Герой яҡташыбыҙ Т. Т. Кусимовтың 110 йыллығы уның исемен йөрөткән райондағы берҙән-бер гимназияла киң билдәләнде.
Таһир Кусимовтың тыуған көнө — Гимназия көнө лә. Был көндә йыл һайын белем усағында тантаналы линейка, парад уҙғарыу, алдынғы уҡыусыларҙы, кластарҙы тәбрикләү йолаға әйләнгән. Ағымдағы Гимназия көнөнә Геройҙың юбилейы айҡанлы уғата ныҡ әҙерләнгәндәр. Байрамға район етәкселәре, мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре һәм белем усаҡтарының тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫарҙары саҡырылды.
Сара таҡтаташ асыу тантанаһынан башланды. Мәрмәргә уйылған яҙыу бер ҡасан да юйылмаясаҡ. Гимназия ишеген асып инеүселәргә ул белем усағына БР Министрҙар Кабинетының 2001 йылдың 16 ноябрендәге ҡарары менән Советтар Союзы Геройы Т. Т. Кусимовтың исеме бирелеүе хаҡында һөйләйәсәк.
Таҡтаташты асыу хоҡуғы район башлығы И. Т. Нафиҡовҡа һәм гимназия директоры Р. Н. Әхмәтовҡа бирелде. Илдар Таһир улы ҡаһарман яҡташыбыҙҙың яу һәм хәрби хеҙмәт юлы тураһында ғорурлыҡ менән һөйләне, Әбйәлилдә уның исемен мәңгеләштереү буйынса башҡарылған эштәргә туҡталды һәм был исемде киләсәк быуындар ҙа иҫтә тоторҙарына ышаныс белдерҙе.
Белем усағының фойеһында тағы бер һөйөнөслө яңылыҡ көтә ине — бында Геройҙың яңы ғына эшләнгән бюсы ҡаршы алды.
Традицион парадта башланғыс кластар араһында хәрби-патриотик йырҙар смотры еңеүселәре ҡатнашты. Йәш кусимовсыларҙың оҫта рапорт биреүҙәре, тигеҙ сафтарҙа ышаныслы, ғорур баҫып, дәртле йырҙар менән үтеүҙәре уларҙың илһөйәрлек рухында тәрбиәләнеүҙәрен сағылдырҙы. Ҡаһарман яҡташыбыҙҙың исемен йөрөткән белем усағында патриотик тәрбиәгә шулай тәрән иғтибар бүленергә тейеш тә.
Сарала ҡатнашыусылар артабан «Таһир Кусимов эҙҙәре буйлап» мәктәп мәғлүмәти кабинет-музейын асыу тантанаһына шаһит булды. Тыуған ил тарихына, герой исеменә, уның батырлығына битараф булмаған кешеләр арҡаһында мәктәп музейын булдырыу идеяһы ысынбарлыҡҡа ашырылған. Заманса дизайнда башҡарылған, IT-технологиялар менән йыһазландырылған музей-кабинет тарих менән ҡыҙыҡһынған, фәнни эҙләнеү эштәре менән мауыҡҡан гимназистарҙың яратҡан урынына әйләнеренә шик юҡ. Әбйәлил мәғлүмәт үҙәге директоры В. Ә. Илһамов ваҡытында Хәлил урта мәктәбендә музей ойошторған Н. Ә. Илһамованың аманатын — Т. Т. Кусимовтың Хәлил мәктәбендәге осрашыуҙан фотоһын музей фондына тапшырҙы.
Тантаналы линейканы асып, директор Р. Н. Әхмәтов бөтәһен дә иҫтәлекле көн менән тәбрикләне. Райондың хәрби комиссары Р. М. Ғәҙелшин республика һәм район хәрби комиссариаттары исеменән генерал-майор Таһир Кусимовтың яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү, йәш быуынға патриотик тәрбиә биреү йәһәтенән хәтһеҙ эш башҡарған район мәғариф бүлегенә, гимназия коллективына рәхмәт белдерҙе. — Таһир Тайып улы күҙ алдына ат өҫтөндә ҡылыс уйнатып дошманға ҡаршы барған, бөгөнгө беҙҙең тыныслыҡ өсөн йәнен аямай һуғышҡан, ҡурҡыу белмәҫ яугир булып килеп баҫа. Батырҙарыбыҙҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ! — тине Рөстәм Миңлеғәле улы.
Гимназия, ул ваҡытта 2-се һанлы Асҡар урта мәктәбе, эшмәкәрлегенең инеш башында тороусы уҡытыусыларҙан педагогик хеҙмәт ветераны Ә. М. Хәмзин Герой исемен йөрөтөү ғорурлыҡ ҡына түгел, ә хеҙмәт коллективы, уҡыусылар иңенә ҙур яуаплылыҡ һалыуы, уны аҡлау зарурлығын иҫкәртте. Район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Г. Ә. Рәхимова сарала ҡатнашыусы директор урыбаҫарҙарына йәш быуынды геройҙарыбыҙ миҫалында тәрбиәләү кәрәклеген әйтте, үкенескә күрә, заман балалары Бөйөк Ватан һуғышы, ҡаһарман яугирҙәр тураһында белмәй үҫә, тип хафа белдерҙе.
