-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
16 Ноябрь 2018, 12:28

«Студент саҡтарҙы һағынабыҙ»

«Темәс педучилищеһын 68 йыл элек тамамлаған дуҫтарымды саҡырып ҡайтарҙым бит әле», — тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша Буранғол ауылынан 89 йәшлек ветеран-уҡытыусы Бәширә Усманова.

«Туҡһанға етеп килгән апайын һаман йәш тип уйлаймы икән, Мөршиҙә һеңлем минән: «Апай, быйыл еләк тирҙеңме?» — тип һорайсы. Йәш китеп барһа ла, йөрәк ҡартаймай тиеүҙәре дөрөҫ инде, Темәс педучилищеһын 68 йыл элек тамамлаған дуҫтарымды саҡырып ҡайтарҙым бит әле», — тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша Буранғол ауылынан 89 йәшлек ветеран-уҡытыусы Бәширә Усманова.

Тик йылы хәтирәләр һаҡлай ул үҙенең һабаҡташтары, студент йылдары тураһында.

...Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарға тура килә белем эстәүе. Өс төркөмдөң һәр береһендә иллешәр егет-ҡыҙ уҡый башлаһа ла, күптәре уҡыу йортон тамамламай. Ҡайһылары ашау наҡыҫлыҡтан йәки кейем юҡлыҡтан ярты юлда туҡтап ҡала. «Йөҙ илле кешенән ҡырҡ икебеҙ генә дипломлы белгестәр булып тыуған райондарыбыҙға ҡайттыҡ, — тип хәтер ептәрен тағата ветеран. — Аралашып йәшәнек беҙ. Тәүҙә хат алыштыҡ, һуңынан ҡунаҡҡа йөрөшә башланыҡ. Хат тигәндәй, Бөрйән районынан бер һабаҡташым, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Зәки Сөләймәнов (хәҙер мәрхүм, ауыр тупрағы еңел булһын), беҙгә арнап шиғри хаттар яҙа ине. Мин уларҙы ҡәҙерләп һаҡлайым. 2008 йылда Ташбулат ауылында йәшәгән дуҫыбыҙ Әкрәм Сәйәхов ҡунаҡҡа саҡырҙы. Һабаҡташ әхирәтем Сәлимә менән икебеҙ Зәкиҙе ҡарға аунатып, шаярышабыҙ. Ул мәлдә миңә — 78, Сәлимәгә 79 йәш. Йәшлек шуҡлығы шулай бер ҡасан да ташламаны беҙҙе.

Зәки ғүмер буйы математиканан уҡытһа ла, шиғри күңелле кеше ине. Бер нисә китабы донъя күрҙе. Күп шиғырҙары беҙҙең йәшлек эҙҙәребеҙ ҡалған күңелебеҙ Мәккәһе – Темәскә, дуҫтарыбыҙға арналған. Һабаҡташтарҙың һәр береһенә тиерлек бағышлауҙары бар.

Уҡыу осоро ауыр, михнәтле булһа ла, студент йылдары матур бер хәтирәләй иҫкә төшә, һағындыра. Ҡайҙарҙан ғына уҡыманылар Темәстә! Баймаҡ, Әбйәлил, Йылайыр, Ейәнсура, Бөрйән, Учалы, Белорет, Күгәрсен, Хәйбулланан... Йәйәү килер, йәйәү ҡайтыр инек. Беҙҙең райондан ғына ун егет уҡып сыҡты, улар бөтәһе лә тормошта үҙ урындарын тапты, матур итеп эшләне, йәшәне. Тик хәҙер күптәре кире ҡайтмаҫ ерҙәргә китеп бөттө.

Ҡырҙас ауылы егете, билдәле математик Мәғәз Ғайсин, оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булды, улы Әхтәр ҙә атаһының юлын дауам итте. Әхмәттән шаян гармунсы егет Мөҙәрис Ноғоманов (уның улы Иҙрис Ноғоманов — билдәле прозаик) Ҡырҙаста уҡытыусы булып эшләне. Шул уҡ Ҡырҙас егете Нәбип Ғүмәров та — һабаҡташыбыҙ. Тыуған ауылы мәктәбендә уҡытыусы, директор вазифаларын башҡарҙы. Тал Ҡусҡарынан Иосиф Мамлеев ауылында эшләне. Һәйетҡолдан Фәтих Садиҡов Учалы районында колхоз рәйесе булғанда фажиғәле вафат булды. Хәмит ауылынан Ғәббәс Мөхәмәҙиев Силәбе өлкәһендә уҡытты. Иҙәш Ҡусҡарынан Урал Мирйәнов милицияла хеҙмәт итте. Ҡужандан Тәңребирҙе Муллағәлләмов Өфөлә министрлыҡта эшләне. Буранғолдан Мирйән Оморҙаҡов колхозда бухгалтер булды.

Ауылдашым Ғәле Хамматов менән бергә белем алдыҡ. 1950 йылда икебеҙ ҙә ауылда беренсе дипломлы белгестәр булып ҡайтып төштөк. Ғәлене Бөрйән районына эшкә ебәрҙеләр, унда ул үҙенең тормош юлдашы зәңгәр күҙле һылыу Ғәлимәне осратты. Бик матур йәшәп, дүрт ҡыҙға, өс улға ғүмер бүләк иттеләр. Хәҙер балалары үҙҙәре олатай-өләсәй булып бөттө. Ғәле төрлө ауылдарҙа уҡытты, Буранғол ауыл Советы рәйесе вазифаһын да башҡарҙы. Ауылда балалар баҡсаһын астырыуҙы юллап, уның тәүге мөдире булып та эшләне. Хаҡлы ялға сығып, рәхәтләнеп йәшәргә лә йәшәргә ине. Иртәрәк ҡуҙғалды Ғәле дуҫым. Хәҙер һабаҡташтар менән осрашҡанда Ғәлебеҙҙең томош юлдашы Ғәлимәне лә ҡалдырмайбыҙ...

Ә ҡыҙҙар дүртәү булдыҡ. Ҡужандан Нәзифә Әбдрәхимова Өфөлә географиянан уҡытты. Ҡаҙмаш ҡыҙы Важиһә Рафиҡова математиканан белем бирҙе. Әлмөхәмәт МТС-ынан Сәлимә Шәмсетдинова — минең ғүмерлек әхирәтем».

68 йыл элекке ваҡиғаларҙы бөгөнгөләй иҫендә һаҡлаған Бәширә Шәкүр ҡыҙының хәтеренә лә, аслы-туҡлы йөрөп уҡыған егет һәм ҡыҙҙарҙың дуҫлыҡ тойғоһон ғүмер буйы һаҡлауына ла нисек һоҡланмаҫһың...

Тормошонан ҡәнәғәт оло уҡытыусы. «Аллаға шөкөр, туғандарым бар. Малайҙарым, килендәрем ярҙамдарынан ташламай. Күрше-тирә, элекке хеҙмәттәштәрем хәл белешә. Өй эсендә бөтәһе лә бар. Рәхәтләнеп йәшә генә. Бөтә яңылыҡтарҙы белеп торам. Көнө буйы радио һөйләй, ҡыуанып тыңлайым. Ғүмере матбуғаттан айырылманым. Нисек гәзит-журналһыҙ, китапһыҙ йәшәмәк кәрәк? Күңелемә ятҡан шиғыр ятлап алам да байрамдарҙа, осрашыу-ҙарҙа һөйләйем.

Буранғол мәктәбе уҡыусылары килеп тора. Тимурсылар командаһы һәйбәт эшләй. Берәй эшем булһа, үҙем дә саҡырып алам. Рәхмәт уҡытыусыларға, ата-әсәләренә. Шул балалар менән аралашһам, үҙемде йәшәреп киткәндәй тоям. Элекке уҡыусыларым менән дә бәйләнеште өҙмәйем. Осрашыуҙарға саҡыралар, һөйләшеп һүҙебеҙ бөтмәй».

Туҡһанға еткәндә лә йөрәгеңдә йәшлек дәрте йөрөтөү үҙе бер бәхеттер. Тере тарих булып, донъяға изгелек теләп йәшәгән ағинәйгә артабан да имен, тыныс ҡартлыҡ насип булһын.

Нурсилә МӨХӘМӘТОВА.

Буранғол ауылы.

Һүрәттә: 1950 йылда Темәс педучилищеһын тамамлаусы бер төркөм ҡыҙҙар.
Читайте нас: