йәштәрҙе алып барабыҙ.
Мәктәптәрҙә комсомол, пионер ойошмалары менән тығыҙ эшләнек. 1977 йылдың 7 апрелендә алдынғы уҡыусы Фәнүзә Зиянбирҙинаны комсомолға алып, Бөтә Союз комсомол йыйылышына делегат итеп оҙатыу бик мәртәбәле сара ине. Хәҙер йәш быуынды берләштереүсе, дөйөм маҡсатҡа йүнәлтеүсе, дөрөҫ, тура юл күрһәтеүсе ойошма булмауы үкенесле. Йәшлегебеҙҙең ялҡынлы, данлы осоро — комсомол йылдары беҙҙе бар яҡтан тәрбиәләне, оло тормошҡа әҙерләне. Әле булһа комсомол, партия билеттарын да, ғүмеремдең комсомолға бәйле яҡты хәтирәләрен дә күңелемдә ҡәҙерләп һаҡлайым.
Булат Исламбаев, район Советы секретары:
— Минең комсорг булып китеүем кисәгеләй күҙ алдымда... 1981 йылдың 1 майында әрме хеҙмәтенән ҡайттым. Байрам үткәс, өсөндә район үҙәгенә барып хәрби комиссариатҡа иҫәпкә торҙом һәм Ишҡол менән Дәүләтша араһында йәйәүләп ҡайтып барам. Совет Армия-һының старшинаһымын, парад кейемендәмен. Бер саҡ УАЗ-ик килеп туҡтаны, унан колхоздың парткомы Мәүлит Фәттәхов менән профком Нафиҡ Ҡаһарманов килеп төштө. Нафиҡ Хәмзә улы миңә табан ымлап: «Бына һиңә комсорг табылды!» — ти Мәүлит Мостафа улына. Кискә ул мине саҡыртып алып һөйләште һәм 4 майҙа комсорг булып эш башланым. Йәштәр араһында хеҙмәт ярыштары ойоштороу, алдынғы һауынсыларҙы, малсыларҙы, водителдәрҙе тәбрикләү — дәртле, шәп ваҡыт ине. Ураҡ осоронда мең центнер урған һайын комбайнға йондоҙ һуғабыҙ, флажоктар ҡуябыҙ, алты-ете йондоҙло комбайндарҙың баҫыуҙарҙы иңләүе бер күңелле күренеш булды. 10 ноябргә тиклем эшләгәс, мине беренсе секретарь Р. Р. Мәрҙәмшин саҡыртты һәм ойоштороу бүлегенә инструктор итеп алды. Унда оҙаҡ та эшләмәнем, бүлек мөдире вазифаһын ышанып тапшырҙылар. Мәктәптәр, колхоз-совхоздар ҙур эш алып барҙыҡ. Районда 21 йәштәр комсомол фермаһы булды. Нияҙғол, Таҡһыр, Ишбулды, Үтәгән, Ҡаҙмаш, Исхаҡ, Дәүләт ауылдарында комсомолдар социалистик ярыштарҙа дөргөн ҡатнашты. Ай һайын йыйылыш уҙа, унда йомғаҡ яһала һәм производство күрһәткестәрен йөҙ проценттан арттырғандарға күсмә кубок һәм Ҡыҙыл байраҡ тапшырабыҙ. Бер мәл «Красная Башкирия» совхозында Фәрит Сәфәрғәлин еңеүсе булды. Партком секретары П. И. Пеннер менән төш мәлендә генә баҫыу өҫтөндә йыйылыш үткәреп, ҙурлап ҡотланыҡ. Башҡаларҙы ла дәртләндереү маҡсатында хеҙмәт алдынғылары хаҡында район гәзитенә мәҡәләләр яҙҙым. ВЛКСМ-дың 19-сы съезына Нияҙғол фермаһы һауынсыһы Йәнүзә Сәфәрғәлинаны (Рәхимова) делегат итеп һайлауыбыҙ хәтерҙә. Колхоз-совхоздарҙан тыш, көнкүреш комбинаты, универмаг, икмәк комбинаты, мелькомбинат, СХТ, сельхозхимия, райпо кеүек ойошмаларҙа комсомол ойошмалары дәррәү эшләне.
Пионерҙар йорто менән ныҡлы бәйләнеш булдырҙыҡ. Ул саҡта директор Фәрзәнә Сәлихова булды, алдынғы пионервожатыйҙар Фирүзә Сафина, Фәриҙә Кучимова, Гөлшат Баймырҙина яҡшы эшләне.
Ғөмүмән, комсомол беҙҙе эшкә, кешене белергә, аралашырға өйрәтте. Әрме бер тормош мәктәбе булһа, комсомол да шулай. Бында эшләү осоронда райондың бөтә ауылдарында булдым, халыҡты белеп бөттөм. Комсомол булараҡ туплаған эш тәжрибәһенең бөгөн дә файҙаһы ҙур.
Марат Хәлисов, хеҙмәт ветераны:
— Комсомол — ҙур тәрбиәүи мәктәп булды. Комсомолға инеү һәр кемдең хәтерендә тулҡынландырғыс иҫтәлектәр уяталыр, моғайын. Һигеҙенсе класта инек, бер төркөм иң яҡшы уҡыусыларҙы иҫке генә ГАЗ-51 машинаһына тейәп Асҡарға алып киттеләр. Ул мәлдә юл юҡ, Ирәндек һырты буйлап килдек. Ҡыш көнө, ҡар яуыуға ҡарамаҫтан машина башында бик күңелле, йырлашып барҙыҡ. Иртәгәһенә элекке мелькомбинат бинаһында беҙҙе тантаналы рәүештә комсомолға алдылар. Ҡайтҡанда буран сыҡты, өс-дүрт сәғәт батып ултырҙыҡ. Ныҡ өшөһәк тә, комсомолға инеүҙән ғорурлыҡ, ҡыуаныс тойғоһо шул тиклем көслө ине. Техникумда уҡып, армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң Ишбулды комсомол йәштәр фермаһына мөдир итеп ҡуйҙылар. Етәкселек миңә күрһәткән ышанысты аҡлар өсөн тырышып эшләнем. Ишбулды фермаһы районда алдынғы булды, күсмә кубок алып, еңеүсе исеменә лайыҡ инек. Шул ваҡытта беренсе секретарь Әминә Ғилманова биргән Почет грамотаһын да һаман һаҡлайым.
Комсомол йыйылыштары үткәреп, тәртиптәре аҡһағандарҙы тикшерәбеҙ, холоҡтарын үҙгәртергә саҡырабыҙ. Тырыш, алдынғыларҙы ҡалғандарға үрнәк итеп ҡуябыҙ, һеҙ — комсомолдар шундай булырға тейеш тип ҡеүәтләп, дәртләндерәбеҙ. Коммунистик партияға лайыҡлы алмаш әҙерләү эше бик етди барҙы. Яҙмышымдың яҡты мәлен тик яҡшы яҡтан хәтергә алам, һағынам. Йәштәрҙе туплаусы, ҙур маҡсаттарға әйҙәүсе, матур киләсәккә өмөт биреүсе көслө ойошма булған бит.
Һүрәттә: комсомол ойошмалары секретарҙарының 1976 йылдың 11 мартында уҙған төбәк семинары. Беренсе рәттә, һулдан уңға: Шәфҡәт Вәлиев (Калинин колхозы), Рәүф Манапов (XXII партсъезд), Роза Әхмәҙина (Октябрҙең 40 йыллығы), Сулпан Илһамова (Шайморатов), Нәйлә Әсәҙуллина (Киров), Әхтәр Ғәлин («Йәнгел» совхозы), Рәлиф Мөхәмәтдинов (Путь Ленина). Икенсе рәттә: Рәүф Сиражетдинов (Бөрйән районы), Радик Хәлитов (сельхозтехника), Урал Харисов («Красная Башкирия» совхозы), Сәйҙә Ҡасимова (Бөрйән райкомының I секретары), Марсель Халиҡов (Заветы Ильича), Рәфҡәт Әсәҙуллин (райкомдың III секретары), Рәшит Байымов («Урал» совхозы).