Төбәк һайлау комиссияһы рәйесе Ғ. З. Ғиләжев был тантанала осраҡлы ҡунаҡ булмауын дәлилләне. Үҙәк һайлау комиссияһының тауыш биреү участкаларына исем биреү тураһындағы тәҡдименә яуапһыҙ ҡалмауҙары тураһында һөйләп үтте.
— Һәр төбәк үҙенең данлыҡлы шәхестәренең исемдәрен мәңгеләштергәндә, Архангель өлкәһендә М. Ломоносов, Рязанда С. Есенин исемендәге һайлау участкалары барлыҡҡа килгәндә, беҙ ҙә ситтә ятып ҡалманыҡ. ЦИК-тың 2014 йылдың авгусындағы ҡарары менән БР буйынса ошо гимназияла урынлашҡан 767-се һайлау участкаһына Советтар Союзы Геройы Т. Кусимовтың исеме бирелде. Әйткәндәй, Башҡортостан буйынса исемле участкалар дүртәү генә, — тине Ғәйнетдин Зәйнетдин улы.
Геройҙың улы Салауат Кусимов юбилей сараһына килә алмаһа ла, бик йылы эстәлекле видеотәбрикләү ебәргәйне. Атаһының һыу эскән кеүек йотлоғоп белем эстәүе, ике хәрби академияны отличие менән тамамлауы тураһында иҫкә алып, гимназистарҙың тырышып уҡыуҙарын, сығарылыш класс уҡыусыларының дәүләт һынауҙарын уңышлы тапшырыуҙарын теләне. Салауат Таһир улы булдырған төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа, конкурстарҙа юғары һөҙөмтәләргә ирешкән уҡыу алдынғыларына тәғәйенләнгән Т. Кусимов исемендәге стипендияға был юлы 9-сы «б» класы уҡыусыһы Нәркәс Баймырҙина лайыҡ булды. Стипендиат яуап һүҙе тотто. Гимназияла төплө белем алыу, үҫешеү өсөн бөтә шарттар ҙа бар, тине Нәркәс һәм тиҫтерҙәренә уҡыуҙа уңыштар теләне.
Гимназияның «Әүҙем уҡыусы» премияһы 8-се «в» класы уҡыусыһы, балалар ойошмаһы президенты Ләйлә Ишбаеваға бирелде. Был исемгә уҡыу йылы дауамында гимназия, район, республика кимәлендә спорт һәм йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыусылар дәғүә итә. «Иң яҡшы спортсы» премияһына 11-се кластан Гөлсөм Ниғмәтуллина һәм Ихсан Моратов лайыҡ булды. Гимназияла башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса белем биреүгә, уны үҫтереүгә күп көс һалған Ф. З. Ғөбәйҙуллина исемендәге мәрхүмәнең балалары булдырған премия был фән буйынса республика олимпиадаһында призлы урын алған телһөйәрҙәргә — 10-сы кластан Карина Ырыҫҡужина һәм Фирүзә Уйылдановаға тапшырылды. 6-сы «а» класы уҡыусыһы Эльвина Ғәббәсова «Урал батыр» эпосын донъя телдәрендә һөйләүселәрҙең IX Халыҡ-ара конкурсында еңеүе һәм 11-се «б» класынан Лиана Сафиуллина башҡорт телен үҫтереүгә, пропагандалауға, милли рух тәрбиәләүгә индергән өлөшө өсөн рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Уҡыу йылының уҙған ике сиреге һөҙөмтәләре буйынса 96 процент өлгәш кимәле күрһәткән 2-се «д» класы (класс етәксеһе Г. И. Сафина) өлкәндәр араһында 9-сы «в» (Э. Х. Мортазина), 11-се «а» кластары (Д. Ә. Усманова) «Иң грамоталы класс» номинацияһында билдәләнде. «Иң әүҙем класс» номинацияһында 4-се «в» (Ә. Х. Әминева), һәм 8-се «в» кластары (З. Н. Хөбитдинова) еңеп сыҡты, улар маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр менән наградланды.
Райондың хәрби комиссары Р. М. Ғәҙелшин хәрби-патриотик йырҙар смотры еңеүселәрен ҡотланы. ДЮСШ директоры Л. М. Усманов һәм «Аграрий» ЯСЙ-һы етәксеһе Н. З. Әхтәмов та байрамға буш ҡул менән килмәне, белем усағында спортты юғары кимәлгә күтәреүҙәрен теләп, туптар бүләк итте.
Геройҙың яҡты иҫтәлегенә бағышланған саралар дауам итә әле. Таһир Кусимовтың тормошон, яу юлын өйрәнеүҙе маҡсат иткән мәктәп уҡыусыларының район фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙасаҡ.