Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына — 30 йыл.
1978 йылдың 27 апрелендә Афғанстанда Саур революцияһы башлана, власҡа халыҡ демократия партияһы килә. Күп тә үтмәй ҡораллы ығы-зығылар йышая, граждандар һуғышы ҡуба. Ил етәкселеге СССР Хөкүмәтенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. 1979 йылдың 12 декабрендә Политбюро ултырышында совет ғәскәрҙәрен Афғанстанға индереү тураһында ҡарар ҡабул ителә.
Афған халҡына ярҙам өсөн бараһығыҙ тип ебәрелгән, аңын-тоңон төшөнмәгән егеттәрҙе ысын һуғыш көтә. Улар араһында яңы ғына армияға алынған, хатта ҡулдарына ҡоралды тәүгә алғандар ҙа күп була. 1980 йыл башына 50 мең совет һалдаты һәм офицерҙары ил сиген үтә. Йыл аҙағына уларҙың һаны 80 меңдән аша. Совет ғәскәрҙәре Афғанстандың хөкүмәт ғәскәрҙәре менән берлектә 400-ҙән ашыу ҙур масштаблы операцияла ҡатнаша.
80-се йылдар урталарына хәрби операцияларҙың мәғәнәһеҙлеге асыҡлана. 1988 йылдың апрелендә Женевала Афғанстан һәм Пакистандың сит илдәр эштәре буйынса министрҙары хәлде сәйәси көйләү тураһында килешеүгә ҡул ҡуя. 1989 йылдың 15 февралендә совет ғәскәрҙәре Афғанстандан сығарыла. СССР ғәскәрҙәре был ил биләмәһендә 9 йыл 1 ай 19 көн була. Ҡот осҡос һуғыш бик күп юғалтыуҙар килтерә: 15 меңдән ашыу совет һалдаты һәләк була, 50 меңдән ашыуы йәрәхәтләнә, күптәре ғәрип булып ҡала. 500-гә яҡыны әсиргә алына.
Әбйәлил районынан был һуғышта 157 кеше ҡатнаша. Уларҙың барыһына ла тыуған яғына ҡайтырға насип була, тик ҡан ҡойошло мәхшәр йәш һалдаттар күңелендә мәңге төҙәлмәҫлек яралар һала, тән йәрәхәттәре алғандары ла байтаҡ. Шуның арҡаһында ғүмерҙәре бик иртә өҙөлөүе үкенесле. Бөгөн районда 92 яугир-интернационалист йәшәй. Хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәгән ир-азаматтар лайыҡлы хеҙмәт өлгөһө күрһәтә, йәш быуынды хәрби-патриотик рухта тәрбиәләүҙә ҡатнаша.
Совет ғәскәрҙәренең 26 йыллығына бағышлап Күсем ауылынан Афған һуғышы ветераны Исмәғил Билалов яуҙаштары хаҡында китап сығарҙы. «Һалдат һуғышты һайламай» исемле китапҡа беҙҙең райондан афған һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәрҙең иҫтәлектәре ингән. Вафат булғандар ҙа онотолмаған, улар хаҡында иптәштәре, туғандары һөйләгән.
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры Илгиз Хәйризаманов етәкселегендә ветерандар ойошмаһы ла әүҙем эшләй. Уҙған йылда уларҙың көсө, тырышлығы менән Асҡарҙа һәйкәл асылды.